– Бауырҙы май үреү ауырыуының ике төрө билдәләнә: алкоголь ҡулланыу арҡаһында барлыҡҡа килгәне һәм алкоголгә бәйле булмаған сәбәптәр һөҙөмтәһендә үҫешкәне. Тәүгеһен дауалау менән наркологтар шөғөлләнә. Һүҙебеҙ – уның икенсе төрө хаҡында.
Сир бауыр күҙәнәктәре араһында май тупланыуҙан ғибәрәт. Бөгөн был ауырыуға, һис арттырыуһыҙ, һәр өсөнсө кеше дусар. Ул юғары ҡан баҫымынан интегеүселәрҙең – 70, холестерины юғары булғандарҙың – 69, ҡанда липопротеидтар тигеҙлеге боҙолған сырхауҙарҙың 76 процентында бар. Йәш буйынса ҡараһаҡ, 40-49 йәшлек кешеләрҙең – 24, 50-59 йәшлектәрҙең – 30, 60–69 йәшлектәрҙең 18 процентында диагнозлана. Һәм иң хәүефлеһе шунда: улар бик оҙаҡ ваҡыт үҙҙәренең ауырыуын һиҙмәйенсә йөрөй. Сөнки бауыр – хас та сабыр, өнһөҙ, уңған, йығылғансы эшләүен дауам иткән әҙәм балаһы һымаҡ.
– Ауырыуҙың төп билдәләре тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Бауырҙың майлы гепатозына тарыусы, ғәҙәттә, бары бер нәмәгә – хәлһеҙлеккә зарланыусан. Кеше көнө буйы ҙур эш ҡыйратмаһа ла, ҡайтыу менән ятыу яғын ҡарай. «Ниңәлер тиҙ арыйым», – ти ул йыш ҡына. Әлбиттә, хәл булмағас, кәйефе лә шәптән түгел. Эйелеп, ботинкаһын кейгән саҡта уң ҡабырға аҫты сәнскәндәй итә. Май йыйған бауыр, ҙурайғанлыҡтан, эйелгән саҡта ҡыҫыла һәм шул рәүешле ауыртыу тыуа. Ләкин үтеп китә торған һыҙланыуҙарға халҡыбыҙ иғтибар итәме һуң? Юҡ, әлбиттә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Ә бауыр – аш һеңдереү, майҙарҙы тарҡатыу өсөн кәрәкле үтте етештереүсе, аҙыҡ менән бергә ингән зыянлы матдәләрҙе «һөҙөүсе», аҡһым синтезын башҡарыусы, ҡан яңыртыусы үтә мөһим ағзабыҙ бит. Матдәләр алмашыныуҙа, күҙәнәктәрҙе витаминдар менән тәьмин итеүҙә, гормондарҙың дөрөҫ эшләүендә, ғөмүмән, иммун системаһын нығытыуҙа ул әйтеп бөткөһөҙ роль уйнай.
– Бауырҙы май бөрөүҙең эҙемтәләре ниндәй?
– Майлы гепатоз сиренә тарыған кеше, ҡағиҙә булараҡ, матдәләр алмашыныуы боҙолоуҙан яфалана. Был иһә түбәндәге сирҙәр барлыҡҡа килеүе менән хәүефле: шәкәр диабеты, һимереү, гипертония, инсульт йәки инфаркт менән янаған ишемия, цирроз, рак.
Шуға күрә ундай сырхауҙарға үҙ һаулығына бик етди ҡарарға кәңәш итәбеҙ.
– Ауырыу нисек үҫешә?
– Бауыр туҡымалары араһына май йыйылыуы медицинала стеатоз тип атала. Был май, бауыр туҡымаһы менән сағыштырғанда, ныҡ тығыҙ. Әгәр кеше һаулығын артабан да хәстәрләмәһә, бауыр яйлап ҡына ялҡынһына бара – табиптар әйткәнсә, стеатогепатит башлана, май үргән туҡымалар тығыҙлана, фиброз барлыҡҡа килә. Сәләмәт күҙәнәктәре кәмегән бауырға ҡеүәтле лаборатория ролен үтәү, организмдың йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеү бик ҡыйын – шулай итеп, йыш ҡына цирроз үҫешә, йәғни уның туҡымалары тарҡала. Был иһә яман шеш барлыҡҡа килеүе менән ҡурҡыныс. Бауыр туҡымалары тарҡалмаҫ борон, йәғни цирроз булмайынса ла яман шеш үҫешкән осраҡтар бар.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2023) һанында уҡығыҙ.