Үткәрелгән иткә ваҡ ҡына туралған һуған, тәменсә тоҙ, борос, үҙегеҙ яратҡан тәмләткестәр ҡушып, баҫып, эслек әҙерләйбеҙ.
Онға йомортҡа, һыу, тоҙ ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ.
Ҡамырҙы ла, эслекте лә өс өлөшкә бүләбеҙ.
Ҡамырҙы йәйәбеҙ, өҫтөнә эслекте һылайбыҙ. Урама рәүешендә төрәбеҙ.
Ураманы 1-1,5 сантиметр ҡалынлығында ҡырҡып сығабыҙ. Билмән әҙер.
Һуты сыҡмаһын өсөн майлы табала бер аҙ ғына ҡыҙҙырып алабыҙ ҙа ҡайнар һыуға һалып бешерәбеҙ.
Табынға тоҙлоҡ (соус), ҡаймаҡ, йәшел тәмләткес үләндәр менән бирәбеҙ.
Гөлшат РАФАТОВА әҙерләне.
Алиса ИМАНҒОЛОВА фотолары.