-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
8 Апрель 2025, 11:35

Һеҙгә «поезд» килдеме?

Башҡортостанда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә йыл һайын райондарға «Сәләмәтлек поездары» сыға. БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Николаевна Ғәлимуллина менән ошо турала һөйләшәбеҙ. – Елена Николаевна, акция быйыл нисәнсе тапҡыр үткәрелә? Маҡсаты нимәлә? Һөҙөмтәләре бармы? Ниндәй ыңғай яҡтарын билдәләп үтер инегеҙ?

Һеҙгә «поезд» килдеме?
Һеҙгә «поезд» килдеме?

– «Сәләмәтлек поезы» традицион акцияға әйләнде, быйыл инде алтынсы тапҡыр үткәрелә. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республикабыҙҙың төпкөл ауылдарында йәшәгән халыҡҡа беренсел медицина-санитар ярҙам маҡсатында ойошторолдо. 2019 йылда эш башлағанда ете маршрут билдәләнгәйне. Артабан акцияға үҙгәрештәр индерелде, яңы профилактик саралар өҫтәлде, хәҙер «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы барлыҡҡа килде. Тәүҙә 280 тораҡ пунктында тикшереүҙәр үткәрелһә, 2024 йылда был һан 332-гә етте.

Әле бөтә республиканы биләгән акция алты маршруттан тора. Бында төп мобиль медицина комплекстары ҡатнаша, улар: күсмә флюорограф, маммограф, сәләмәтлек үҙәге, ФАП. Үлем осраҡтары күп, ауырыуҙарҙы билдәләү кимәле түбән булған райондарға Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының күсмә поликлиникаһы, Республика кардиология үҙәгенең, Өфө ҡалаһы

21-се клиник дауаханаһының «Ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы» медицина модулдәре сыға.

Акция сиктәрендә тәү сиратта диспансеризация үткәреү тора. Ҡан, бәүел анализдары тапшырыла, күҙ эсе баҫымы үлсәнә, табип-терапевт консультацияһы, флюорография, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн маммография үткәрелә, гинеколог ҡабул итә. Пациенттың буйын, ауырлығын үлсәү ҙә уның тураһында күп мәғлүмәт бирә.

Акция апрель айынан алып сентябрь аҙағына тиклем барасаҡ. Быйыл ул 16 апрелдә башлана. Медицина комплекстарын алдан әҙерләйбеҙ, улар техник яҡтан тикшереү үтә.

Муниципалитеттар менән килешеп эшләйбеҙ. Улар пациенттарға уңайлы шарттар тыуҙырыуҙа ярҙам итә: эскәмйәләр урынлаштыра, ҡышын көтөп ултырырға йылы урын ойоштора, йәй көнө эҫенән һаҡланыу өсөн зонттар, һыу эсергә кулерҙар ҡуя. Медицина модулдәре электр, һыу менән тәьмин итеү селтәренә тоташтырыла. Алдан хакимиәт башлыҡтары менән исемлектәрҙе барлайбыҙ, ҡайһы ауылдарға барыу, күпме кешене тикшереү тураһында килешәбеҙ. Йыл һайын диспансеризация үтеүселәрҙе акция барған ергә алып килеүҙе лә бергәләп ойошторабыҙ.

Автор:
Читайте нас