-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
7 Ноябрь , 17:36

Йәнкәйҙәрең ҡырҡҡа өҙөлгәндә

«Ҙур күҙҙәре төпкә батҡан ҡаршымдағы һылыуҙы, ҡапыл ҡарағанда, хәсрәткә сумған үҫмер ҡыҙ тиергә мөмкин. 42 йәшлек Алиә Өфөләге ҙур ойошмаларҙың береһендә бухгалтер булып эшләй. Ике бала әсәһе. Ире махсус хәрби операцияға юлланғас, йөрәгенә хәүеф инә. Ҡапыл уның менән бәйләнеш өҙөлгәс иһә, ашауҙан, йоҡонан яҙа. «Госпиталдәмен», – тигән хәбәре килеү менән тынысланғандай була. Әммә һаман тамағына аш бармай, төндәрен керпек ҡаҡмай уҙғара. Беҙгә килгәндә кәүҙәһенең ауырлығы 39 килограмм ғына ҡалғайны», – тип һөйләй Башҡорт дәүләт медицина университетының психиатрия, наркология һәм психотерапия кафедраһы доценты, медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип-психиатр, психотерапевт Ольга Алексеевна ПЕРМЯКОВА.

Йәнкәйҙәрең ҡырҡҡа өҙөлгәндә
Йәнкәйҙәрең ҡырҡҡа өҙөлгәндә

Украиналағы махсус хәрби операция бына ике йылдан ашыу беҙҙең тормошобоҙҙа төп тема булып тора. Яуҙа йөрөгән ҡаһарман улдарын, ирҙәрен, һөйгән йәрҙәрен көтөүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ иртән торһа ла, кис ятһа ла бер теләкте доға урынына ҡабатлай: «Иҫән-һау, еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтһындар!» Ут эсендәге ғәзиздәрен оло һөйөүҙәре менән ҡурсаларға йән атҡан ҡатындар араһында иһә хәстәрлеккә генә түгел, психологик ярҙамға ла мохтаждар етерлек.

Мәҫәлән, бына-бына аяҡтан йығылырын тойоп, табипҡа килгән Алиәне алайыҡ. «Ирем хәрби операцияға киткәс, бик бошондом. Ул шылтыратмай башлағас, бөтөнләй шаңҡып ҡалдым», – ти гел хәүефтә йәшәүсе ҡатын. Ашамайынса, йоҡламайынса эшләүҙән, холҡо үҙгәрергә торған ике үҫмер улын гел иғтибарҙа тотоуҙан, ауыр эш аҙнаһынан һуң йоҡо туйҙырып ял итәһе урынға, шәмбе һайын электричкаға ултырып, йыраҡ райондағы ҡарт әсәһе янына ҡайтып йөрөүҙән нисек бөтөрөнөүен үҙе тулыһынса баһалай ҙа алмай. Ирен эҙләп, тиҫтәләрсә хаттар яҙыу, төрлө инстанцияларға йөрөү ҙә өҫтәлгәс, йөктө саҡ тартыусы ат кеүек, һөрлөгөр сиккә етә.

Эйе, ғәзиздәре яу эсендә йөрөүсе ҡатындар хафалы уйҙар солғаны-шында йәшәй: «Ни хәлдәрҙә икән ҡәҙерлем?» Бының шулай булыуы тәбиғи ҙә. Тик ниндәй мәлдә хәүефле тойғолар сайпылып түгелеп, бөтә йәнен ялмап ала ла уны сиргә һабыштыра һуң? Хәленең ҡатмарлашып, ауырыуға әйләнеү билдәләре ниндәй?

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2024) һанында уҡығыҙ.

Йәнкәйҙәрең ҡырҡҡа өҙөлгәндә
Йәнкәйҙәрең ҡырҡҡа өҙөлгәндә
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: