-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
28 Май , 16:11

«Күҙ алдымда – томан»

«Бөтә төҫтәр баҙыҡлығын юғалтты: ыуыҙ йәшел үләндең дә, хатта май ҡояшының да сағыулығын тоймайым. Донъяны томан аша күрә башланым», – ти был сиргә тарыусылар. Өфө ҡалаһы 8-се клиник дауаханаһының 1-се күҙ микрохирургияһы бүлеге мөдире, медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип-офтальмолог Айҙар Ғаяз улы ЙӘМЛИХАНОВ менән әңгәмәбеҙ күҙ ауырыуҙары араһында иң таралған сир – катаракта тураһында.

«Күҙ алдымда – томан»
«Күҙ алдымда – томан»

– Күҙгә яһалған операция­ларҙың 90 проценты катаракта сире менән бәйле, ти офтальмологтар. Нимә ул катаракта?
– Һорауға яуап бирер алдынан күҙ төҙөлөшөн аңлатып үтәм. Күҙ, бик ябай итеп әйткәндә, телескоп, күҙәтеү торбаһы кеүек, линза­ларҙан торған оптик система. Беренсе линза – мөгөҙсә (роговица), икенсеһе – яҫмыҡ (хрусталик). Был линзалар яҡтылыҡ нурҙарын селтәрсәгә (сетчаткаға) ебәрә.
Яҫмыҡта ҡан тамырҙары юҡ, уны пәрәүездәй ептәрҙә эленеп торған түңәрәк төймә менән сағыштырыр инем. Сәләмәт яҫмыҡ саф гәлсәр кеүек үтә күренмәле һәм яҡтылыҡты үткәреүсе тәбиғи линза бурысын үтәй. Йәш саҡта ул резинка кеүек һығылмалы, йомшаҡ була, олоғайыу менән яйлап ҡына ҡата бара. Күптәрҙә ул, ҡатһа ла, үтә күренмәле булып ҡала, ә ҡайһы берәүҙәрҙә иһә тоноҡлана башлай. Яҫмыҡтың тоноҡланыуы һәм яҡтылыҡты насар үткәреүе арҡаһында күреү һәләте насарайып, катаракта сире барлыҡҡа килә.
– Был сир кемдәрҙә үҫешә?
– Уға дусар булыусыларҙың 90 проценты – өлкән йәштәгеләр. Операцияға килеүселәрҙең күпселеге 70–75 йәштә, әммә араларында йөҙгә етеп килгәндәр ҙә бар. Һуңғы йылдарҙа был ауырыу «йәшәрә».
Шулай уҡ уның күҙҙәре йәрәхәтләнгән, радиация нурланыуы алған, оҙаҡ ваҡыт көслө дарыуҙар ҡабул иткән кешеләрҙә лә үҫешеүе ихтимал. Бик һирәкләп тыумыштан булған катаракта ла осрай – ошо сир менән донъяға килгән сабыйҙар ҙа бар.
Бынан тыш, ауырыуҙың барлыҡҡа килеүенә матдәләр алмашыныуы боҙолоуы, шәкәр диабеты, күҙҙәге башҡа сирҙәр, тәмәке тартыу йоғонто яһарға мөмкин.
– Гаджеттарҙы самаһыҙ файҙаланыу катаракта барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итәме?
– Ул турала әлегә ғилми тикшеренеүҙәр юҡ. Ләкин самаһыҙлыҡ һәр ваҡыт зыянлы икәнен былай ҙа беләбеҙ. Ун-ун биш йылдан, бәлки, иртәрәк тә, гаджеттарҙың күҙгә ниндәй зарар килтереүе, шул иҫәптән катаракта үҫешеүенә нисек тәьҫир итеүе бөтә тулылығында күренер, тип уйлайым.
– Ә сирҙе булдырмау йәки туҡтатыу саралары (мәҫәлән, дарыуҙар, гимнастика) бармы?
– Катаракта тураһында һүҙ алып барғанда дөйөм кәңәштәр урынһыҙ – һәр осраҡ айырым ҡарала. Сөнки төрлө кешелә ул төрлөсә үҫешә. Мәҫәлән, сирҙең тәүге стадияһында уҡ ҡайһы берәүҙәрҙең күреү һәләте ҡырҡа насарая – операцияға барыуҙы һуҙғанда, тиҙ арала тома һуҡыр ҡалыуҙары, сирҙең ҡатмарлы төҫ алыуы ихтимал. Икенселәрҙә катаракта асыҡланһа ла, бик аҡрын үҫешә, күҙ үткерлеге юғалмай. Ауырыу башланып ҡына торғанда ундайҙарға йыш ҡына дарыуҙар килешә – операцияны күпмелер ваҡытҡа кисектерергә, бәлки, ҡалған күҙ нурын ғүмере аҙағынаса һаҡларға булышлыҡ итергә мөмкин.
Ә гимнастикаға килгәндә, тап катарактаға ҡаршы ниндәйҙер махсус күнекмәләр тәҡдим ителмәй. Ләкин күҙ мускулдарын яҡшыртыу өсөн тәғәйендәре (мәҫәлән, ҡарашты яҡын аранан йыраҡҡа күсереү) яҫмыҡ сәләмәтлеге өсөн дә файҙалы, тип уйлайым. Әммә әҙәм балаһы тәбиғәте менән ялҡау һәм йәшен тиҙлегендә барған тормошта был күнекмәләргә ваҡыт табыусылар, ай-һай, күпме икән.
– Катарактаның билдәләре тураһында һөйләп китһәгеҙ ине...
– Әлеге сиргә дусар кеше бөтә нәмәне «томан» йәки «саңлы тәҙрә» аша күрә башлай. Уҡыу, яҙыу, тегеү кеүек эштәрҙе башҡарыу, күҙлек кейгән хәлдә лә, ауырлаша. Бүлмәлә бөтә лампочкалар ялт итеп торғанда ла яҡтылыҡ етмәгән кеүек тойола. Донъя төҫһөҙләнеп ҡала. Күп осраҡта күҙҙең рефракцияһы үҙгәрә, мәҫәлән, ҡапыл ғына «минус» үҫә башлай, йәғни алыҫтан насар күреүсе кеше йыраҡтағы әйберҙәрҙе тағы ла һүрәнерәк итеп төҫмөрләй. Эш күҙлектәлер тип, уны алмаштырырға теләп, кеше күҙлек, линза һайлай алмай яфалана, сөнки сәбәп унда түгел бит инде.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2024) һанында уҡығыҙ.

«Күҙ алдымда – томан»
«Күҙ алдымда – томан»
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: