– Кеше организмында ҙур өс пар төкөрөк биҙе бар: ҡолаҡ эргәһендә, яңаҡ аҫтында, тел аҫтында. Бынан тыш, ауыҙ ҡыуышлығында төкөрөк бүлеп сығарыусы бик күп ваҡ биҙҙәр урынлашҡан. Был биҙҙәр аҙыҡ эшкәртеү системаһының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора, уларҙа бүленгән шыйыҡлыҡ ризыҡты йомшарта, ә аҡһым уны тарҡатырға булышлыҡ итә. Шулай уҡ улар гормон рәүешендәге, антисептик һымаҡ матдәләр етештерә,ҡан капиллярҙарынан бүленгән зыянлы матдәләрҙе «һөҙә», матдәләр алмашыныуҙан барлыҡҡа килгән продукттарҙы «сығарырға» ярҙамлаша.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы осорҙа ошо биҙҙәрҙең шешеүенән яфаланыусылар артты. Ауырыуҙарҙың өс процентында яман шеш билдәләнһә, 97 процентында яман булмағаны диагнозлана, улар тап беҙҙең бүлектә дауалана ла инде. Шештәрҙең күбеһе – 60 проценты ҡолаҡ янында асыҡлана, 30 процент тирәһе – яңаҡ аҫтында, 10 процентлабы тел аҫтындағы һәм кесе төкөрөк биҙҙәрендә үҫешә.
– Ул шештәр ни сәбәпле барлыҡҡа килә?
– Һеҙ биргән һорау өҫтөндә ғалимдар бик оҙаҡ йылдар баш вата. Һулаған һауабыҙҙың, эскән һыуыбыҙҙың насарайыуымы, ашаған ризыҡтарҙың экологик яҡтан боҙолоуымы, организмға ингән инфекция йоғонтоһомо, тәмәке зыянымы, әллә башҡа сәбәптәрме – аныҡ яуап юҡ. Ғөмүмән, кеше организмында төрлө шештәрҙең нилектән барлыҡҡа килеүен табиптар асыҡ ҡына билдәләй алмай. Төкөрөк биҙе аденомаһы яман булмаған төргә ҡараһа ла, уның, теләһә ҡайһы төйөр кеүек үк, ракка әйләнергә мөмкин икәнен оноторға түгел.
– Был сиргә тарыусыларҙың артыуы коронавирус һөҙөмтәһе булырға мөмкинме?
– Әйтеп булмай. Сөнки улай тип раҫлау өсөн пандемияға тиклем, унан һуң етди тикшеренеүҙәр үткәрелгән булыуы шарт. Быйыл туғыҙ айҙа, 2022 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, төкөрөк биҙе шешенә операциялар икеләтә күберәк яһалыуын ғына билдәләп китәм.
– Аденома нисек үҫешә?
– Ул бик әкрен ҙурая, шуға кеше йылдар дауамында үҙендә сир барлығын тоймай йәшәргә мөмкин. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың байтағы уны биттәрен һылап-һыйпағанда, ә ирҙәр ҡырынған саҡта һиҙеп ҡала. Ләкин күбеһенсә ул диспансеризация үткәндә, йә башҡа сирҙәр буйынса тикшереү уҙғанда беленә. Төйөрҙөң тиҙ үҫеүе һағайтырға тейеш: был осраҡта уның яман шешкә әүерелеү ихтималлығы ҙур.
– Ауырыуҙың билдәләре хаҡында ла һөйләп үтһәгеҙ ине?
– Улар аденоманың ҡайһы урында барлыҡҡа килеүенә, күләменә, нисек урынлашыуына бәйле. Сырхауҙар нигеҙҙә ҡолаҡ арты ауыртыуға, ризыҡты, һыуҙы йотоу ауырлашыуына зарлана. Шеш ҙурайғанда биттәге үҙгәреш күҙгә ташланып уҡ тора. Тығыҙ, аныҡ формалы төйөрҙө бик еңел ҡапшап ҡарарға мөмкин.
– Шеш ниндәй алымдар ярҙамында асыҡлана?
– Табип теүәл диагноз ҡуйыу юлын үҙе һайлай. Мәҫәлән, КТ һәм МРТ кеүек заманса алымдар шештең эске торошо, ҙурлығы, урынлашыуы тураһында тулыһынса тасуирлай. Ҡан анализы организмдың ни хәлдә икәнен бәйән итә. Ультратауыш тикшереүе шештең күрше туҡымаларға күсеү-күсмәүен, ҡайһы ерҙә «оялауын» күрһәтә, биопсия иһә күҙәнәктәрҙең төҙөлөшөн баһалай. Был алымдарҙың бөтәһен дә билдәләргәме, бер-икеһе лә етәме – белгес хәл итә.
Беҙҙең белешмә
Азат Мөҙәсир улы Сөләймәнов 40 йылдан ашыу ғүмерен яңаҡ-бит хирургияһына арнаған, шул дәүерҙә 10 меңдән күберәк ҡатмарлы операция башҡарған. 30 йылдан артыҡ 21-се дауахананың яңаҡ-бит хирургияһы бүлегенә етәкселек иткән. 160 ғилми эш, ике китап, 15 рационализаторлыҡ тәҡдим авторы, өс уйлап табыу таныҡлығына эйә. БДМУ-ның дөйөм практика стоматологияһы кафедраһы доценты. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы. «Стоматология алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» I дәрәжә ордены кавалеры. «2015 йылдың иң яҡшы табибы» республика конкурсының «Иң яҡшы хирург» номинацияһында еңеүсе. Юғары категориялы яңаҡ-бит хирургы. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Яңаҡ-бит хирургияһы буйынса Рәсәй, Европа ассоциациялары ағзаһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2023) һанында уҡығыҙ.