-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
17 Май 2018, 13:31

Яҙҙың үҙ дауаһы

Яҙ! Берсә ҡояшлы көндәре, сут-сут һайраған ҡоштар тауыштары менән ҡыуандыра, берсә әсе еле, һалҡын ямғыры менән йәйгә тиклем әле иртә икәнен иҫкәртә ул.

Яҙ! Берсә ҡояшлы көндәре, сут-сут һайраған ҡоштар тауыштары менән ҡыуандыра, берсә әсе еле, һалҡын ямғыры менән йәйгә тиклем әле иртә икәнен иҫкәртә ул. Оҙон ҡыш арытҡан, организмдағы витаминдар һыуыҡ мәлдә ауырыуҙарға ҡаршы тороуға тотонолоп, байтаҡҡа кәмегән. Сәбәпһеҙгә хәл бөтөү, кәйеф төшөнкөлөгө, тамаҡҡа аш бармау, тырнаҡтың тиҙ һыныусанға әйләнеүе, сәс ҡойолоу, тире ҡороуы авитаминоз тураһында һөйләй. Ҡыш буйы һаҡланған йәшелсә-емештең файҙаһы юҡҡа сыҡҡан, ә яңылары үҫкәнсе иртәрәк. Сәләмәтлегебеҙ ныҡлы булып, наҙлы яҙҙың күркәмлеген бар матурлығында күрергә, һауаның сафлығын тойорға беҙгә киптерелгән емеш-еләк, сәтләүектәр, шифалы үлән сәйе ярҙам итер, тигән фекерҙә биолог, Башҡорт дәүләт аграр университеты доценты Гөлназ Рим ҡыҙы ХӘСӘНОВА.


Гөлйемеш. С витаминына бай был ҡыуаҡты «май раузаһы» тип тә йөрөтәләр. 1 ҡалаҡ киптерелгән гөлйемеште иҙәбеҙ ҙә, 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут ҡайнатабыҙ. 2-3 сәғәт төнәтәбеҙ. Был сәйҙе көнөнә 3-4 тапҡыр ярты стакан самаһы эсәбеҙ.

Материалдың тулы варианты менән журналдың 4-се (2018) һанында таныша алаһығыҙ.

Читайте нас: