+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
16 Декабрь 2019, 16:55

Байрам табынына

Ҡар бабай һәм серле шарҙар 200 грамм сыр, 2 сөгөлдөр, 4-6 теш һарымһаҡ, 50 грамм ҡара емеш, 50 грамм грек сәтләүеге, 50 грамм миндаль сәтләүеге, зәйтүн емеше, 200 грамм ҡаймаҡ (йогурт йә майонез да ярай), тәменсә тоҙ кәрәк.

Сырҙы, һарымһаҡты ваҡ ҡырғыстан үткәреп, ҡаймаҡ һалып яҡшылап болғатабыҙ. Миндаль сәтләүеген зәйтүн емеше эсенә урынлаштырабыҙ һәм, уны эстә ҡалдырып, сырҙан шарҙар әүәләйбеҙ. Төрлө ҙурлыҡтағы шарҙарҙан ҡар бабайы эшләйбеҙ. Башлығын, танауын кишерҙән яһайбыҙ, күҙҙәрен, ауыҙын зәйтүн емешенән эшләргә мөмкин.
Сөгөлдөрҙө бешерәбеҙ, һыуытып, таҙартабыҙ. Ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ, иҙелгән йәки ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән һарымһаҡ, тәменсә тоҙ, ҡаймаҡ һалып яҡшылап болғатабыҙ.
Ҡара емеш эсенә грек сәтләүеге “йәшерәбеҙ” һәм, уны уртала ҡалдырып, сөгөлдөрҙән шарҙар әүәләйбеҙ. Шарҙарҙың уртаһына башҡа төрлө сәтләүекте, күрәгә, йөҙөм, зәйтүн емешен генә һалырға ла мөмкин. Шарҙарҙы йәшел тәмләткес үләндәр, ҡаймаҡ менән шыршы уйынсығына оҡшатып биҙәйбеҙ.
Ошолай уҡ кишерҙән ҡыҙғылт һары шарҙар эшләргә мөмкин, ә йәшел төҫтө тәмләткес үләндәр ярҙамында биреп була.

“Бәхет дағаһы” турамаһы
Был турамала иң мөһиме – уның биҙәлеше. “Анар беләҙек”, “Мимоза”, “Тунлы балыҡ”... – үҙегеҙ яратҡан һәр тураманы ла даға рәүешендә эшләп, йәнегеҙ теләгәнсә биҙәй алаһығыҙ. Беҙ иһә түбәндәге рецептҡа туҡталдыҡ.
250 грамм тауыҡ ите, 2-3 картуф, 1-2 сөгөлдөр, 2 кишер, 2-3 йомортҡа, 1 баш һуған, 1 анар, грек сәтләүеге, ҡаймаҡ йәки майо­нез кәрәк.
Тауыҡ итен бешереп, шаҡмаҡлап турайбыҙ. Бешкән йәшелсәләрҙе, йомортҡаны ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Һу­ғанды ваҡ ҡына итеп турайбыҙ.
Һай тәрилкәнең уртаһына стакан ҡуябыҙ, ул беҙгә даға эшләргә “ярҙам итер”. Ҡатлап картуф, кишер, һуған, тауыҡ итен, йомортҡа, сөгөлдөрҙө һа­лабыҙ. Һәр ҡатламдан һуң майонез йәки ҡаймаҡ яғабыҙ. Һуңғы ҡатлам итеп сөгөлдөрҙө һалабыҙ. Өҫтөн анар емештәре, сәтләүек, зәйтүн, ҡыяр менән биҙәйбеҙ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: