–Эйе, бөтә донъялағы һәм илебеҙҙәге кеүек үк, республикабыҙҙа ла күреү һәләте боҙолған балалар һаны йылдан-йыл күбәйә. Күптән түгел Өфө Күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты үткәргән фәнни эштәр ҙә шуны дәлилләй. Баш ҡалабыҙҙағы дүрт мәктәпте осраҡлы һайлап, биш меңгә яҡын 1–11-се класс уҡыусыһының күҙ сәләмәтлеге тикшерелде. Һөҙөмтәләр ҙур борсоуға һала: уларҙың 28 процентының ғына ике күҙе лә сәләмәт. 72 процентында теге йәки был тайпылыш бар, шуларҙың 47 процентында иһә күрәшлек асыҡланды.
– Балаларҙың күҙе нилектән боҙола?
– Бының төп сәбәптәрен атап үтәм:
– Гаджеттарҙың ҙур зарарын бала-саға түгел, беҙ, ололар ҙа, баһалап еткермәйбеҙ, ахыры...
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шулай. Телефонға йәки мониторға оҙаҡ төбәлеп ултырыуҙан күптәрҙә компьютер синдромы барлыҡҡа килә. Ул нимәнән ғибарәт? Бала яҡындан һәм йыраҡтан ваҡыт-ваҡыт тоноҡ күрә башлай, күҙе «ҡороп торған кеүек» тойғо барлыҡҡа килә, тиҙ арый, уның башы, елкәһе, арҡаһы ауырта. Мониторҙан килгән электромагнит нурҙар ҙа күҙе өсөн файҙалы түгел. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдиме буйынса, ете йәшкә ҡәҙәрге сабыйҙар өсөн гаджеттан хәүефһеҙ файҙаланыу ваҡыты – көнөнә 15–20 минут, 12 йәшкә тиклемге бала- ларға – 30 минут, 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр өсөн – 40 минут. Өйгә эште гаджет ярҙамында оҙағыраҡ эшләргә тура килә икән, йыш-йыш туҡтап, ял итеп алырға кәрәк.
– Мәктәп уҡыусылары араһында ниндәй күҙ ауырыуҙары айырыуса таралған?
– Күреү һәләте боҙолған балаларҙың яртыһы тиерлек, үрҙә әйтеп үтеүемсә, күрәшлектән интегә, йәғни алыҫтан насар күрә. Күҙ үткерлеге кәмеү йыш ҡына башҡа сирҙәр, мәҫәлән, ҡылыйлыҡ үҫешеүенә, төрлө ялҡынһыныуҙарға, селтәрсә (сетчатка) төҙөлөшө үҙгәреүенә килтереүсән. Яҡындан насар күреүселәр ҙә байтаҡ.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2024) һанында уҡығыҙ.