+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
11 Декабрь 2019, 13:05

«Еткерҙем йөрәк һүҙемде...»

Заман ҡатын-ҡыҙы эштә лә яңынан-яңы уңыштарға ынтыла, өйөндә лә барыһы ал да гөл булһын өсөн бар тырышлығын һала. Һөйөклө тормош иптәшенең, ғәзиз балаларының тәмле һәм файҙалы ризыҡ менән туҡланыуын да күҙ уңынан ысҡындырмай. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Нур» Өфө дәүләт татар театры актрисаһы Гөлназ МӨХӘММӘҘИЕВА бөгөн күп ваҡыт талап итмәгән, табын күрке булған ашамлыҡтар әҙерләп күрһәтер.

«Артистың ваҡыты һәр саҡ етмәй ул. Ә бит ғаиләне ҡыуандырғы килә! Бына үҙемә бик еңел әҙерләнгән, ваҡытты күп талап итмәгән тәмлекәстәр таптым әле. Өҫтәлдә бик нәзәкәтле күренә», – ти ул.
Алмалы раузалар
2 ҡыҙыл алма, 250 грамм ҡатлаулы ҡамыр, 3 ҡалаҡ шәкәр, 150 миллилитр һыу, 1 ҡалаҡ шәкәр онтағы кәрәк.
Шәкәргә һыу ҡойоп, ҡайнатып сығарабыҙ. Алманың уртаһын алып, нәҙек ярымҡулса итеп ҡырҡабыҙ. Алма киҫәктәрен ҡайнап торған сиропҡа һалып, 1 – 3 минут ҡайна­табыҙ. Артыҡ бешеп китмәһен – бер аҙ йомшарһын ғына. Тишекле сүмескә һалып һарҡытабыҙ.
Ҡамырҙы 2-3 миллиметр ҡалынлығында йәйәбеҙ. 2 сантиметр самаһы киңлектә таҫмаларға ҡыр­ҡабыҙ. Саҡ ҡына шәкәр һибәбеҙ. Өҫтөнә алма киҫәктәре теҙәбеҙ, аҫҡы яҡтан 3 – 5 миллиметр ҡамыр ҡалһын. Ипләп кенә урап, рауза сәскәһен эшләйбеҙ. Урамаларҙы махсус ҡағыҙ йәйелгән табаға теҙәбеҙ. 180 – 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 20-30 минут бешерәбеҙ.
Табынға бирер алдынан шәкәр онтағы һибеп биҙәйбеҙ.
Ошондай уҡ раузаларҙы алма урынына колбаса киҫәктәрен ҡуйып әҙерләргә лә була. Ҡамырға бер аҙ кетчуп йә томат соусы һөртәбеҙ. Ҡамыр таҫманың аҫҡы яғына бер аҙ ҡырғыстан үткәрелгән сыр ҙа һибәбеҙ. Шунан урайбыҙ, сыр ағып сыҡмаһын өсөн аҫҡы яғын семтеп «йәбештерәбеҙ». Шулай уҡ бешерәбеҙ. Артып ҡалған ҡамырҙы иһә биҙәү өсөн ҡулланырға мөмкин.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2019) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: