Артыҡ ауырлыҡтан нисек ҡотолорға белмәгәндәрҙең зары менән яҡшы танышбыҙ, сөнки күптәре социаль селтәрҙә ниндәй юл менән нисә грамға кәмегәнен көн дә тиерлек күрһәтеп бара. Халыҡ әйтмешләй, оҙондо ҡыҫҡартыу еңел булһа ла, йыуанды нескәртеү ысынлап ҡатмарлы икән шул. Шулай булмаһа, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ төшөнкөлөккә лә бирелмәҫ һәм бөтә ил менән был проблема хаҡында баш та ватмаҫ инек. Ике-өс көндә билен нескәртергә ярҙам иткән билбауҙар, эске кейемдәр, массажёрҙар, сәйҙәр, витаминдар һәм тағы ҡолаҡ ишетмәгән әллә ниндәй ғәләмәттәрҙең иҫәбе-хисабы юҡ. Кешенең тышҡы ҡиәфәтен генә күҙ уңында тотоп, йәнәһе йәшәртеү, ябыҡтырыу өсөн уйлап табылған был әйберҙәрҙең хаҡы ла ат бейәһендәй. Бер уйлаһаң, бәлки, быға аптырарға ла кәрәкмәйҙер. Кешелә бар нәмә лә матур булырға тейеш, тигән бит Антон Чехов та… Шуға ҡыйбатлы ғәләмәттәрҙең кейә торғанын кейеп, эсә торғанын эсеп ҡарау ҙа яҙыҡ түгелдер. Тик бындай юлдар менән анһат ҡына ябығып буламы икән? Һөҙөмтәгә тиҙерәк ирешеү теләге ҡайһы берҙәрҙең зиһенен дә томалап ҡуя. Ябыҡтыра торған әйберҙәр менән һатыу иткән бер ҡатындың: «Был комплекс аҙыҡ-түлеккә лә көс төшөрмәй, көнө буйы туҡ йөрөйһөң, аппетит юғала», – тигәне көлкө лә, ҡыҙғаныс та. Йәшәү минимумы әҙ генә булғанда, ябығам тип бөтә ғаилә ауыҙынан өҙөп, бер айҙа 20 мең тотонһаң, башҡалар менән ултырып ашау тураһында уйлау ҙа ояттыр. Шуға ҡарамаҫтан, берәү ҙә иң арзан һәм һөҙөмтәле ысул – ике-өс көн һыуҙа ғына ултырып таҙарынып алырға теләмәй. Ниндәйҙер компанияның онтаҡтары менән еңел генә ябығырға теләгән ике ҡатын иҫкә төшә. Береһе, туҡтауһыҙ күңеле болғанып, алған нәмәһенең яртыһын да эсә алманы, икенсеһе түләгән аҡсаһын әрәм итмәҫкә тип тырышҡайны, файҙаһы күренмәне. Тағы бер ҡыҙғаныс миҫал: Әлфиә исемле ҡатын йәш сағынан тулы булды, үҙенә килешә лә ине тулылығы. Тик, кейәүгә сығып, бер-бер артлы балалар таба башлағас, ҡалынайып китте. Артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоу өсөн ни генә ҡыландырманы. Бер айҙа 20 килограмға тиклем ябыҡтырған ҡытай препараты тураһында ул да ишетте һәм ҡулланып ҡарарға булды. Ысынлап та, һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне. Үҙендәге үҙгәреш менән ҡанатланған ҡатын, аҡсаһын да йәлләмәй, тағы заказ бирҙе. Тиҙ арала нескә билгә әйләнгән Әлфиәгә таныштары сәйерһенеп ҡараһа, туғандары иһә борсола уҡ башланы, сөнки элекке Әлфиәнән кипкән таяҡ ҡына ҡалғайны. Үҙе лә ҡурҡыуға ҡалған ҡатын табипҡа барып тикшерелергә булды. Сәбәбе асыҡланмағас, әбейҙәргә лә йөрөштөрҙө. Ә үҙе дарыуҙы эсеүен туҡтатһа ла, һаман ябыҡты. Бер йыл буйы шулай ҡаңғырып йөрөй торғас, алты балаһын, ирен ҡалдырып, донъя менән хушлашты. Дөрөҫмө, түгелме, һуңынан әйтеүҙәренсә, ул эскән дарыуҙа кешене эстән ҡаҡшата торған ниндәйҙер ҡорттар булған, имеш. Насарыраҡ туҡланһаң, ниндәйҙер көсөргәнеш кисерһәң, улар бөтә организмды эстән ашай, баҡһаң.
Бөгөн популяр булған диеталарҙың да ыңғай һәм кире яҡтары етерлек. Мәҫәлән, «айырым туҡланыу» тулы кешеләрҙең ауырлығын тәртиптә тоторға ярҙам итһә лә, йәшәйешебеҙ ритмына тура килеп етмәй. Был ысулды оҙаҡ ҡулланғанда аш эшкәртеү ағзалары файҙалы матдәләрҙе үҙләштерә алмай башлай.
Япон диетаһы – төшкөгә һәм кискелеккә бешкән тауыҡ, һыйыр ите, балыҡ, бешкән йомортҡа, кишер, ҡабаҡ, һирәкләп томат һуты, емештәр, сыр, кефир – ысынлап ике аҙнала байтаҡҡа ябығырға ярҙам итә, аппетитты кәметә, һөҙөмтә яҡшы һаҡлана. Ләкин ул – бик ҡаты диета, ярты юлда ташларға ярамай. Гастрит, ашҡаҙанда сей яра, шәкәр диабеты, йөрәк ауырыуҙары булғанда бөтөнләй кәңәш ителмәй.
Кефир диетаһы. Ваҡыты-ваҡыты менән кефир ғына эсеп, ашауҙы кәметеү ниндәйҙер дәрәжәлә файҙалы ла, сөнки унда витаминдар күп. Ул ашҡаҙан, эсәктәрҙең эшмәкәрлеген дә яҡшырта. Үҙе осһоҙ ҙа. Ләкин был диетаның да кире яғы бар. Беренсенән, кефир эсеп кенә туҡ булмайһың, ашағы киләсәк. Ә инде диета бөтөү менән торт йә картуф ашаһаң, ыҙалап ирешкән һөҙөмтәнән бер нәмә лә ҡалмай. Шәкәр диабеты, гломерулонефрит, гастрит, ашҡаҙанда сей яра булған кешеләргә бармай.
Киске алтынан һуң ашамау. Ысынлап та, киске ашты сикләп, күп кеше ябыға. Әлбиттә, һөҙөмтә шундуҡ булмай, тик ул һәр ваҡытта ла ҡулланып булыуы менән уңайлы. Әммә иртән ҡоро сәй йә ҡәһүә генә эсеп эшкә киткән, көндөҙ нимә етте, шуны ашаған кешеләрҙең һаулығы ҡаҡшауы ихтимал.
Сәләмәтлеккә зыян итмәй генә ябығыр өсөн диетолог менән кәңәшләшеү мөһим. Диеталар һәйбәт һөҙөмтә бирһә, уларҙың 28 000 төрөн уйлап сығарыуҙың да кәрәге булмаҫ ине. Сәләмәт йәшәү рәүешен тотоп, дөрөҫ туҡланып ғүмер итһәк, аслы-туҡлы йөрөргә мәжбүр иткән диеталарҙың да кәрәге ҡалмаҫ.
Эльза Мөхәмәҙиева.
Фото А. Королев