- Сәс һәм тырнаҡтар һынһа. Йыш ҡына В һәм кальций төркөмө витаминдары етешмәүе тураһында һөйләй. Шытҡан иген, бойҙай бутҡалары һәм икмәк ашағыҙ.
- Теш ҡаҙналары ҡанаһа. С витамины етешмәүе ихтимал. Ул һуған, һарымһаҡ, емеш-еләк һәм йәшелсәләрҙә күп. Гөлйемеш төнәтмәһе йәки ылыҫ ҡайнатмаһы яҡшы ярҙамсы буласаҡ.
- Насар йоҡо һәм тиҙ ҡыҙыусанлыҡ. Магний һәм калий етешмәгәнлектән булыуы мөмкин. Өрөк, абрикос ҡағы, ҡара ҡарағай һәм сөгөлдөр был витаминдарға бай. Төнөн мускулдар тартышһа, шулай уҡ организмда магний һәм калий етешмәү сигналы булыуы мөмкин.
- Терһәктәрҙә “ҡаҙ тиреһе”. С һәм А витаминдары етешмәүен күрһәткән асыҡ симптом. Уларҙы бөтә йәшелсәләрҙә һәм ҡыҙғылт-һары төҫтәге емеш-еләктә: кишерҙә, ҡарбузда, помидорҙа, абрикоста эҙләгеҙ.
- Тоҙло балыҡ теләһәгеҙ. Инфекция йәки шешеү процестары киҫкенләшкәндә, тәү сиратта, бәүел-енес системаһында барлыҡҡа килергә мөмкин.
-
Мөһим! Был мәғлүмәт — үҙ һаулығы тураһында уйланыу өсөн ориентир ғына. Дөрөҫ диагностикалау һәм дауа тәғәйенләү өсөн һәр ваҡыт табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Ә һеҙ йыш ҡына организмығыҙҙың сигналдарын тыңлайһығыҙмы?
Фото Р. Хисаева.