Нәфис әҙәбиәттә бер сир ҙә туберкулез кеүек киң һәм тулы сағылыш тапмағандыр. Бөйөк А. Чехов, Л. Толстой, В. Белинский, Н. Добролюбов һәм башҡа күп әҙиптәр яфаланған унан. XIX быуат яҙыусылары был сирҙе «аҫыл һөйәктәр» ауырыуы тип һанап, геройҙарының фажиғәле яҙмышын һыҙыҡ аҫтына алыр өсөн уларҙы туберкулез менән «сирләткән». Халыҡта «сихут» тип аталған сир хаҡындағы һорауҙарыбыҙға Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш фтизиатры Миңнур Миңлеәхмәт ҡыҙы АЗАМАТОВА яуап бирә.
– Был сырхауға дусарҙарҙы дауалауға оҙаҡ йылдарын арнаған табип булараҡ, һөйләп үтһәгеҙ ине: туберкулез – ул ниндәй сир?
– Туберкулез – заманыбыҙҙың ҙур социаль проблемаһы. Ауырыуҙы тыуҙырыусы Кох таяҡсаһы башлыса һулаған һауанан, асыҡ формалағы туберкулездан яфаланыусы менән яҡын аралашҡанда, ул тотонған көнкүреш әйберҙәренән күсә. 90 процент осраҡта үпкә-тын юлдары зарарлана, һөйәк, эсәк, баш мейеһе, йөрәк, бауыр, һейҙек юлдары, енес ағазалары туберкулезынан интегеүселәр ҙә бар. Кох таяҡсаһы тышҡы мөхит шарттарына, юғары температураға бирешмәй. Бактерия 60 көн дауамында йәшәүгә һәләтле, көнкүреш әйберҙәренә эләккәндә – дүрт аҙна самаһы, һалҡын урында, туңған хәлдә тиҫтәләрсә йылдар һаҡланырға мөмкин.
Туберкулез шул яғы менән мәкерле: бактерия эләгеп, сир тамыр йәйгәнсе бер нисә йылға тиклем ваҡыт үтеүе бар. Организмдың һаҡлау көсө кәмеү, ауыр көнкүреш, хеҙмәт шарттары, насар ашау һәм тормош сифатын түбәнәйтеүсе башҡа сәбәптәр ауырыуға этәргес булып тора. Ләкин кеше сәләмәт һәм иммунитеты юғары икән, туберкулез таяҡсаһы үрсей алмай, үпкәгә ингән хәлдә лә бер нисә көндән йәки аҙнанан үлә.
– Сирҙең тәүге билдәләре ниндәй?
– Туберкулездың билдәләре шунда уҡ беленмәй. Ауырыу башланғанда күптәр «әллә грипп, әллә киҫкен киҙеү эләкте» тип уйлай. Хәлһеҙләнеп, аппетиты юғалыуына, төндә тирләп уяныуына, ябығып китеүенә улар иғтибар итеп бармай. Бактерия үпкә туҡымаларының байтағын зарарлағанда инде температура күтәрелә, оҙайлы йүтәл барлыҡҡа килә. Йүткергәндә сыҡҡан ҡаҡырыҡта ҡан булыуы ихтимал. Ауырыу бик тиҙ арый, ярһып бара, уның эшкә һәләтлелеге кәмей. Ошо билдәләрҙең береһен тойған хәлдә лә ашығыс рәүештә табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сир алҡымдан алмаҫ борон, тиҙ арала дауалай башлау мөһим, ә хафаланырлыҡ урын булмаһа инде, билдәһеҙлектән арынырһығыҙ. Сирлеләр дауаханала ятып дауалана. Дауалау оҙайлы (өс айҙан бер нисә йылға тиклем) һәм ҡиммәтле. Сығымдарҙың тулыһынса дәүләт иҫәбенә ҡапланыуын әйтеп үтер инем.
– Мул тормошта көн иткән, йәшәү рәүеше дөрөҫ булған, өҫтәленән сифатлы ризыҡ өҙөлмәгән кешеләрҙең был йоғошло ауырыу менән сирләп китеүенә нимә сәбәпсе?
– Ундай ауырыуҙар, һирәкләп булһа ла, осрап тора. Кох таяҡсаһына бирешеүҙәренә күп осраҡта уларҙың үтә көсөргәнешле тормош алып барып, артыҡ күп эшләүҙәре йәки оҙайлы стресс арҡаһында иммунитеттарын ҡаҡшатыуҙары сәбәпсе – әҙәм тимер түгел бит. Ләкин башлыса туберкулез менән насар туҡланып, һаулығын ҡайғыртмай йәшәгән, ауырлыҡта ғүмер иткән кешеләр ауырый. Берәҙәктәр, төрмәлә ултырыусылар, наркомандар араһында был сиргә дусарҙар күп. Туберкулез заман афәте – ВИЧ-инфекция менән «етәкләшеп йөрөй». ВИЧ-инфекция йоҡторғандарҙың 20 проценты туберкулездан вафат була.
Шәкәр сире, ашҡаҙан-эсәк, бөйөр, тын юлдары ауырыуҙары, яман шеш менән интеккән, ҡәтғи диетанан йонсоғандар ҙа уға бирешеп китеүе ихтимал. Үпкәләре төтөндән теткеләнгән тәмәкеселәр өсөн ауырыу уғата хәүефле. Шулай уҡ сирҙәргә ҡаршылығы кәмегән ҡарт кешеләр, нығынып өлгөрмәгән балалар, йөклө ҡатындарға һаҡ булыу мөһим.
– Туберкулездан һаҡланыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?
– Иммунитетты яҡшыртыу өсөн йәшәү рәүешен яйға һалыу, сифатлы туҡланыу, һөт ризыҡтарын, йәшелсә-емеште мулыраҡ ашау, спорт менән шөғөлләнеү, тәрән күңел төшөнкөлөгөндә булһағыҙ, унан тиҙерәк арыныу зарур. Мотлаҡ гигиена ҡағиҙәләрен күҙәтегеҙ: мәҫәлән, урамдан ингәс, йәмәғәт транспортында булғандан һуң, аҡса тотҡас, ҡулығыҙҙы йыуырға онотмағыҙ.
Беҙҙә бәпес тыуғандың өсөнсө-етенсе көнөндә БЦЖ прививкаһы яһайҙар, шул рәүешле туберкулезға ҡаршы яһалма иммунитет булдырыла. Вакцина индереү – сирҙән ҡурсалаусы мөһим сара. 18 йәштән өлкәнерәк кешеләр ике йылға бер тапҡыр үпкәгә рентген тикшереүе үтергә тейеш. Был – сирҙе иртә диагностикалауҙың иң һөҙөмтәле алымы.
Альмира КИРӘЕВА әңгәмәләште.