-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
26 Август 2023, 14:35

Яҡты булһын ғүмер көҙҙәре

«Ҡартлыҡ тигәндәре ошо инде, беҙгә лә етер ул көндәр», – тип уйлай күптәр, өлкән йәштәге атаһының йәки әсәһенең хәтере насарайыуын күреп. Ҡартайыу ғәләмәтеме был, әллә яҡын кешегеҙгә иң мәкерле сирҙәрҙән һаналған деменция – зиһенде ҡоршаусы ауырыу янаймы? Ваҡытында дауаламағанда, кеше көнлө итеп ҡалдырыусы сирҙең билдәләре ниндәй? Уның үҫешенә нимә сәбәпсе? Юғары категориялы табип-психотерапевт Резеда Рафиҡ ҡыҙы НАГАЕВА һуңғы йылдарҙа йыш осраған ошо сир тураһында һөйләй.

Яҡты булһын ғүмер көҙҙәре
Яҡты булһын ғүмер көҙҙәре

«Әсәйем быйыл хәтерһеҙгә әйләнде: йә күҙлеген, йә телефонын ҡайҙа ҡуйғанын онотоп, ярты көн буйы бүлмәләр буйлап эҙләп йөрөй. Оло кеше бит, тип тыныс ҡарай инем быға. Ләкин кисә эштән һуң ҡәҙимгесә хәлен белергә инһәм (ул күрше йорттағы фатирҙа бер үҙе йәшәй), шаҡ ҡатырҙы. Һин дә мин һөйләшеп торған ерҙән: «Кем ҡыҙы булаһың әле?» – тиеүенән телһеҙ ҡалдым. Шаярта, тип уйланым тәүҙә. Ләкин ул шаяртмай ине. Үҙе бер килке аптырап торҙо ла ҡапыл элекке хәленә ҡайтты...» – шулай тип һөйләй әсәһенең тотошо үҙгәреүенә хафаланған бер ханым. Уның оҙаҡҡа һуҙмайынса, белгескә мөрәжәғәт итеүе бик яҡшы. Ләкин деменцияның тәүге билдәләрен иғтибарға алмаған, ҡәҙерле кешеләрен табипҡа күрһәтеүҙе кәрәк тип тапмаған кешеләр ҙә бихисап. Ә бит ҡурҡыныс сирҙең үҫешен туҡтатырға, уны кисектерергә мөмкин.
Деменция – ҡайһы бер сирҙәр арҡаһында хәтер, иғтибар, фекерләү ҡеүәһе насарайып, кешенең башҡалар ярҙамына мохтаж хәлгә ҡалыуы. Был проблемалар нигеҙҙә 65 йәште үткән кешеләрҙә осрай, ләкин аҙаҡҡы осорҙа ауырыуҙың «йәшәреүе» күҙәтелә. Беренсе билдәләре беленеп, сир тулыһынса солғап алғанға тиклем яҡынса биш йыл уҙа – әгәр дауаланмағанда.

Деменцияның тәүге билдәләре:
Кешенең хәтере насарая. Ул ағымдағы ваҡиғаларҙы, әйтәйек, яңы ғына нимә эшләүен оноторға мөмкин.
Йүнәлеш алыу һәләте кәмей. Сырхау ваҡытты бутарға мөмкин, ләкин үҙенең шул мәлдә ҡайҙа икәнен дөрөҫ әйтә.
Фекерләү ҡеүәһе түбәнәйә. Донъяуи мәсьәләләрҙе атҡарыу, теге йәки был хәл-ваҡиғаны сағыштырып анализлау, баһалау бер ни тиклем ауырлаша.
Айырым проблемаларҙы үҙе хәл итә алһа ла, башҡаларға нығыраҡ бәйле була бара. Һиҙелер-һиҙелмәҫ сағылған ошо үҙгәрештәрҙе уның менән бергә йәшәмәгән кешеләр күрмәҫкә лә мөмкин.
Көнитмешен алып барыу уға ҡыйынлаша, ҡатмарлы эшмәкәрлек төрөнә ҡыҙыҡһыныуын юғалта.
Өҫ-башын, ҡиәфәтен үҙе ҡарап, ҡәҙимге мәшәҡәттәрҙе башҡарһа ла, ул хаҡта хәтеренә төшөрөп торорға кәрәк.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2023) һанында уҡығыҙ.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: