-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
5 Апрель 2019, 17:24

Дүрт быуын әҙерләгән табын

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Римма ҠАҺАРМАНОВА театр һөйөүселәрҙең күңелен үҙенсәлекле ролдәре менән яуланы. Республика кимәлендәге концерт-сараларҙы оҫта алып барыусы итеп тә йыш күрәбеҙ уны. Эштә лә уңған, өйҙә лә егәрле Римманы бөгөн хужабикә булараҡ асырға теләйбеҙ. Уның әсәһе, өләсәһе менән ҡартатаһы ҡунаҡҡа килгән мәлде тап килтереүебеҙгә айырыуса ҡыуандыҡ. Шулай итеп, дүрт быуын ҡатын-ҡыҙҙан аш-һыу серҙәрен һораштыҡ.

«Атайым да, әсәйем дә – иҫ киткес туған йәнле кешеләр, – ти Римма. – Байрамдарҙа яҡындарыбыҙҙы йыйырға яраталар. Йәйен күмәкләп ҡырға сығыу ҙа матур йолаға әүерелгән. Унда төрлө ғөрөф-ғәҙәт­тәрҙе иҫкә төшөрәбеҙ, милли аш-һыуҙарыбыҙҙы әҙерләйбеҙ».
Актрисаның әсәһе Зәлифә апай ғаиләһен «ҡаҙаҡ һалмаһы» менән һыйларға ярата. «Бөрйән ырыуының ҡаҙаҡ араһынан мин үҙем, – ти ул. – Ғаиләбеҙҙә яратып бешергән был ризыҡтың атамаһы шунан киләме икән... Йылҡы итен тик үҙемдең тыуған Баймаҡ районы Байыш ауылынан алырға тырышабыҙ. Ирәндек һыртында ҡылған ғына ашап үҫкән йылҡының тәме лә башҡаса».
«Ҡаҙаҡ һалмаһы»
Был ашамлыҡты һимеҙ йылҡы итенән әҙерләйбеҙ. Һарыҡ, һыйыр итенән дә бешерергә була. Ул өс өлөштән тора: ит, һалма, һурпа.
Йылҡы ите менән ҡаҙынан һурпа ҡуябыҙ. Бауырын, ҡарта-ҡарынын айырым бешерәбеҙ. Туртаһын алғас, әрселмәгән һуған һалып ебәрәбеҙ. Шулай итһәң, ит тәмлерәк, ә һурпаһы хуш еҫле, үтә күренмәле була. Ит бешеп сыҡҡас, тәүҙә һурпаның тоҙлоғон һөҙөп алабыҙ, унан итен алып һыуытабыҙ. Ә һурпаны һөҙөп әҙерләп ҡуябыҙ.
Беҙҙә итте ирҙәр бүлә. Ғәҙәттә, был эш ҡатын-ҡыҙҙар һалма әҙерләгән ваҡытта башҡарыла. Ит табынға ике төрлө итеп әҙерләнә. Беренсеһе: һалмалы табаҡҡа һалырлыҡ итеп турайбыҙ. Икенсеһе – «өлөш». Һөйәкле йә эре итеп туралған итте, бауыр өҫтөнә һалынған ҡаҙы, ял телемдәрен, ҡарта-ҡарын киҫәктәрен ҙур тәрилкәгә өлөшләп теҙәбеҙ. Майлы итте бауыр менән ҡушып ашағанда, улар бер-береһен тулыландыра, ҡайһыһының – ҡоро, икенсеһенең артыҡ майлы булыуы ла һиҙелмәй.
Һалма өсөн йоҡа ғына итеп йәймә йәйәбеҙ. Ҡамырҙы ғәҙәттәгесә, йомортҡаға бер аҙ һыу ҡушып баҫабыҙ. Ул саҡ ҡына һурыҡһын, әммә артыҡ кибеп тә китмәһен – ваҡытты шулай самалайбыҙ. Бындай һалма ғәҙәттә ҙур усаҡта, оло ҡаҙанда бешерелә, шуға ла өләсәйҙәр унда һалма йәймәһен бөтөн, түңәрәк килеш алып сыға ла һала торғайны. Беҙ әле ҡала шарттарына яраҡлашып әҙерләйбеҙ, шуға ла йәймәне 4 – 6 өлөшкә бүлдек. Шунан һурпаға төшөрәбеҙ, 5 – 10 минутта ул бешеп тә сыға. Уны ҡайнар һурпалы тоҙлоҡ һалынған оло табаҡҡа тишекле сүмес менән һөҙөп һалабыҙ. Һалма ойошмаһын, йәбешмәһен өсөн, һурпала бешергәс, һалҡын һыуҙа сайҡатып алырға ла мөмкин. Шунан эҫе тоҙлоҡло һурпаға һалалар инде.
Һалманы ҙур табаҡта, өҫтөнә ҡабымлыҡ итеп туралған итте һалып, өҫтәл уртаһына ултыртабыҙ. Һәр кем шунан үҙ тәрилкәһенә һалып ала. Ҡул менән ашарға ла мөмкин.
Бер аҙ ит, һалма ейгәс, ҡорот, борос менән тәмләндерелгән һурпаны ағас кәсәләргә, беҙ уны «баҙарҡай» тип йөрөтәбеҙ, һалып тәҡдим итәбеҙ.
Ит бүлеү – ирҙәр эше, тигәйне Зәлифә апай. Бөгөн уға атаһы, Римманың Хәйривара ҡартатаһы ярҙам итте. БАССР-ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы ул, заманында «Йылайыр» совхозының бөтә илгә дан алыуында уның да өлөшө бар. Йәнбикә өләсәһе иһә ғүмер буйы ашнаҡсы булып эшләү осоронда нисә ҡаҙан аш бешергән икән?! Һикһәнде уҙһалар ҙа, икеһе лә етеҙ, теремектәр, һис тик ултырыуҙы өнәмәйҙәр. Бөгөн Йәнбикә инәй беҙгә үҙе лә бала сағында яратып ашаған, аҙаҡ балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен, хәҙер иһә бүлә-бүләсәрҙәрен дә һыйлаған тәмле сөсө икмәк бешереп күрһәтте.
Сөсө икмәк
Элек көлдә бешергәндәр уны, әммә әле ҡала фатирында электр мейесендә әҙерләнһә лә, иҫ киткес тәмле килеп сыға. «Ҡапыл ғына кеше килһә, икмәгең етерлек түгел икән, тиҙ генә ошоно баҫаһың да бешереп тә алаһың. Балалар ҙа бик ярата», – ти Йәнбикә инәй.
250 миллилитр һөткә 250 миллилитр һыу (ярты литр ойоған һөт тә ярай), 300–400 грамм аҡ май (ҡаймаҡ, һары май, һис булмаһа маргарин менән алмаштырырға мөмкин), ярты балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ аш содаһы, самалап он алына, 1-2 ҡалаҡ һары май кәрәк була.
Йылы һыу, һөттө ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Уны табаға тигеҙ итеп йәйеп, ҡыҙыу мейестә бешерәбеҙ. Алғас, ике яғын да һары май менән майлайбыҙ.
Балаларға бәләкәс түңәрәктәр яһап бешерергә лә була.
Римма үҙе ҡунаҡ килгәндә, милли һыйҙарыбыҙҙан тыш, тағы ла заманса ашамлыҡ – сыр аҫтындағы итте хуп күрә. «Әҙерләүе тиҙ һәм еңел, ғәҙәттә һәр өйҙә булған ризыҡтар ғына талап ителә, ите лә, гарниры ла бергә, шуға бик уңайлы», – ти актриса.
Ҡатламалы ит
1,5 килограмм ит, 1 килограмм картуф, 4-5 баш һуған, 4-5 помидор, 350 – 400 грамм ҡаты сыр, тоҙ, борос, бер нисә тырнаҡ һарымһаҡ, табаға үҫемлек майы кәрәк.
Һуғанды әрсеп турайбыҙ ҙа майлы табаның төбөн ҡапларлыҡ итеп һалабыҙ. Итте турағыстан үткәрәбеҙ һәм тәменсә һуған, тоҙ, борос, һарымһаҡ ҡушып бутайбыҙ, шунан табаға тигеҙ итеп йәйеп һалабыҙ. Өҫтөнән майонез яғабыҙ, өйҙә эшләнгәне булһа, бигерәк һәйбәт. Киләһе ҡатламға тигеҙ түңәрәктәр итеп туралған картуфты теҙеп сығабыҙ. Тоҙ һибәбеҙ, майонез яғабыҙ. Шунан нәҙек ҡулсалап ҡырҡылған помидорҙы теҙәбеҙ. Уның урынына татлы борос һалһаң да бик килешә.
200 градусҡаса эҫетелгән мейескә ҡуябыҙ. Ярты сәғәт самаһы бешерәбеҙ. Бешеп сығырҙан 5 минут алда өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибәбеҙ.
Римманың ҡыҙы Әминәгә туғыҙ йәш. Ул да әсәһе, өләсәләре янында йөрөп, хужабикәләргә кәрәкле һәр серҙе үҙләштерергә, ярҙамлашырға тырыша, ҡустыһы Әмирханға ла күҙ-ҡолаҡ булырға өлгөрә. Бына ул бөгөн беҙгә ошондай турама әҙерләп күрһәтте.
Кишерҙән турама
2 кишер, 100 грамм иретелгән сыр, ярты стакан йөҙөм кәрәк.
Кишер менән сырҙы ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Яҡшылап йыуылған йөҙөмдө ҡушып болғатабыҙ. Салат япраҡтары йәйелгән тәрилкәләргә өйөп һалабыҙ. Ҡыяр киҫәктәре менән биҙәргә мөмкин.
«Хеҙмәт һөйөп үҫһен ул балалар, – ти Зәлифә апай. Шунан үҙенең тәүге тапҡыр икмәк һалғанын иҫкә төшөрә: – 6-сы класта уҡыған мәлем. Әсәйем ҡулын яндырған ине. Ул саҡта ни, кибеттә икмәк һатылмай. Икмәкһеҙ йәшәп булмай бит инде, тәүәккәлләп үҙем һалырға булдым. Әсәйем өйрәтеп торҙо, мин барыһын да ул ҡушҡанса эшләнем. Ҡамыр менән дуҫлашыуым шулай башланды».
«Ауыл ерендә балалар эшкә үҙенән-үҙе өйрәнә бит ул, – тип ҡушыла Римма. – Бер саҡ әсәйем менән атайым һарыҡ һуйҙылар ҙа ашығыс ҡайҙалыр киттеләр. Кәритәлә ятҡан ҡарта-ҡарынын күргәс, түҙмәнем, алдым да таҙарта башланым. Уға тиклем бындай эште башҡарырға тура килмәһә лә, нисек тотонғандарын күреп йөрөйһөң бит. Әсәйемдәр ҡайтыуға эш бөткәйне инде...»
Шулай килешеп, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе яңыртып, олоно – оло, кесене кесе итеп йәшәйҙәр был ғаиләлә.

Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Читайте нас: