-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
15 Май 2019, 17:15

Татлыҡай

2 стакан он, ярты стакан шәкәр, 100 г аҡ май, ¼ балғалаҡ аш содаһы. Эслек өсөн 500 г эремсек, 3 йомортҡа, ярты стакан шәкәр, бысаҡ осонда ванилин кәрәк.

Эремсекте иләк аша үткәрәбеҙ, йомортҡа һәм шәкәр ҡушып туғыйбыҙ. Эҫе һыу менән иретелгән ванилин ҡушабыҙ.


Аҡ майҙы ваҡ киҫәктәргә бүләбеҙ, он, шәкәр менән бергә икмәк вағы кеүек булғансы ыуабыҙ. Аш содаһы өҫтәп болғатабыҙ.


Майлы табаға ҡамырҙың яртыһын тигеҙ генә ҡалынлыҡта һалып сығабыҙ. Өҫтөнә – эремсек эслеген, шунан тағы ла ҡамырҙың ҡалған өлөшө менән ҡаплайбыҙ. 220 градусҡаса эҫетелгән мейестә 15-20 минут бешерәбеҙ.
Читайте нас: