-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
25 Май 2023, 10:27

Ынйылай булһын тешегеҙ!

Ни өсөн сабыйҙың тештәре ныҡлығы тураһында ул тыумаҫ борон уҡ ҡайғыртырға кәрәк? Ауырыу тештәрҙе дауаламай йөрөү нимәгә килтерә? Булмаған теш урынына ҡуйылыусы импланттың, ят есем булараҡ, зыяны бармы, юҡмы? Өфө ҡалаһының 2-се стоматология поликлиникаһы табибы, юғары категориялы стоматолог-терапевт Зөлфиә Замир ҡыҙы Минһажева ошо һәм башҡа һорауҙарыбыҙға яуап бирә. Кешеләргә һаулыҡ һәм матурлыҡ бүләк итеүсе табибәнең кәңәштәре бик файҙалы булыр, тигән уйҙабыҙ.

Ынйылай булһын тешегеҙ!
Ынйылай булһын тешегеҙ!

– Балағыҙҙың тештәре сәләмәт булһын тиһәгеҙ, ул әле яралмаҫ борон хәстәрлек күрергә кәрәк. Буласаҡ әсә ауырға ҡалғансы уҡ организмын нығытырға, ауыҙ ҡыуышлы­ғында инфекция ҡалмаһын өсөн, тештәрен дауаларға тейеш. Йөклөлөк осоронда уның сифатлы туҡланыуы, витаминдар эсеүе, саф һауала йөрөүе мөһим – сабыйҙың тештәре сәләмәт­легенә нигеҙ ана шулай алдан һалына.
Ә инде бәпес тыуғас, ҡағиҙә булараҡ, уны өс ай һайын педиатрға күрһәтеп торалар һәм табип сабыйҙың ауыҙ ҡыуышлығын да ҡарай. Бәләкәстең теш ҡаҙнаһы нисек үҫешеүенә етди иғтибар биреү мөһим, сөнки ул тештәрҙең тигеҙ­леген, тешләнештең (прикустың), артабан телмәрҙең дөрөҫлөгөн билдәләй.
– Һөт теше боҙолһа, үҙе төшә, дауаламаһаң да ярай, ти ҡайһы бер ата-әсәләр...
– Был хата ҡараш. Ғүмерлек (даими) тештәр һау булһын өсөн, һөт тештәрен дауалау мотлаҡ.
Республикабыҙҙа балалар араһында ла, өлкәндәрҙә лә иң таралған теш ауырыуы – кариес, был сир тештәрҙе ваҡытында ҡарамау, дауаламау арҡаһында үҫешә. Ауыҙ ҡыуышлығында ҡалған аҙыҡ бактериялары теш эмален «ашап», уның ҡаты туҡымаһын зарарлай. Табипҡа бармаһаң, теш артабан боҙола, уны һаҡлап ҡалыу ҡыйынлаша. Утыҙ ике тешеңдең береһе булмаһа ла, ҡаҙналар, яңаҡ төҙөлөшө үҙгәрә, был иһә хатта умыртҡа һөйәге сирҙәре үҫешенә йоғонто яһай. Тешһеҙ кешегә һөйләшеү, ашау ауыр, яҡшылап сәйнәлмәй йотолған аҙыҡ ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарына килтерә. Боҙолған тештең инфекция сығанағы булыуын да онотмағыҙ.
– Тештәрҙе һаҡлау өсөн ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?
– Ярты йыл һайын профилактика өсөн теш табибына күренергә тырышығыҙ. Йылына бер тапҡыр тештәргә махсус аппарат йәки ультратауыш ярҙамында профессиональ таҙартыу үткәрегеҙ. Быны әҙерлекле пародонтолог башҡара, аҙаҡ эмалде гель, лак менән нығыта.
Теш щеткаларын һайлағанда иғтибарлы булығыҙ. Күпселек уртаса ҡыллы щетка менән таҙарта, йомшаҡ ҡыллыһын ҡаҙна ялҡынһынғанда файҙаланалар. Ә ҡатыһын, ғәҙәттә, табип тәҡдиме буйынса тотоналар.
Һуңғы ваҡытта электр теш щеткаларын киң ҡулланалар, улар бик яйлы. Импланттар, протездар, брекеттар ҡуйылған осраҡта ирригаторҙар алырға кәңәш итәбеҙ – һыу баҫымы ярҙамында ул ҡаҙнаны, щетка үтә алмаған урындарҙы яҡшылап йыуа. Шулай уҡ теш араһын таҙартыу өсөн махсус ептәр файҙаланыу һәйбәт.
– Теш ныҡлығы өсөн ниндәй витаминдар файҙалы?
– Кальций эсәм, тешем барыбер боҙола, тиеүселәр бар. Кальцийҙың үҙен генә организм үҙләштерә алмай. Уны Д витамины менән ҡабул итәләр. Ғөмүмән, теш – организмдың бер ағзаһы, уны айырып ҡарап булмай. Шуға витаминдарҙы ла терапевт һәм стоматолог менән кәңәшләшеп алырға кәрәк. Әлбиттә, файҙалы матдәләргә бай ризыҡ менән туҡланыу, йонсомаҫҡа тырышыу, стресҡа, сирҙәргә бирешмәү ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки дөйөм имму­нитет ҡаҡшауы тештәрҙе лә ҡыйрата.
– Һуңғы йылдарҙа имплант ҡуйҙырыусылар күп. Шул уҡ ваҡытта, имплант – ят есем, организмға үҙләшеп китмәй, тиеүселәр ҙә осрай.
– Ул фекер менән килешә алмайым. Имплант, ябай итеп әйткәндә, – яһалма теш тамыры. Юғалтылған теште, «күршеләренә» зыян килтер­мәйенсә, имплант менән тергеҙеү бик ышаныслы, был рәхәтләнеп ашау, һөйләшеү, йылмайыу мөмкинлеген бирә. Форсаттан файҙаланып, тештәрҙе матурлаусы заманса башҡа алымдар хаҡында ла әйтеп үтәм. Әле винирҙарға – теште ынйылай күрһәтеү өсөн уның өҫтөнән кейҙе­релә торған бик йоҡа һәм еңел яйланмаларға өҫтөнлөк биреүселәр арта. Улар эмалде зарарланыуҙан да һаҡлай. Винирҙар ярайһы уҡ ҡиммәт булһа, шундай уҡ бурысты үтәүсе люминирҙар күпкә осһоҙ.
Ә брекеттарҙың – ҡыйыш үҫкән тештәрҙе, дөрөҫ булмаған тешләнеште тигеҙләүсе конструкция­ларҙың ниндәйе генә юҡ. Уны ҡуйҙырыусы өлкәндәр ҙә бихисап. Балаларға брекет 13 йәштән ҡуйыла – әгәр шуға ҡәҙәр ортодонт тәҡдим иткән күнекмәләр һәм плас­тинка ҡуйыу һөҙөмтә бирмәһә.
Бөгөн заманса ҡорамалдар, иң алдынғы алымдар, яҡшы материалдар, ауыртыуҙы һиҙҙермәүсе сифатлы препараттар менән эшләйбеҙ. Стоматолог кабинеты алдында кешеләр дер ҡалтырап торған ваҡыт артта ҡалды, теш табибына йөрөү ғәҙәткә әйләнһен ине, тип теләйем.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: