-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
22 Март 2023, 12:30

«Тамырҙарҙа ҡан уйнаһын, ойомаһын»

Ул бөтә ғүмерен ябай күҙгә күренмәҫ донъяны – микробтар һәм бактериялар мөхитен өйрәнеүгә арнаған. Ил кимәлендә билдәле ғалим Дамир Әсхәт улы Вәлишин, параллель йәшәүсе вирустар һәм кешеләр донъяһын сағыштырып: «Вирустың да, әҙәм балаһының да яһил булмағаны оҙағыраҡ ғүмер итә», – тип ҡабатларға ярата. Ике тиҫтә йылға яҡын Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш инфекционисы вазифаһын башҡарып, ул республикабыҙҙа йоғошло сирҙәрҙән дауалау кимәлен заманса кимәлгә күтәреүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән. Коронавирус пандемияһының иң ҡатмарлы осоронда республикабыҙ инфекционистарының кәңәшсеһе, таянысы, улар эшенә йүнәлеш биреүсе лә була ул. Медицина фәндәре докторы, профессор Дамир Әсхәт улы Вәлишин менән әңгәмәбеҙҙе ғәйрәтен юғалтһа ла, һаман китергә теләмәгән вирус хаҡындағы һорауҙан башланыҡ.

«Тамырҙарҙа ҡан уйнаһын, ойомаһын»
«Тамырҙарҙа ҡан уйнаһын, ойомаһын»

– Бөгөн, коронавирустың көсһөҙләнеүенә ҡарап, пандемия бөттө, тип әйтеп буламы? Әллә ул дауам итәме? Сөнки һаман ғүмерҙәр өҙөлә, сирҙе ауыр кисереүселәр ҙә бар бит.
– Пандемия башланғанда вирус, ут сәскән аждаһалай, үтә лә зәһәр ине, ауырыуҙар ныҡ ҡаты сирләне, күптәрен дауаханаларға һалырға тура килде. 2020-2021 йылдарҙа, инфекция ҡоторғанда, хәтерләйһегеҙҙер, республикала 37 госпиталь эшләне, әле иһә улар дүртәү генә. Ошо ғүмер эсендә вирус ҙур үҙгәреш кисерҙе, яуызлығын юғалтты, кешегә килтергән зыяны кәмене. Әммә ул вакцина ҡуйған кәртәне лә, сирҙән һуң барлыҡҡа килгән тәбиғи иммунитетты ла еңел генә үтергә «оҫтарып алды». Мәҫәлән, прививка эшләткәндәр ҙә, коронавирустың ауыр «дельта» штамын кисергәндәр ҙә һуңыраҡ барлыҡҡа килгән «омикрон»дан ҡотолоп ҡала алманы. Ләкин тәүге мәлдәр менән сағыштырғанда, сырхауҙар улай сәсрәп сирләмәне.
Шул уҡ ваҡытта хәүеф төркөмөнә ҡарағандарға: шәкәр диабетынан, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан, яман шештән яфаланғандарға, иммун системаһы ҡыйралған кешеләргә һәм башҡа етди сирҙәрҙән, һимереүҙән интегеүселәргә инфекция һаман да ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра. Ковид йоҡторғандан һуң йыш ҡына уларҙың төп сирҙәре көсәйә. Хроник ауырыуҙары дүртәү-бишәү икән, хәлдәре бермә-бер ҡатмарлаша. Ә инфекция сәләмәт кешегә йоҡҡан осраҡта, бөгөн уның оло зыян килтерерлек ғәйрәте юҡ.

 

Белешмә:
Дамир Әсхәт улы Вәлишин 1962 йылдың 5 июлендә Саҡмағош районы Иҫке Ихсан ауылында тыуған. 1985 йылда Башҡорт дәүләт медицина инсти­тутын тамамлаған. Медицина фәндәре докторы, профессор. БДМУ-ның йоғошло сирҙәр кафедраһы мөдире, ошо уҡыу йортоноң дауалау эше буйынса проректоры. Башҡортостан Инфек­ционистар йәмғиәте рәйесе. 2003 йыл башынан 2022 йыл аҙағына тиклем республи­кабыҙ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш инфекционисы булып эшләй. Коронавирус инфекция­һына ҡаршы көрәштә фиҙакәр­леге өсөн Пирогов исемендәге орден менән бүләкләнгән.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2023) һанында уҡығыҙ.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: