-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
21 Март 2018, 18:09

Хуш еҫ бөркә рәйхан

Күнегелгән ризыҡҡа ла яңы тәм, ҡабатланмаҫ хуш еҫ бирә соустар. Уларҙың төҫө лә тәғәмде күрер күҙгә күркәм итә.

Күнегелгән ризыҡҡа ла яңы тәм, ҡабатланмаҫ хуш еҫ бирә соустар. Уларҙың төҫө лә тәғәмде күрер күҙгә күркәм итә.


Ҡыҙыл көртмәленән соус төрлө ит менән ашарға һәйбәт.


1 стакан ҡыҙыл көртмәлегә 3 ҡалаҡ шәкәр, 10 грамм аҡ май, берәр семтем ҡәнәфер, дәрсен (корица), кардамон тәмләткестәре кәрәк була.

Һауытҡа ҡыҙыл көртмәле, шәкәр, аҡ май һалабыҙ, тәмләткестәр ҡушабыҙ ҙа уртаса утта бер аҙ ҡуйырғансы ҡайнатабыҙ. Көйөп китмәһен өсөн болғап торабыҙ. Һыуытып, ит менән табынға бирәбеҙ.


Мүк еләге лә ит менән бик килешә.

250 грамм мүк еләге, ярты әфлисун, 2 ҡалаҡ шәкәр онтағы, 2 ҡалаҡ бәлзәмле һеркә, бер семтем онталған дәрсен кәрәк.

Әфлисундың һутын һығып алып, ҡабығын ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Мүк еләге, шәкәр онтағы, бәлзәмле һеркә, дәрсен ҡушып, уртаса утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, утын кәметәбеҙ, тағы 10 минут тотабыҙ. Ара-тирә бутап торабыҙ. Һыуытабыҙ. Табынға биргәндә әфлисун ҡабығы менән биҙәйбеҙ.


Лимон менән һарымһаҡтан эшләнгәне йәшелсә турамаларына һалырға, картуф һәм ит ризыҡтарына ҡушып ашарға бик йәтеш.

1/3 стакан зәйтүн майы, 3 ҡалаҡ лимон һуты, 1-2 тырнаҡ һарымһаҡ, тәменсә тоҙ, ҡара борос кәрәк.

Һарымһаҡты әрсеп иҙәбеҙ ҙә лимон һуты, зәйтүн майы һәм тәмләткестәр менән яҡшылап болғатабыҙ. 10 – 15 минут ултырып торһон.


Авокадоны икмәккә һыларға, татлы булмаған печенье, йәшелсәнән үҙегеҙ эшләгән чипсы менән рәхәтләнеп ашарға мөмкин.

2 авокадоға ярты стакан ҡаймаҡ, 2 ҡалаҡ туралған кинза (йә әнис), 2 ҡалаҡ зәйтүн майы, 2 ҡалаҡ алма һеркәһе, бер семтем тоҙ кәрәк.

Авокадоны әрсеп, төшөн алабыҙ. Ҡаймаҡ, йәшел үлән, алма һеркәһе, зәйтүн майын һалып, блендерҙа иҙәбеҙ. Тоҙ өҫтәп болғатабыҙ.


Бәшмәкле соус ит, картуф, билмәндең тәмен үҙенсәлекле итә.

200 грамм аҡ көләпә бәшмәге, 1 баш һуған, 150 грамм ҡаймаҡ, 2-3 ҡалаҡ туралған йәшел үлән, 1-2 тырнаҡ һарымһаҡ, үҫемлек майы кәрәк.

Һуған менән бәшмәкте майлы табала 15 минут самаһы ябыҡ килеш быҡтырабыҙ. Ҡаймаҡ ҡушабыҙ. Тағы 5 – 7 минут быҡтырғас, ваҡ ҡына итеп туралған йәшел тәмләткестәр, иҙелгән һарымһаҡ өҫтәйбеҙ ҙә утты һүндерәбеҙ. Блендерҙа иҙергә мөмкин, шул килеш тә тәмле.


Сырлы аш тәмләткес туҡмас һәм картуфҡа яңы тат өҫтәр.

200 грамм йомшаҡ сыр, 50 грамм ҡаты сыр, 1 стакан һөт өҫтө, 1 ҡалаҡ үҫемлек майы, тәменсә рәйхан (базилик), ҡара борос кәрәк.

Һөт өҫтөн, йомшаҡ сырҙы, үҫемлек майын һалып, уртаса утта ҡайнап сыҡҡансы тотабыҙ. Утты кәметеп, рәйхан һәм ҡара борос ҡушабыҙ. Болғатып торабыҙ. Ҡырғыстан үткәрелгән ҡаты сырҙы ҡушабыҙ, ул ирегәс, уттан алабыҙ.
Читайте нас: