+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
29 Август 2018, 13:04

Беште еләккәйҙәре!

Ҡояштың йылыһынан, яҡты нурынан, ләйсән ямғырынан, ерҙең һутынан йәшәү көсө алып, алланып бешә еләктәр!

Ҡояштың йылыһынан, яҡты нурынан, ләйсән ямғырынан, ерҙең һутынан йәшәү көсө алып, алланып бешә еләктәр!
«Йәй – ожмахҡа эләккән мәл,
Йәннәт ашъяулыҡтары
Емеш-еләк менән тулы –
Йөрөмә йоҡлап бары!» – тип яҙған шағирә Гүзәл Ситдиҡова. Силәктәребеҙҙе мөлдөрәмә тултырайыҡ, еләк бешкән ҡыҫҡа ғына мәлде үткәреп ебәрмәйек, тәмле-татлы, файҙалы ризыҡтар әҙерләп, ғаиләбеҙҙе ҡыуандырайыҡ! Йәйге муллыҡтың ҡәҙерен беләйек!

Еләктән бөйөрөк
350 грамм еләк, 300 грамм он, 70 грамм манный ярмаһы, 2 йомортҡа, 150 грамм ҡатыҡ (ке­фир), 150 грамм шәкәр, 125 грамм аҡ май, ярты балғалаҡ аш содаһы, 10 грамм ванилле шәкәр, 1 бал­ғалаҡ лимон ҡабығы (цедра), 1 семтем тоҙ, шәкәр онтағы кәрәк.
Аҡ майҙы шәкәр, ванилле шәкәр һалып туғыйбыҙ, шул арала берешәрләп кенә йомортҡаларҙы өҫтәйбеҙ. Ҡатыҡҡа аш содаһы, лимон ҡабығы ҡушабыҙ ҙа майлы-йомортҡалы ҡатнашмаға һалабыҙ. Он, тоҙ, манный ярмаһы менән ҡамыр әҙерләйбеҙ.
Табаны майлайбыҙ ҙа саҡ ҡына он һибәбеҙ һәм, ҡамырҙы һалып, өҫтөн тигеҙләйбеҙ. Еңелсә генә батырып, еләк теҙәбеҙ.
180 градус эҫелектәге мейестә 50 минут самаһы бешерәбеҙ. Өҫтөн шәкәр онтағы менән биҙәргә мөмкин.

Француздарса бөйөрөк
Эслеккә 500 грамм еләк, 100 грамм шәкәр, 1 балғалаҡ кукуруз крахмалы, ҡамыр өсөн 250 грамм он, 175 грамм аҡ май, 2 йомортҡа һарыһы, 1 лимон ҡабығы, 2 ҡалаҡ һыу, 2 ҡалаҡ шәкәр онтағы, бер семтем тоҙ кәрәк.
Ҡаты майҙы ҡырғыстан үткәрәбеҙ йә ваҡ итеп бүлгесләйбеҙ. Онға шәкәр онтағы, тоҙ ҡушып болғатабыҙ, шунан май, лимон ҡабығы һалып ыуабыҙ (комбайн ҡулланырға була). Йәһәт ҡыланырға, майҙы иретмәҫкә кәрәк. 1 йомортҡа һарыһы менән ныҡ һалҡын һыу һалып, ҡамыр баҫабыҙ ҙа йомарлап, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
1 сәғәттән ҡамырҙы йәйәбеҙ ҙә табаға һалабыҙ. Пергамент ҡағыҙ өҫтөндә йәйеп, шул уҡ ҡағыҙы менән табаға күсереү бик уңайлы. Йәймәгә саҡ ҡына крахмал һибәбеҙ, был еләктән сыҡҡан һутты һеңдереү өсөн һәйбәт. Еләктәр теҙәбеҙ ҙә шәкәр һибәбеҙ. Ҡамырҙың ситтәрен ҡайтарып эслек өҫтөнә ян-яҡлап һалып сығабыҙ. Саҡ ҡына һыу ҡушылған йомортҡа һарыһын һылайбыҙ, шәкәр, кунжут орлоғо, мәк һибергә мөмкин.
180 градус эҫелектәге мейестә 25 – 30 минут алһыуланғансы бешерәбеҙ. Табынға туңдырманан шарсыҡ менән тәҡдим итеү килешә.

Бешермәй торған тарт*
300 грамм еләк, 300 грамм эремсек, 300 грамм печенье, 120 грамм шәкәр, 100 миллилитр 10 процент ҡуйылыҡтағы һөт өҫтө, 100 грамм аҡ май, 100 миллилитр һыу, 20 грамм желатин кәрәк.
Печеньены ит турағыс аша үткәреп ваҡлайбыҙ ҙа өйҙә тороп йомшарған аҡ майҙы һалып бутайбыҙ. Һауыт төбөнә һалабыҙ, ситен саҡ ҡына күтәрә бирәбеҙ. 20 минутҡа һыуытҡысҡа оҙатабыҙ. Желатинға һыу ҡойоп, 10 минут ебетәбеҙ. Шунан ирегәнсе утта тотабыҙ. 2 ҡалаҡ желатинды алып ҡалабыҙ, ҡалғанын һөт өҫтө менән болғатабыҙ.
Йомшаҡ эремсекте шәкәр менән туғыйбыҙ, шунан һөт өҫтө ҡатнашмаһын ҡушып бутайбыҙ. Печенье өҫтөнә һалып тигеҙләйбеҙ ҙә 10 минутҡа һалҡынға ҡуябыҙ. Артабан нәҙек итеп ҡырҡылған еләкте теҙеп сығабыҙ, өҫтөнә баяғы ҡалған желатин яғабыҙ. 20 минут самаһы һалҡында тотоп алғас, тарт әҙер.

Еләкле турама
150 грамм еләккә 100 грамм ҡыяр, 1 шафталы (персик), 1 армыт (груша), ярты стакан тәбиғи йогурт йәки сөсө ҡатыҡ кәрәк.
Еләкте уртаға бүләбеҙ, ҡыярҙы, шафталыны, армытты ваҡ киҫәктәргә турайбыҙ. Бер нисә еләкте йогуртҡа һалып иҙәбеҙ. Барыһын бергә һалабыҙ ҙа өҫтөнә йогуртты ҡоябыҙ.

Дөгөлө тәмлекәс
Стакан ярым еләк, 1 стакан дөгө ярмаһы, 1 стакан һөт, 1 стакан һөт өҫтө, тәменсә шәкәр кәрәк.
Һөттә дөгө бутҡаһы бешерәбеҙ, шәкәр өҫтәргә мөмкин. Еләкте 2 йәки 4 өлөшкә бүләбеҙ ҙә һыуынған бутҡаға өҫтәйбеҙ, туғылған һөт өҫтөн ҡушабыҙ. Яҡшылап бутап, һауыттарға һалабыҙ ҙа 1 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Өҫтөн еләк менән биҙәп, сәй янына бирәбеҙ.

Эремсекле татлыҡай
200 грамм еләк, 200 грамм эремсек, 1-2 ҡалаҡ шәкәр, 30 грамм ҡушылмаһыҙ шоколад кәрәк.
Эремсеккә шәкәр һалып бутайбыҙ. Бер нисә өлөшкә бүленгән еләк ҡушып болғатабыҙ. Һауыттарға һалып, өҫтөн еләк, ҡырғыстан үткәрелгән шоколад менән биҙәйбеҙ.

Ҡаймаҡлы десерт
1 стакан еләк (ҡурай еләге йә бөрлөгән дә килешә), 1 стакан 20 процентлы ҡаймаҡ, 100 грамм онталыусан печенье, 30 грамм шәкәр, биҙәү өсөн бөтнөк япраҡтары кәрәк.
Һауыттың төбөнә онталған печенье, уның өҫтөнә шәкәр һалып туғылған ҡаймаҡ (тағы ла ҡабатларға була) һалабыҙ ҙа ярты сәғәт һалҡында ултыртып алабыҙ. Шунан өҫтөн еләк менән тултырабыҙ. Биҙәү өсөн бөтнөк япрағын ҡулланабыҙ.

*Тарт – өҫтө ҡапланмаған асыҡ бөйөрөк. Ыуалыусан ҡамырҙан әҙерләнә, эслеге төрлө була.
Читайте нас: