-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
2 Октябрь 2025, 15:09

Йүткереүҙе тиҙ арала баҫыр өсөн бик шәп ысул

Был ысул ысынлап та йүткеректе тиҙ генә баҫа. Бигерәк тә төнөн яфалаған ҡоро йүткеректе.

Йүткереүҙе тиҙ арала баҫыр өсөн бик шәп ысул
Йүткереүҙе тиҙ арала баҫыр өсөн бик шәп ысул

Бер һауытҡа йомортҡа һытығыҙ, уға бер семтем аш содаһы, 2 аш ҡалағы йомшарған аҡ май, 1 сәй ҡалағы бал һалып яҡшылап болғатығыҙ.

Унан өҫтөнә бер стакан йылы һөт ҡойоғоҙ.

Ятыр алдынан эсеп ятығыҙ.

Рәхәтләнеп, йүткермәй генә йоҡлайһың 

Һау-сәләмәт булығыҙ!

 

Фото: А. Данилов.

Автор:
Читайте нас