-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
20 Ғинуар 2020, 16:29

Ҡатлы бәлеш

500 грамм ит йә малдың эс-бауыры, 1 баш һуған, 25 г аҡ май, 500 г он, 1 йомортҡа, тәменсә тоҙ һәм борос кәрәк.

Ит турағыстан үткәрелгән иткә ваҡ итеп туралған һуған, тоҙ, борос һалып эслек әҙерләйбеҙ.

Ҡамырҙы ике төрлө итеп эш­ләйбеҙ. Беренсеһе өсөн йоморт­ҡаны туғыйбыҙ, аҡ май, 50 мл һыу, тоҙ һалып болғатабыҙ. Он өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ ҙа ярты сәғәткә ҡуйып торабыҙ.

Икенсе ҡамыр – бәлештең эске ҡаттары өсөн. Уны 3 стакан он, 1 стакан һыу, саҡ ҡына тоҙ ҡушып баҫабыҙ.

Тәүге ҡамырҙы икегә бүләбеҙ. Бер өлөшөн табаға йәйәбеҙ. Өҫтөнә үткәрелгән итте урыны-урыны менән ҡамыры күренеп торорлоҡ итеп һалып сығабыҙ.

Икенсе ҡамырҙы ла самалап бер нисәгә бүләбеҙ һәм йәйәбеҙ. Эслекте ошо ҡамыр менән ҡаплайбыҙ ҙа үҫемлек майы менән майлайбыҙ. Өҫтөнә тағы баяғы кеүек эслекте һалып сығабыҙ. Икенсе ҡамыр һәм үткәрелгән ит бөткәнсе шулай ҡатлап һалабыҙ. Иң өҫтән беренсе ҡамыр менән ҡаплайбыҙ ҙа ситтәрен матур итеп бөгәбеҙ. Өҫтөн сәнске менән бер нисә урындан тишкеләп сығабыҙ.

180 градус эҫелектәге мейестә бер сәғәт бешерәбеҙ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: