2 кг помидор, 2 кг ҡыяр, 1 кг татлы борос, 1 кг ташҡабаҡ, 1 кг патиссон, 2-3 лавр япрағы, 5 бөртөк ҡара борос, әнис (укроп), сельдерей, шәфәри (петрушка) үләндәре, маринад өсөн 1,3 литр һыуға 4 ҡалаҡ лимон кислотаһы кәрәк.
Банканың төбөнә йәшел үләндәр, лавр япрағы, ҡара борос төшөрәбеҙ. Артабан йәшелсәләрҙе ҡатлап һалабыҙ, араларына йәшел тәмләткес үләндәр өҫтәй барабыҙ. Маринадты ҡайнатабыҙ ҙа 60 градусҡаса һыуытабыҙ, шунан йәшелсәләрҙе ҡапларлыҡ итеп өҫтөнә ҡоябыҙ. Һыулы кәстрүлгә ултыртып, 3 литрлы банкаларҙы 25 минут стерилләйбеҙ. Яҡшылап ҡаплайбыҙ ҙа, банкаларҙы баштүбән әйләндереп ҡуябыҙ, һыуынғансы тотабыҙ.
1 кг помидорға 1 кг кәбеҫтә, 1 кг татлы борос, 350 г кишер, 300 г һуған, 50 г тоҙ, 50 г шәкәр, 250 мл үҫемлек майы, 80 мл 9 процентлы аш һеркәһе кәрәк.
Йәшелсәләрҙе үҙебеҙ теләгәнсә турайбыҙ. Тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы, аш һеркәһе һалып бутайбыҙ. Стерилләнгән банкаларға тултырып, һыулы кәстрүлдә тотабыҙ (ярты литрлы банка өсөн 40 минут ваҡыт кәрәк). Яҡшылап ҡаплап, баштүбән әйләндерәбеҙ ҙә йылы итеп урап ҡуябыҙ, һыуынғансы тотабыҙ.
2,5 кг ҡыяр, 1 кг помидор, 3 баш һарымһаҡ, 1 тотам әнис (укроп), яртышар стакан шәкәр, аш һеркәһе, үҫемлек майы, 1,5 ҡалаҡ тоҙ кәрәк.
Помидорҙы ит турағыс аша үткәрәбеҙ ҙә тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы ҡушып болғатабыҙ һәм утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң утты кәметәбеҙ. 10 минуттан түңәрәкләп ҡырҡылған ҡыяр киҫәктәрен һалабыҙ. Тағы ла 10 минут ҡайнатабыҙ. Иҙелгән һарымһаҡ, ваҡ итеп туралған әнис, аш һеркәһе өҫтәп, 5 минут ҡайнатабыҙ. Стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡаплайбыҙ ҙа баштүбән әйләндереп һыуытабыҙ.
3 кг помидор, 2 кг ташҡабаҡ, 8 татлы борос, 2 баш һарымһаҡ, 200 г шәкәр, 2 ҡалаҡ тоҙ, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, 2 ҡалаҡ аш һеркәһе кәрәк.
Помидорҙы эре булмаған киҫәктәргә бүләбеҙ ҙә тоҙ, шәкәр һалып утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнағандан һуң 10 минут үткәс, шаҡмаҡлап туралған ташҡабаҡ менән татлы борос өҫтәйбеҙ, үҫемлек майы ҡушабыҙ.
15 минуттан иҙелгән һарымһаҡ ҡушабыҙ, тағы 15 минут ҡайнатабыҙ. Аш һеркәһе һалабыҙ, шунан ҡайнап сығыу менән эҫе стерилләнгән банкаларға тултырып, ябабыҙ ҙа һыуынғансы түңкәреп ҡуябыҙ.
2 кг помидорға 2 кг алма йәки 1 л алма һуты, 3 баш һарымһаҡ, 1 ҡалаҡ тоҙ, 8 бөртөк ҡара борос кәрәк. Шәфәри һалырға ла була.
Алманан һут һығып алабыҙ. Тоҙ һалып, утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас 7 – 10 минут тотабыҙ. Помидорҙарҙы стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ, әрселгән һарымһаҡ, ҡара борос һалабыҙ. Өҫтөнә ҡайнар алма һутын ҡоябыҙ ҙа, ҡаплап, банкаларҙы баштүбән ҡуябыҙ. Һалҡынса урында һаҡлайбыҙ.
1,5 кг помидорға 2 балғалаҡ тоҙ, 4 ҡалаҡ үҫемлек майы кәрәк. Бер нисә тырнаҡ һарымһаҡ, тәмләткес үләндәр өҫтәргә лә була.
Помидорҙы сәнске менән бер нисә урындан тишеп сығабыҙ. Табала майҙы ҡыҙҙырып, помидорҙы һалабыҙ ҙа өҫтөн ҡаплап, 5 – 7 минут һайын уларҙы әйләндереп тороп, барыһы 17 – 25 минут ҡыҙҙырабыҙ. Стерилләнгән банкаға помидорҙың бер өлөшөн һалғас, тоҙ һибәбеҙ, тағы ла помидор һалабыҙ, тулғансы шулай ҡабатлайбыҙ. Ҡыҙҙырғанда сыҡҡан һутын да ҡоябыҙ. Ябып, йылы итеп төрөп ҡуябыҙ. Аҙаҡ һалҡынса урында һаҡлайбыҙ.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2018) һанында уҡығыҙ.