-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
9 Июль 2019, 17:38

Мулдан булһын йәйге уңыш!

Ҡыяр – диета тотоусылар өсөн иң ҡулай йәшелсә. 100 грамында бары 15 килока­лория бар. 96 проценты һыуҙан торған ҡыярҙы баҡсала бынан алты мең йыл элек Һиндостан һәм Ҡытайҙа үҫтерә башлағандар. Был кетерҙәктән төрлө ризыҡтар әҙерләнә, ә йәйге турамаларҙы иһә унан башҡа күҙ алдына килтереп тә булмай. Гүзәл заттар унан йәй буйы төрлө битлектәр эшләп кинәнә. Уңыштар – мул, үҙебеҙ матур булайыҡ, әхирәттәр!

Ҡара емеш менән
250 – 300 грамм тауыҡ ите, 1 ҡыяр, 2 йомортҡа, 10 ҡара емеш (чернослив), 50 грамм әстрхан сәтләүеге, 1 тотам йәшел һуған, 2 ҡалаҡ майонез, тәменсә тоҙ, борос кәрәк.
Тауыҡ итен, йомортҡаны бешереп һыуытабыҙ ҙа шаҡмаҡлап турайбыҙ. Әстрхан сәтләүеген ваҡлайбыҙ. Ҡыярҙы, йәшел һуғанды турайбыҙ. Ҡара емеште лә бер нисә өлөшкә бүлеп ҡырҡабыҙ. Барыһын бергә ҡушып, тоҙ, борос, майонез менән бутайбыҙ.
Йәшел һауыттарҙы тултырып...
2 оҙонса ҡыяр, 1 татлы борос (һары һәм ҡыҙыл төҫтәрҙән яртышар борос алһаң матурыраҡ була), 100 грамм сыр, 5-6 зәйтүн емеше, 1-2 ҡалаҡ зәйтүн майы, тәменсә тоҙ, йәшел һуған, әнис үләне кәрәк.
Ҡыярҙың ситен һыҙатлап яртылаш әрсейбеҙ (йәшелсә әрсеү өсөн бысаҡ менән тигеҙ һыҙаттар алабыҙ, улар уртаһында йәшел ҡабығын ҡалдырабыҙ). Шунан уларҙы 4-5 сантиметрлыҡ тигеҙ өлөштәргә бүләбеҙ, балғалаҡ менән эсен алабыҙ, төбөн ҡалдырабыҙ. Тоҙ һибәбеҙ. Татлы боросто, сырҙы, зәйтүн емешен, йәшел һуғанды ваҡ итеп турайбыҙ ҙа бергә ҡушабыҙ, зәйтүн майы һалып бутайбыҙ. Әҙер тураманы ҡыярҙан эшләнгән һауыттарға тултырабыҙ. Өҫтөн йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәргә мөмкин.
Эремсекле бутерброд
5-6 икмәк киҫәгенә (кибеттә һатылған оҙонса күмәс – хлебцы йәки татлы булмаған печенье алырға ла була) 100 грамм эремсек, 1 ҡыяр, 2 редис, 1-2 ҡалаҡ ҡаймаҡ, салат япраҡтары, тәменсә тоҙ, йәшел һуған йәки башҡа тәмләткес үләндәр кәрәк.
Эремсеккә ҡаймаҡ, ваҡ итеп туралған йәшел һуған, тоҙ һалып болғатабыҙ. Икмәккә салат япраҡтарын йәйәбеҙ, өҫтөнә эремсекле ҡатнашманы яғабыҙ. Ҡыяр менән редисты киҫәктәргә бүлеп, эремсек өҫтөнә теҙәбеҙ.

Читайте нас: