+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
10 Октябрь 2019, 16:53

Бар милләтте башҡорт ҡурайына бейеткән егет

Ике йыл элек кенә барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, Zainetdin этно-проекты ҙур сәхнәләрҙе шаулатып өлгөрҙө. Бөгөн ҡунаҡҡа төркөмдө ойоштороусы, мультиинструменталист, республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара бәйгеләр еңеүсеһе һәм лауреаты Заһир Зәйнетдиновҡа юлландыҡ.

«Ғүмеребеҙ башлыса юлда үтә. Өйҙә мин, ғәҙәттә, иртәнге тәғәмде генә ашайым. Шулай ҙа ҡоро-һары менән туҡланыу яҡлы түгелмен, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға тырышам», – ти Заһир. Гастролдә йөрөгәндә лә ҡунаҡханаға түгел, күп бүлмәле фатирға урынлашалар. Кибеттән кәрәкле аҙыҡ-түлекте алалар ҙа үҙҙәре теләгәнде бешерәләр. Машиналарында мультибешергес тә йөрөй. Аш-һыу бүлмәһендә эш ҡыҙҙарға йышыраҡ төшә, әлбиттә. Ғөмүмән, 9-10 кешелек төркөмдә һәр кем – күп яҡлы һөнәрмән, барыһы ла үҙ бурысына яуаплы ҡарай.
«Маҡсатым – бар донъяға танылыу. Самолетта бер нисә сәғәттә Ер шарының икенсе яғына барып етеү мөмкинлеге булған осорҙа был тормошҡа ашмаҫтай хыял түгелдер», – тип уйҙары менән бүлешә Заһир. Мәсетле районы Һөләймән ауылы егете бәләкәстән артист булырға теләй. Шулай булмай, туғандары араһында йырламаған-бейемәгән йә бер музыка ҡоралында ла уйнамаған кеше юҡтыр әле. Бөгөн 74 кешенән торған Зәйнетдиновтарҙың ғаилә ансамбле республикабыҙҙа киң билдәле. Дүрт йәшендә Өфөлә Опера һәм балет театры сәхнәһендә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың инаугурацияһы тантанаһында сығыш яһау бәхете тейә малайға. Бында ата-әсәһе менән «Ғаилә мозаикаһы» тигән сараның еңеүсеһе булараҡ саҡырыла. Был ваҡиғаның иҫтәлеге булып Мортаза Ғөбәйҙулла улы бүләк иткән милли костюм әле лә ҡәҙерләп һаҡлана.

Александр ДАНИЛОВ фотолары.
200 грамм эремсек, 2 йомортҡа, 2-3 ҡалаҡ шәкәр, 1 грамм ванилин, 4-5 ҡалаҡ он, 1-2 балғалаҡ шәкәр онтағы, ҡыҙҙырыр өсөн көнбағыш майы кәрәк.
Эремсеккә йомортҡа, шәкәр, ванилин, он һалып бутайбыҙ. Шунан ошо массанан ҡул менән «кәтлит»тәр эшләйбеҙ ҙә онда әүәләп алабыҙ. Эҫе майлы табала ике яғынан да ҡыҙҙырабыҙ. Тәрилкәгә алып, өҫтөнә шәкәр онтағы һибәбеҙ.
Табынға ҡайнатма, еләк-емеш менән тәҡдим итәбеҙ.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: