Эс ҡатҡанда йәки газлы колика йонсотҡанда, эсәктәрҙә паразит селәүсендәр барлыҡҡа килгәндә лә һары май менән дауалағандар.
Күбекмәй (ҡаймаҡты ҡатыҡ менән ҡушып туҡыған май) Ашҡаҙаны ауыртҡан, ашауҙан яҙған кешегә күбекмай ашатыу файҙалы. Йәш балаға ла аҡ май ауыр була тип, күбекмай ашатҡандар. Май айында әҙерләнгән күбекмай бигерәк тә файҙалы.
Эркет һыуы менән баш йыуыу һәйбәт. Әсегән ҡатыҡ менән дә йыуалар. Эркет һыуы шулай уҡ күп кенә ашҡаҙан сирҙәренән дауа. Ашауҙан яҙған кешеләр ҙә аҙ ғына эркет эскән.
Ашҡаҙаны ауыртҡан кешегә ыумас эсергә, талҡан ашарға тәҡдим иткәндәр. Ыумасты ҡоротлап эсеү айырыуса файҙалы. Аш-һыу менән дауалау иң дөрөҫө булып тора, сөнки быуаттар буйы туҡланып, кеше организмы уға өйрәнә, төрлө сиргә ҡаршы сынығыу ҙа шул аштарҙан файҙалы матдәләр алыу юлы менән бара.