Түлһеҙлек – сир түгел, теүәлерәк итеп әйткәндә, ике кешегә ҡағылған проблема. 50 процент осраҡта уның сәбәбе ҡатын-ҡыҙҙа, тиер инем. Аналыҡтың дөрөҫ үҫешмәүе, уның көпшәләре ҡапланыуы, туҡымалар йәбешеп-үрелеп үҫеүе, түл өлгөрөүе (овуляция) боҙолоуы йәки уның бөтөнләй юҡлығы арҡаһында гүзәл зат ауырға ҡала алмай яфаланырға мөмкин.
Ләкин түлһеҙлек сәбәбе йыш ҡына ир кешелә лә була. Аталыҡ орлоғоноң (сперматозоидтар) барлыҡҡа килмәүе йәки аҙлығы, уны сығарыу юлдарының ҡапланыуы һәм башҡа сәбәптәр шулай уҡ әлеге ҡатмарлыҡтарға килтерә.
Бәпес һөйөү шатлығын татый алмаусыларҙың өстән бер өлөшөндә тайпылыштар ирҙә лә, ҡатында ла күҙәтелә.
Икеһе лә һау-сәләмәт парҙар араһында ла атай-әсәй булыу бәхетенә өлгәшә алмағандар бар. Медицинала был күренеш биологик тура килмәү тип атала.
Ир менән ҡатын йыл дауамында ауырға ҡалыуҙан һаҡланмайынса бергә йәшәп тә балаға уҙа алмай икән, һаулыҡтарын ныҡлап ҡаратыу мөһим. Әгәр уларҙың йәше 35-тән уҙһа, ярты йылдан табипҡа барырға кәрәк. Йәштәр иһә сәләмәтлектәрен ике-өс йылдан тикшертә башлай ала.
Ләкин һәр осраҡта ла аталыҡ орлоғо анализын (спермограмма) эшләтеү талап ителә. Ҡайһы берҙә гүзәл зат, түлһеҙлектең ире арҡаһында барлыҡҡа килеү ихтималлығын башына ла килтермәйенсә, үҙен ғәйепле һанай. Был хаталы ҡараш, ҡәҙерле ваҡытты үткәреп ебәрмәү өсөн, икеһенең дә һаулығын тикшертеү дөрөҫ булыр.
Күп осраҡта ир-ат, минең барыһы ла яҡшы, тип анализ тапшырыуҙан баш тарта. Ғәйрәт ҙурлығы – күрһәткес түгел, спермограмма биреү мотлаҡ.
Биологик яҡтан тура килмәү һөҙөмтәһендә парҙың түлһеҙлектән интегеүе – бик һирәк осрай торған күренеш. Ләкин был мәсьәлә яһалма аталандырыу алымы ярҙамында уңышлы хәл ителә. Ундай саҡтарҙа психолог кәңәштәре лә файҙалы.
Йомғаҡлап, шуны әйтер инем: бик теләп тә, бала яратыу бәхетенә ирешә алмаған ир менән ҡатынға квалификациялы табипҡа мөрәжәғәт итергә, тикшерелеп, сәбәбе табылһа, оҙаҡҡа һуҙмайынса, дауаланырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта сәләмәт тормош алып барыу хаҡында оноторға түгел. Дөрөҫ туҡланып, тән ауырлығын арттырмауҙың, саф һауала йөрөп, үҙеңә оҡшаған физик күнекмәләр йәки спорт төрө менән шөғөлләнеп, донъянан йәм табып йәшәүҙең үтә мөһим икәнен дә иҫтә тотоғоҙ.
Әгәр ҙә юғарыла яҙылған кәңәштәрҙе үтәп, теләгән һөҙөмтәгә өлгәшмәгәндә лә төшөнкөлөккә бирелергә ярамай. Хәҙер медицинаның иң алдынғы ҡаҙаныштары – ЭКО, ИКСИ тигән алымдар ярҙамға килә. Оло тырышлығығыҙ, алтын сабырлығығыҙ бушҡа булмаҫ, көтөп алынған ҡәҙерле сабыйығыҙҙы ҡулығыҙға алып, бәхет тойғолары кисерерһегеҙ, иншалла.
Әнүзә Ғуфраева.