+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
13 Сентябрь 2019, 16:20

Тормош асылы – ижадта

Йәй көнө лә тәмле-татлынан баш тартмайбыҙ беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, шулаймы Бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы режиссеры, автор-башҡарыусы Миңзәлә Яхинаға ҡунаҡҡа барҙыҡ. Уның менән тормош юлының ҡыҙыҡлы мәлдәрен барланыҡ, ҡаймаҡлы торт бешерергә өйрәндек.

«Еңел генә әҙерләнгән, иҫ киткес тәмле был тортты бешерергә «Башҡор­тостан ҡыҙы» журналы уҡыусыларына тәҡдим итер өсөн махсус өйрәндем», – ти Миңзәлә.
Бөгөн Миңзәлә Өфөнән алыҫ түгел йорт һалыу менән мәшғүл. Урман эргә­һендә генә урынлашҡан, башҡаларҙа булмағанса ишек-тәҙрәле бәләкәс кенә әкиәт өйө буласаҡ ул. Баҡһаң, үҙ йорт-ереңдә ҡаҙаҡ ҡағыу ҙа, еләк үҫтереү ҙә, ер ҡаҙыу ҙа – ауыр хеҙмәт түгел, бөтмәҫ кинәнес биргән шөғөл икән. Әле атаһы бүләк иткән ағас эшкәртеү станогы менән эшләйәсәк әйберҙәрен барлай, ниәттәр ҡора.
Тәбиғәттә көс йыя ул. Ҡустылары менән балыҡ ҡармаҡларға ла сығып китә. Ҡайҙа барһа ла, шифалы сәй үләндәре алып ҡайта. Был ғәҙәте, моғайын, әсәһенән киләлер. Илүзә Заһит ҡыҙы үлән-сәскәләрҙе, бәшмәк­тәрҙе яҡшы таный, йыйырға ярата. «Әсәйем беҙгә, өс балаһына – Илшат ағайыма (композитор Илшат Яхин – ред.), миңә һәм Илгизә һеңлемә, лайыҡлы тәрбиә бирергә тырышты, – тип хәтирәләргә бирелә Миңзәлә. – Гел тынғыһыҙ эштә булды ул, кинәнеп аш-һыу әҙерләп ултырырға ла ваҡыты юҡ ине. Уның ҡарауы, хәҙер туңдырғысы бер ай буйы һыйланырлыҡ билмән, манты, тағы әллә ниндәй тәмле ризыҡтар менән тулы. Үҙе генә белгән ысулдар менән әҙерләгән тәмлекәстәре килгән ҡунаҡтарҙы хайран итә. Ҡыҙыҡ хәлдәргә ҡалғаныбыҙ ҙа бар. Шуларҙың береһен һөйләп үтәйем әле. Беҙ бит инде, артист халҡы, күп йөрөйбөҙ. Тыуған яҡҡа ла юл йыш төшә. Ғәҙәттә, әсәйемә, беҙ иртәгә шунса кеше киләбеҙ, тип шылтыратам. Ул, баҙарға сығып, ҡаҙ-өйрәк ала, тәмле аш-һыуын әҙерләй. Бер саҡ шулай әсәйем хафаланып шылтырата. Баҡһаң, ауырлығы күп күренһен өсөн өйрәктең эсенә эсәк-бауырын да тултырып һатҡандар икән. Быны ул ашы ҡайнап сыҡҡас ҡына күреп ҡалған. Борсолма, әсәй, был һурпаһын түк тә өйрәктең үҙен генә яңынан һал да ебәр, тим. Беҙ оҙон юлдан килеп еткәнсе әсәйемдең телде йоторлоҡ ризыҡтары әҙер, өҫтәл һығылып тора ине инде. Бик тәмле булды өйрәге лә. Бөгөн баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә, «барыһы ла үҙебеҙҙеке» тип ғорурланып әйтә ул ҡунаҡ һыйлағанда ла». Бына журнал уҡыусыларға Илүзә Заһит ҡыҙының бәшмәктән әҙерләнгән ризыҡтары.
Бәшмәкте туңдырыу
Йыйып ҡайтыу менән бәшмәктәрҙе йыуабыҙ ҙа, һалҡын һыу ҡойоп, беше­рергә ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, тоҙ һалабыҙ. 25 минут бешерәбеҙ. Шунан һарҡытабыҙ. Һыуынғас, оҙонсалап ҡыр­ҡабыҙ ҙа ҡырғыстан үткәрелгән кишер, ваҡ итеп туралған һуған, помидор менән ҡыҙҙырып алабыҙ. 5 литрлыҡ биҙрәне тултырып йыйған бәшмәккә 1-2 кишер, 1-2 баш һуған, 1 ҙур помидор һалынһа, бик тәмле була.
Бер бешерерлек итеп пластик һауыттарға тултырабыҙ ҙа туңдырғысҡа ҡуябыҙ. Ҡыш көнө алып, табала ҡыҙҙырып йылытып алһаҡ, үҙен генә ашарға ла була, башҡа ризыҡтарға ла үҙенсәлекле тәм өҫтәй. Уны мантыға ҡушырға ла, картуф менән тәҡдим итергә лә мөмкин. Бигерәк тә ҡаҙан бөккәне иҫ киткес тәмле килеп сыға.
Бәшмәкле ҡаҙан бөккәне (вареники)
Был тәғәм өсөн сей картуф, бәшмәк, тоҙ, билмән эшләгәндәге кеүек ҡамыр кәрәк була.
Эслектә бәшмәк картуфтың өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Картуфты ваҡ ҡына итеп шаҡмаҡлап турайбыҙ. Бәш­мәкте тоҙло һыуҙа бешереп алабыҙ. Ваҡ итеп туралған һуған ҡушырға мөмкин, тик был осраҡта ул оҙаҡ һаҡланмай, бешергәс тә ашарға кәрәк була. Тоҙ һалып, барыһын бергә бутайбыҙ. Ҡыш көнө туңдырылған бәшмәк ҡулланабыҙ.
Ҡамырҙы йәйеп, түңәрәк итеп ҡырҡабыҙ. Эслеген һалып, ситтәрен бөгәбеҙ. Ҡайнар һыуға һалып бешерәбеҙ.
Эслек өсөн картуф иҙелмәһен ҡулланырға ла мөмкин.
«Әсәй менән бәшмәк йыйғанда фәлсәфәүи ҡарашына хайран ҡалам. Уның өсөн ошо эш үҙе бер сәнғәт төрө кеүек – матур бәшмәк күрһә, ҡырҡ төрлө йылы һүҙен табып, уның гүзәллегендә Аллаһ ҡөҙрәтен күреп бер ни ваҡыт һоҡланып тора. Бына бит, матурлыҡҡа, ижадҡа һәр ерҙә лә урын бар», – тип һөйләй Миңзәлә.
Ҡаймаҡлы торт
200 грамм аҡ май, 300 грамм печенье, 400 грамм ҡала ҡаймағы, 4 йомортҡа, 1 стакан шәкәр ҡомо, биҙәр өсөн 1 стакан еләк кәрәк.
Был тәмлекәс өсөн ыуалып торған ҡамырҙан бешерелгән ҡәҙимге печенье алабыҙ. Уны иҙергә кәрәк. Бының өсөн печеньены шыптырға тултырабыҙ ҙа төйгөс йә уҡлау менән иҙәбеҙ – шулай иткәндә ул түгелмәй, тирә-яҡҡа сәселмәй. Блендер ҡулланырға ла мөмкин. Аҡ майҙы иретәбеҙ ҙә печенье менән бергә бутайбыҙ.
Йомортҡа һытып, ҡаймаҡҡа ҡушабыҙ, шәкәр һалабыҙ һәм блендер менән яҡшылап болғатабыҙ.
Табаның (төпһөҙ ҡулса рәүешендәге кондитер формаһын ҡулланыу бик уңайлы) төбөнә майлы печенье онтағын һалабыҙ ҙа төйгөс менән тығыҙлайбыҙ. Өҫтөн ҡаймаҡлы масса менән ҡаплайбыҙ. 180 градус эҫелектәге мейестә 40 минут бешерәбеҙ.
Мейестән алғас, һыуынғанын көтәбеҙ. Өҫтөн еләк менән биҙәйбеҙ.
Эйе, тормош асылын ижадта күрә ул. Концерттар, бард, рок фестивалдәренең уртаһында ҡайнай. «Ҡош юлы» фестивалендә ҡатнашыу, хәҙер инде балалар менән белгәнен уртаҡлашыу уның ижадҡа ынтылышын тағы ла көсәйткән. Яҙған йырҙарын билдәле йырсылар башҡарыуы ла дәрт өҫтәй. Ваҡ мәшәҡәттәрҙән өҫтөн булып, күңелең ҡушҡанды үтәп йәшәүҙән дә ҙурыраҡ мәғәнә бармы был тормошта?

Александр ДАНИЛОВ фотолары.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: