+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
13 Ғинуар 2020, 16:51

Сәләмәтлек һағында

Заман башҡа – заң башҡа, тиҙәр. Ҡасандыр ҡатын-ҡыҙҙар һөйгәнен өйҙә генә йылы аш бешереп көтөп ултырһа, бөгөн гүзәл заттарҙы аш бүлмәһендә көндәр буйы тотам тимә. Хәҙер хатта аш бүлмәһе бөтөнләй булмаған фатирҙар ҙа төҙөйҙәр! Етеҙ тормош ағышы талап иткәнсә һәр ергә өлгөрөргә тырышҡан эшлекле ханымдар, лайыҡлы хеҙмәткәр ҙә, хәстәрлекле ҡатын да, өлгөлө әсәй ҙә була белгән сибәркәйҙәр тулы ҡанлы тормош алып барыуға ярҙам итерҙәй файҙалы һәм туҡлыҡлы, шул уҡ ваҡытта тиҙ һәм еңел әҙерләнә торған ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Бөгөн беҙгә «Ритайм» кафеһы хужабикәһе Рита АБДРАХМАНОВА ошондай тәғәмдәрҙе әҙерләргә өйрәтә.

...Күңелендә сәләмәт туҡланыу буйынса үҙ эшен асып ебәреү теләге көндән-көн үҫеп, бер көн тәүәккәлләй Рита Абдрахманова. Өс йыл инде «Ритайм» кафеһы һаулығын хәстәрләгән, фаст-фудтан алыҫ торғандарҙы үҙенә йыя. Тәбиғи ризыҡтарҙы фермерҙарҙан алалар. Сәйгә мәтрүшкәне иһә тыуған Учалы районынан йыялар.
Һәр нәмәне күңел һалып эшләргә ярата Рита Иҙелбай ҡыҙы. Тормош иптәше Илдар уның башланғысын хуп­лап тора, улдары Илнур ҙа кафела һәр эштә булышып, тәжрибә туплай. Барыһы ла туҡланыу урынында эшләгәс, өйҙә бешеренеп торалармы икән, тигән һорау тыуа.
– Һыуытҡысымда һәр саҡ әҙер һурпа, ит тора. Һурпаны ла, итте лә бер юлы күп итеп әҙерләйем дә, бер бешерерлек итеп бүлеп, туңдырып ҡуям. Һурпаны пластик шешәгә йә ҡаптырмалы (гриппер) ҡапсыҡҡа һалып туңдырыу бик уңайлы. Тиҙ генә аш бешереп алабыҙ шунан. Ҡыр­ҡылған һалма ла һәр саҡ ҡул аҫтында. Ваҡ итеп туңдырылған ҡорот та һалып ебәрһәң, телеңде йоторлоҡ була ла ҡуя, – тип серҙәре менән бүлешә Рита. – Ярымфабрикаттар тормошто еңеләйтә. Әллә ниҙәрҙән эшләнгән колбаса алғансы, тауыҡтан бына тигән урама яһарға була. Уны йылы ит ризығы итергә мөмкин, һалҡын килеш байрам өҫтә­ленә ҡуйһаң да матур. Ҡабаланғанда һыуытҡыстан алып бутерброд итеп ашарға ла йәтеш.
Бына ошолай әҙерләнә тәмлекәс.
Тауыҡтан урама
1 тауыҡҡа 200 грамм ҡара емеш, 1 балғалаҡ желатин, тәменсә тоҙ, борос кәрәк.
Тауыҡтың һөйәгенән итен төшө­рәбеҙ. Бының өсөн алғы яғынан ҡырҡабыҙ ҙа һөйәге янынан ғына бысаҡ менән итен айырабыҙ. Шунан әҙер итте тиреле яғын аҫта ҡалдырып йәйеп һалабыҙ. Шыптыр менән ҡаплап, махсус сүкеш менән төйәбеҙ. Шыптырҙы алып ташлайбыҙ. Тоҙ, борос, ҡоро желатин һибәбеҙ. Ҡара емеште киҫәктәргә бүлеп һалып сығабыҙ.
Итте урайбыҙ. 5 минут самаһы «ял иттерәбеҙ». Аш-һыу әҙерләгәндә ҡулланылған пленкаға төрәбеҙ ҙә ике яғынан яҡшылап төйнәйбеҙ. Шунан фольгаға төрәбеҙ. 150 градус эҫелектәге мейестә 45 – 50 минут буйы бешерәбеҙ. Һыуынғас, табынға киҫеп ҡуябыҙ.
Бындай урамаға эслек итеп башҡа кипкән емештәрҙе лә, бәшмәк, йәшел­сәләрҙе лә ҡулланырға мөмкин.
Ҡабаҡ – йыл әйләнәһенә боҙолмай һаҡлана торған йәшелсә. Ҡыш унан бына тигән витаминлы ризыҡ әҙер­ләргә мөмкин.
Ҡабаҡлы аш
600 грамм ҡабаҡ, 150 грамм кишер, 75 грамм башлы һуған, ярты стакан һөт өҫтө, тәменсә тоҙ, борос, йәшел тәмләткес үләндәр кәрәк (4 кешегә иҫәпләнгән).
Ҡабаҡты йыуып әрсейбеҙ, төштәрен алабыҙ. Кишерҙе йыуып таҙар­табыҙ. Һуған әрсейбеҙ. Йәшелсәләрҙе турайбыҙ һәм һыуҙа йә һурпала бешерәбеҙ. Блендер менән иҙәбеҙ. Тәменсә тоҙ, борос ҡушабыҙ, һөт өҫтө һалабыҙ. Бутайбыҙ. Табынға биргәндә йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәйбеҙ.
Өҫтөнә эрбет (кедр) сәтләүеге йә шөкәрә (сухари) һибергә мөмкин.
Файҙалы һәм туҡлыҡлы ризыҡтар менән хушланып, һыуыҡтарға би­решмәй, ҡышты һаулыҡта-сәләмәт­лектә үткәрәйек, әхирәттәр!

Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: