+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
6 Июнь 2019, 17:52

Яҙғы ләүештәр

Танһыҡ йәшеллек донъяны йәмләй, үлән-сәскәләр һутҡа тулыша, аллы-гөллө сәскәләр күҙҙең яуын ала. Яҙҙың күркәмлегенә һоҡланып, ул биргән бәрәкәтле йәшеллектән шифа алыу мәле лә икәнлеген онотмайыҡ, әхирәттәр! Бөгөн Салауат ҡалаһынан Бүләк ИСМӘҒИЛЕВА журнал уҡыусыларға ғаиләһенең һәм дуҫтарының иң яратҡан тәмлекәстәрен бешереү серҙәрен өйрәтергә теләй.

Юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Бүләк Сәмиғулла ҡыҙының ҡул эштәре күҙҙең яуын алырлыҡ. Атлас таҫмаларҙан картиналар сигә, өй эсен биҙәгән ҡурсаҡтар эшләй, бәйләй ҙә. Милли аш-һыуҙарыбыҙ менән төптән ҡыҙыҡһынып, уҡыусыларына ла өйрәтә. Улар тураһында мауыҡтырғыс мәғлүмәттәр генә йыйып ҡалмай, бауырһаҡ, сәк-сәк, ҡомалаҡ әсеткеһенән икмәк, төрлө эслекле бәлештәр, урамалар бешерә. Алтын ҡуллы ҡатындың тәмле ризыҡтарын тормош иптәше Ирек менән балалары Диана, Камилла, Муса ла, туғандары һәм дуҫтары ла тәмләргә ярата.
«Ҡамырҙан тиҙ генә бер нәмә әтмәләп алғығыҙ килгәндә, ошо бәрәмәсте әҙерләргә мөмкин», – ти Бүләк Сәмиғулла ҡыҙы.
Картуф менән йыуанан бәрәмәс
Ҡамыр өсөн 300 миллилитр сейләй әсегән һөт, 6 ҡалаҡ көнбағыш майы, 2 балғалаҡ шәкәр, 1 балғалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ ҡоро сүпрә, кәрәгенсә он алабыҙ.
Эслеккә 4 эре картуф, бер тотам йыуа, 1 ҡалаҡ аҡ май, тәменсә тоҙ, борос, үҫемлек майы кәрәк.
Күрһәтелгән ризыҡтарҙан ҡамыр баҫабыҙ. Эслек әҙерләйбеҙ. Бының өсөн картуфты әрсеп, тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ ҙә аҡ май һалып иҙәбеҙ. Йыуаны кәрәгенсә таҙартып, йыуып, турайбыҙ һәм 3-4 минут майҙа ҡыҙҙырып алабыҙ. Шунан уны картуф иҙелмәһенә ҡушып бутайбыҙ. Борос өҫтәргә мөмкин.
Ҡамырҙы тигеҙ өлөштәргә бүлеп, 10 – 16 сантиметр ҙурлығында йәймәләр йәйәбеҙ. Уртаһына эслек һалып, бәрәмәстәр эшләйбеҙ. 180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 15 – 20 минут бешереп алабыҙ.
Эслекте йомортҡа менән әҙерләргә лә мөмкин. Бының өсөн 6 йо­мортҡаны бешерәбеҙ ҙә турайбыҙ. Бер тотам йыуаны алдағыса әҙерләйбеҙ. Тәменсә тоҙ, борос, 2-3 ҡалаҡ ҡаймаҡ өҫтәп бутайбыҙ. Бәрәмәстәр эшләп, шулай уҡ бешереп алабыҙ.

Бүләк ИСМӘҒИЛЕВА фотоһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: