– Табиптар глаукоманы «күҙ нурын урлаусы аҫтыртын бур» тип йөрөтә. Ул бик оҙаҡ ваҡыт ауыртмайынса, бер нисек тә һиҙҙермәйенсә көсәйеүе менән хәүефле. Ауырыуҙарҙың 50 проценты үҙҙәрендә был сир барлығын баштарына ла килтермәй. Йыш ҡына шулай ҙа була: офтальмологҡа килгән өләсәй йәки олатайҙың, баҡһаң, бер күҙе глаукома арҡаһында һуҡыр, икенсе күҙенең күреүе һөҙөмтәһендә быны белмәй йөрөгән. Ауырыу башланғанда, шунан яйлап ҡына йылдар дауамында ул үҫешкәндә кеше, ҡағиҙә булараҡ, һис «насар күрәм» тип зарланмай.
– Мәкерле ауырыу нисек асыҡлана?
– Глаукоманың иң төп билдәһе – күҙ эсендәге баҫымдың юғары булыуы. Башлыса сир медицина тикшереүе, диспансеризация ваҡытында беленә. Ләкин күҙ эсендәге баҫым күтәрелмәгәндә лә глаукома үҫешкән осраҡтар бар. Күптәрҙә сир икенсе стадияла, өсөнсө стадияға күсеп барған сағында асыҡлана – был ваҡытта, тейешле дауа алғанда, уның артабан көсәйеүен туҡтатып, йәғни ҡалған күҙ нурын һаҡлап ҡалырға мөмкин. Ә инде аҙаҡҡы стадияларҙа йыш ҡына күҙҙең түҙеп торғоһоҙ көслө
һыҙланыуынан яфаланалар – ундай ауырыуҙарҙың күҙ алмаһы таштай ҡатҡан була.
– Кемдәр хәүеф төркөмөнә инә?
– Беренсе сиратта был төркөмгә нәҫелендә глаукома менән сирләүсе булған кешеләр ҡарай. Ҡараһыу шулай уҡ күрәшлектән (близорукость) интегеүселәргә лә ҙур хәүеф менән янай. Бынан тыш, ҡан баҫымы түбән булыуы, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, шәкәр диабеты, иммун системаһы сирҙәре лә, күҙ эсендәге баҫымдың күтәрелеүенә сәбәпсе булып, икенсел глаукома үҫешеүенә килтереүе ихтимал.
– Глаукоманың ни рәүешле үҫешеүе тураһында һөйләһәгеҙ ине.
– Һыу шлангыһына баҫҡанда ни булғанын күргәнегеҙ бармы? Күҙ эсендәге юғары баҫым ундағы матдәләрҙең юлын тап шулай «быуа», ҡан тамырҙарын баҫа. Беҙҙең күҙҙәр шыйыҡлыҡ менән тулы. Шыйыҡлыҡ, ябай ғына итеп әйткәндә, күҙ «йөҙөп йөрөгән» туҡландырыу мөхите. Ул, бер нисә ҡат селтәрҙән торған дренаж системаһы аша һөҙөлөп, алмашынған матдәләрҙе «алып», ҡан тамырҙарына күсә. Күпме шыйыҡлыҡ бүленһә, шунса уҡ сығырға, ошо тигеҙлек һаҡланырға тейеш. Глаукома ваҡытында, машина фильтры саң менән ҡапланған кеүек, дренаж системаһы «тығыла». Яйлап күҙ нервылары зарарланып, сир тамыр йәйә.
– Глаукома арҡаһында юғалған күреү һәләтен кире ҡайтарырға мөмкинме – әйтәйек, катаракта менән сирләүселәр операциянан һуң донъяны бөтә төҫтәрҙә күрә башлаған кеүек?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ. Ләкин, әйтеүемсә, заманса дауалау алымдары менән уны туҡтатып була.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2024) һанында уҡығыҙ.