Ҡамырға кәрәкле барлыҡ ризыҡтарҙы бергә һалып, сәнске менән болғатабыҙ. Ҡоймаҡтыҡы кеүек ҡуйылыҡта ҡамыр килеп сығырға тейеш.
Колбасаны шаҡмаҡлап, помидорҙы ярымбалдаҡлап турайбыҙ. Сырҙы ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Бәшмәктәрҙе турап ҡыҙҙырып алабыҙ.
Майлы табаға ҡамырҙы ҡоябыҙ. Колбасаға помидор иҙелмәһе, майонезды һалып болғатабыҙ, ҡамыр өҫтөнә һалабыҙ. Өҫтөнә бәшмәк, помидор һалабыҙ. Иң өҫтөнә сырҙы һибәбеҙ.
190 градус эҫелектәге мейестә 20 минут бешерәбеҙ.