Өфө районы Шамонин ауылында ағинәйҙәр ҡороноң тупланыуына ике йыл да тулмаған әле. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тирә-яҡҡа дан алып өлгөргән дә инде улар. «Хаҡлы ялда булһаҡ ни, аяғыбыҙ атлағанда, телебеҙ һөйләгәндә нишләп әле тик ятырға? Мөмкин булғанса тәжрибәбеҙҙе йәштәргә, балаларға тапшырайыҡ, тип тотондоҡ был эшкә», – ти улар. Уҡытыусы, юрист, мәҙәниәт хеҙмәткәре, ашнаҡсы, һатыусы... Һәр кемдең йәш быуынға еткерер һүҙе, оҫталығы, дәрте бар. Ауылдағы мәктәп, ике балалар баҡсаһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләйҙәр. Халҡыбыҙҙың йолаларын сәхнәләштереп күрһәтәләр, йыр-бейеү аша ауыҙ-тел ижадына һөйөү тәрбиәләйҙәр, ҡул эштәре күргәҙмәләре ойоштороп, милли ризыҡтарыбыҙҙы әҙерләп күрһәтеп, боронғо кәсептәргә өйрәтәләр. «Маҡсатыбыҙ – йәштәргә балаларҙы халыҡ аҡылы нигеҙендә тәрбиәләргә ярҙам итеү», – ти ойошма етәксеһе Рәйфә апай Вәлиева. Эшләгәндәре күп, ниәт итеп киләсәктә башҡарырға уйлағандары ла бихисап. Башҡорт балалары барыһы ла үҙ телендә һөйләшәме? Ағинәйҙәр был мәсьәләгә битараф ҡала алмай. Ата-әсәләр йыйылыштарында ҡатнашып, төрлө темаларға фекер алышалар, кәңәштәре менән уртаҡлашалар. «Тормошҡа сыҡмаған ҡыҙҙар, өйләнмәгән егеттәр күбәйҙе, шул арҡала күпме тыуаһы бала тыумай, нәҫел ебе өҙөлөп, туҡталып ҡала. Ошо мәсьәләне сисеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индереп, ағинәйҙәр араһында димселек эшен дә башлап ебәрергә торабыҙ», – ти ағинәйҙәр.
Һәр кеме ниндәйҙер һөнәргә эйә. Бер-береһен өйрәтеп, яңы шөғөлдәр табалар. Интернеттан оҫталыҡ дәрестәрен ҡарап, селтәрҙәр, ҡашмауҙар тегәләр. Пенсияларына матур-матур милли кейемдәр тектергәндәр. Рәйфә, Рәйлә, Гөлсирә, Зәйтүнә, Фәриҙә, Вәлимә, Зилиә, Люциә, Сания, Флүрә апайҙар... Һәр береһе тураһында оҙаҡ һөйләргә була. Кемдер аш-һыуға маһир, икенселәр ҡул эшен үҙ итә, ҡайһыһылыр йырға йә бейеүгә оҫта... Араларында «бизнес-леди» ҙа бар – Гөлсирә апай Иҙрисова үҙ аҡсаһына әхирәттәрен тағы бер ҡат милли кейемгә кейендергән. Бына шулай дуҫ һәм татыу йәшәй, дәртле сығыштары менән һәр байрам-сараны биҙәй ағинәйҙәр. «Йәйге ял»ға туҡтауҙарына ҡарамаҫтан, әле лә бына Рәйлә апайҙың иркен йортона тиҙ генә йыйылып килеп еттеләр. Ең һыҙғанып эшкә лә тотондолар.
Зәйтүнә апай Абдуллина беҙгә балан ләүеше бешерергә, телде йоторлоҡ ҡаҡ ҡойорға өйрәтте, ә Зилиә апай Юлбирҙина еләкле май эшләп күрһәтте.