0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
8 Ноябрь 2019, 13:42

Файҙалы гөлләмә

Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға, дөрөҫ туҡланыуға ынтылғандар арабыҙҙа бөгөн артҡандан-арта. Йәше лә, олоһо ла һаулығына ҙур иғтибар бүлә. Асылыбыҙға ҡайтҡан мәлдә халҡыбыҙҙың матур ғөрөф-ғәҙәттәрен, туҡланыу рәүешен, шифалы үләндәребеҙҙе, файҙалы ризыҡтарыбыҙҙы иҫкә төшөрәбеҙ. Өфөлә йәшәгән Рәйсә БИКБУЛАТОВА боронғо тәғәмебеҙҙе заманса төҫ биреп биҙәп күрһәтмәксе.

Ҡала эргәһендәге ерҙәрендә кинәнеп баҡса үҫтермәксе хужабикә. Тик тыуған ауылындағы йәйрәп ятҡан ер менән сағыштырғанда үҙҙәренеке ус аяһындай ғына күренә. «Шул бәләкәс кенә баҡсанан мөмкин тиклем мул уңыш алыу маҡсатында ерҙе тәбиғи эшкәртеү менән мауығып киттем, – тип һөйләй Рәйсә. – Һалған тырышлыҡтарыбыҙ бушҡа китмәне, ҡыуаҡ-еләктәребеҙ суҡ булып ултыра, шөкөр». Инде күнәк-күнәк булып бешкән ҡурай еләген, ҡарағатты әрәм итмәй генә тотонорға ихтыяж барлыҡҡа килә. Тик күнегелгән ҡайнатма менән генә ҡәнәғәтләнмәй. Еләк-емеш менән туңдырғыс тула. Рәйсә ҡаҡ ҡойорға була. Бының өсөн махсус киптергес һатып алыуы ниәтенең ныҡлығын күрһәтәлер. Бала сағында әсәһе ҡойған ҡаҡтың тәме һаман ауыҙҙан китмәй, ҡәйнәһе лә был тәғәмде оҫта эшләй. Теләгән – моратына ирешкән. Мөмкин булған һәр ерҙән өйрәнә, интернет киңлектәрен «ҡыҙыра», артабан рецептарҙы үҙенсә тулыландыра, үҙе әйткәнсә, «тәжрибәләр үткәрә-үткәрә» күңеленә оҡшаған ысулдарын таба. Тәүге тәмләп ҡараусылары – әлбиттә, балалары. Уларҙың хуплауынан, фатихаһынан барлыҡҡа килә яңынан-яңы тәмлекәстәр.
Әҙәм балаһы бер урында ғына торорға яратмай, туҡтауһыҙ үҫешкә ынтыла бит ул. Рәйсә лә ҡаҡ ҡойоп ҡына ҡалмай, уны матур итеп биҙәргә лә өйрәнә. Сәскәләр эшләй, рауза рәүешендә төрә. Артабан ҡаҡтан гөлләмәләр йыйырға теләп, флористика курсына яҙыла...
Бөгөн уңған ханым был матур шөғөлөнөң серҙәрен беҙгә лә асмаҡсы.

Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2019) һанында уҡығыҙ.


Читайте нас: