+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
24 Апрель , 09:58

Күҙ нурыңды һаҡла!

«Күҙ алмам, күҙ нурым!» – тип өндәшәләр беҙҙә өҙөлөп яратҡан кешегә. «Күҙ ҡараһылай һаҡлайым!» – бик ҡәҙерле нәмә хаҡында һүҙ барғанда шулай тиҙәр. Күреү һәләте ҡөҙрәтен нисек баһалауын халҡыбыҙ ана шулай телмәрендә лә сағылдыра. Әҙәм балаһына Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелгән бөйөк мөғжизәне – хозур донъяларҙы мең балҡышта күреү мөмкинлеген, күҙ сәләмәтлеген нисек һаҡларға? Өфө ҡалаһы 8-се дауаханаһының 1-се күҙ микрохирургияһы бүлеге мөдире, юғары категориялы табип-офтальмолог, медицина фәндәре кандидаты Айҙар Ғаяз улы Йәмлиханов шул турала бәйән итә.

Күҙ нурыңды һаҡла!
Күҙ нурыңды һаҡла!

– Бала саҡта, күп малайҙар кеүек, летчик-космонавт булырға хыяллана торғайным. Тик атай-әсәй кәңәше буйынса медицинаны һайланым. Бәләкәйҙән көслө күрәшлек менән яфалана инем, шуға күрә лә улар минең күҙ табибы булыуымды теләгәндер инде. Мәктәп йылдарында күҙемә хатта операция яһатырға тура килде. Был миңә нәҫелдән күскән – атайым, әсәйемдең атаһы ла алыҫтан насар күрә торғайны. Беҙ студент саҡта илдә офтальмологияның йәшен тиҙлегендә үҫешеүе маҡсатыма ҡеүәт бирҙе. Бөгөн иһә медицинаның был өлкәһе, ул заман менән сағыштырғанда, әллә нисә тапҡырға етеҙерәк алға бара. Юғары технологиялар, яңы нескә алымдар, микрохирургия ҡорамалдары элек күҙ алдына ла килтереп булмаған ҡатмарлы операцияларҙы башҡарып, күреү һәләтен ҡайтарырға, йәшәү сифатын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. 


– Илдә һәр етенсе кеше теге йәки был кимәлдә күреү проблемалары менән яфалана, ти статистика мәғлүмәттәре. Моғайын, бер тиҫтә йыл элек кенә хәлдәр башҡасараҡ булғандыр? Насар күрә башлаған кешеләрҙең артыуына йәшәү рәүеше, гаджеттар сәбәпсеме?


– Бөгөн ҡеүәтле диагностика мөмкинлектәре, ун-ун биш йыл элекке менән сағыштырғанда, ауырыуҙарҙың күберәк асыҡланыуына, һөҙөмтәлә статистикала улар һаны артыуына булышлыҡ итә. Күп кенә сирҙәрҙе дауалауға ҡараш та үҙгәрҙе. Мәҫәлән, киң таралған операция – катарактаны алыу мин эшләй башлаған ваҡытта күҙ яҫмығы (хрусталик) операция өсөн «өлгөрөп» еткәс кенә яһалһа, хәҙер иһә сир моронлаған ғына сағында, йәғни күҙ алдында томан сыҡҡас уҡ эшләнә, тимәк, был ярҙамды алыу­сылар һаны ла бермә-бер арта.
Ә телефон, планшет, компьютерҙарға килгәндә, һис шикһеҙ, уларҙың зыяны ҙур – бигерәк тә йәш быуынға. Мәктәптә уҡығанда класта бер мин генә күҙлек кейә инем. Әле иһә ярты класс күрәшлектән яфалана, тиһәм дә яңылышмам. Беҙ бәләкәй саҡта телевизорҙан ике канал ғына күрһәтте – ҡайҙа унда экран алдында оҙаҡлап ултырыу! Йәнһүрәтте лә ун биш минут ҡына ҡарай торғайныҡ. Бөгөн ни ғәләмәт: сабыйҙы гаджетһыҙ ашата алмайҙар. Ирекһеҙҙән, тағы сағыштырам: беҙ оҙон мәктәп коридоры буйлап атламаныҡ, ә йүгереп йөрөнөк, бының өсөн линейкала эләгә торғайны. Бөгөн балалар йүгереүҙең ни икәнен онотто, тәнәфестә ҡулдарынан телефон төшмәй. Ә өйҙә компьютер артынан тора белмәйҙәр. Шулай булғас, ни эшләп уларҙың күҙе боҙолмаһын? Яҡындан оҙаҡ төбәлеп ҡарауҙан күҙ ифрат ҙур көсөргәнеш кисерә. Әлбиттә, баланы гаджеттарҙан бөтөнләй айырып та булмай. Әммә уларҙы ҡулланыуҙы сикләү мотлаҡ. Мәҫәлән, уға телефонда көнөнә бер сәғәт ултырырға мөмкин икән, был ваҡытты дүрткә бүлеп, ун биш минут һайын ике-өс минут ял итергә өйрәтегеҙ.
Компьютер артында эшләргә тура килгән ололарға ла ҡағыла был кәңәш. Һәр ун биш-егерме минуттан һуң тороп, тәнде яҙып, тәҙрәнән офоҡҡа баҡһағыҙ, ҡарашығыҙ ныҡ талмаҫ.
Телефон-гаджет тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнеүе арҡаһында күрәшлектән интегеүселәр артҡандан-арта. Тәү тормошта боронғо ата-бабаларыбыҙ гел йыраҡҡа, офоҡҡа ҡарап һунар итһә (ә офоҡҡа ҡарағанда күҙ мускулдары ял итә), әле бөтә эште ҡул һуҙымында, хатта танау төбөндә башҡарабыҙ. Йөҙ-йөҙ илле йылдан кешеләрҙең 99 процентында күрәшлек барлыҡҡа килеүе лә мөмкин. Күҙҙәргә төшкән даими оло көсөргәнеш әҙәм популяцияһында шулай сағылыуы бик ихтимал.

– Ковид менән сирләгәндән һуң насар күрә башланым, тип зарланыусылар байтаҡ...


– Коронавирус инфекцияһы күҙ сәләмәтлегенә ни дәрәжәлә зыян килтереүен махсус өйрәнгән тикшеренеүҙәр барлығын-юҡлығын әйтә алмайым. Ләкин организмға эләккән вирус ҡан тамырҙарын зарарланы, шул иҫәптән күҙ капиллярҙарын да. Тимәк, был сирҙе кисереүселәргә күҙ һаулығына иғтибарлы булырға кәрәк. Пандемия айырыуса шәкәр диабеты менән ауырыусыларҙың бәкәленә һуғыуын билдәләп китергә теләйем. Тап улар араһында күҙ нурын юғалтыусылар артыуы борсой. Шулай уҡ Бехтерев, ҡыҙыл сөсө (красная волчанка) кеүек системалы сирҙәргә тарыусылар араһында күреү һәләте кәмегән кешеләр күп. Сөнки был ауырыуҙар быуындарҙағы ғына түгел, бөтә ағзаларҙағы тоташтырыусы туҡыманы ҡыйрата.

– Йәш барыу менән күҙ үткерлеге кәмеүе, йөҙҙө йыйырсыҡ баҫыу, сәскә сал төшөү кеүек үк, тәбиғи күренеш, бынан ҡотолоу сараһы юҡ, тиергә мөмкинме?

– Эйе, олоғая килә яҡындан насар күрә башлап, күҙлек кейеүгә күсеү – тәбиғи. Йәшлекте ҡайтарып булмаған һымаҡ, өлкәнәйгәндә күҙҙең бөркөттәй осҡорлоғон да тергеҙеү мөмкин түгел. Быны тыныс ҡабул итергә кәрәк. Ләкин күҙ ауырыуҙарының төрлөһө бар. Шуға күрә йылына бер тапҡыр офтальмологҡа күренеп, тикшерелеү (кәм тигәндә күҙҙәге баҫымды үлсәтеү) һәр кем өсөн ҡағиҙәгә әйләнергә тейеш.

– Ниндәй билдәләрҙе тойоу менән, һағайып, табипҡа барырға?

– Һиҙелер-һиҙелмәҫ томан барлыҡҡа килеү, күҙ алдында ҡара нөктәләр «бейешеүе», әйберҙәрҙең һыҙаты, аныҡлығы, тигеҙлеге, сағыулығы юғалыуы, уларҙың бүленеп, икәү булып күренеүе, донъя ҡараңғыланып китеүе, эйелгәндә-торғанда баш осонда йондоҙҙар «һикерешеүе» – был билдәләрҙең береһен булһа ла тояһығыҙ икән, табипҡа йүгерергә кәрәк. Сөнки улар бик етди сирҙәр үҫешеүе хаҡында һөйләүе мөмкин.

– Компьютер артында оҙаҡ эшләү арҡаһында көн аҙағында күҙ кипкән кеүек була, тиеүселәргә ниндәй кәңәш бирерһегеҙ? 


– Ҡәҙимгесә генә йөрөгәндә кеше күҙен ваҡыт-ваҡыт йомоп ала – шул ваҡытта сыҡҡан йәш күҙ шекәрәһен дымландыра. Экранға бер рәүештә текәлеп ултырыусы күҙҙәрен йомоп алырға «онота», оло көсөргәнештән ҡараш ныҡ арый ҙа. Ләкин тәбиғи күҙ йәшен алмаштырыусы шыйыҡсалар тамыҙып, был уңайһыҙлыҡтан ҡотолорға була – улар күп төрлө. Табип менән кәңәшләшеп, үҙегеҙгә килешкәнен алырға мөмкин. Шулай уҡ бүлмәлә дымлылыҡты 40-60 процент кимәлендә тоторға тырышырға кәрәк. 

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2024) һанында уҡығыҙ.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: