-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
21 Октябрь 2022, 10:16

Һаулыҡты ҡайғыртыу ҡанунға әйләнһен

Ил кимәлендә киң танылыу алған был табип журналыбыҙ биттәрендә йылына бер тапҡыр – түш яман шешенә ҡаршы көрәш айы булараҡ уҙған октябрь айында сығыш яһай. Ҡабатлауҙан доға иҫкермәй: Республика клиник онкология диспансерының маммология бүлеге мөдире, медицина фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Марат Ғәлиәкбәр улы ҒӘЛИЕВ йәнә һәм йәнә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы үҙ һаулығына иғтибарлы булырға саҡыра. Һәм шул хаҡта иҫкә төшөрә: ғүмерҙән дә оло ҡиммәт юҡ.

Һаулыҡты ҡайғыртыу ҡанунға әйләнһен
Һаулыҡты ҡайғыртыу ҡанунға әйләнһен

Коронавирус пандемияһы ныҡ көсәйгәндә профилактик тикшереүҙәр, диспансеризация кисектерелеп, түш яман шешен асыҡлауҙар ҡырҡа кәмегәс, беҙ ҙур хафаға ҡалғайныҡ. Сөнки был сиргә тарыусыларҙың аҙаймауын, йылдан-йыл арта барыуын яҡшы беләбеҙ, ә уларҙың ваҡытында асыҡланмауы иһә шештең тамыр йәйеүенә килтерә.
Шөкөр, хәҙер инде медицина тикшереүҙәре лә, диспансеризация ла ҡәҙимгесә уҙғарыла: түштәге үҙгәрештәр нигеҙҙә шул саралар ваҡытында билдәләнә лә инде. Бүлектә әле беҙ башҡарған операциялар, дауаланып сығыусылар һанына ҡарап та ҡатын-ҡыҙҙарҙың табиптарға әүҙем мөрәжәғәт итеүе хаҡында һөйләргә мөмкин.
Ауырыуҙарҙың 75 процентында сир башланып торғанда (20 процентында – беренсе стадияла, 55 процентында – икенсе стадияла) асыҡлана һәм бик уңышлы дауалана. 19 процент осраҡта өсөнсө стадияла беленә. Алты процентында иһә ул дүртенсе стадияла диагнозлана. Ләкин бөгөнгө медицина шеш аҙған осраҡтарҙа ла сирҙе сигендереп, ғүмерҙәрҙе оҙайтыу мөмкинлегенә эйә, һәм беҙ бының өсөн иң заманса алымдарҙы файҙаланабыҙ.


– Башҡортостандағы маммология хеҙмәте илдә алдынғыларҙың береһе булараҡ билдәле...


– Беҙ йыл һайын дауалауҙың яңынан-яңы алым­дарын үҙләштерәбеҙ, был иһә ғүмерҙәрҙе генә түгел, тормош сифатын да һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итә.
Бөгөн башҡарылған операцияларҙың күпселеге, зарарланған туҡымаларҙы, күҙәнәктәрҙе генә алып, түште һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән. Бының өсөн, ҡағиҙә булараҡ, шеш күләмен кәметеү маҡсатында башта химия терапияһы үткәрәбеҙ. Һөҙөмтәлә күп ауырыуҙарҙа шеш тулыһынса тарҡалып юҡҡа сыға, йә булмаһа ныҡ бәләкәсәйә. Химия терапияһын башлағансы рентген ярҙамында йыш ҡына шешкә ҡылдан нескә үткәргес һуҙып, күҙгә саҡ күренерлек титан билдә ҡуябыҙ. Был ни өсөн кәрәк? Химия препараттары булышлығында шеш юҡҡа сыҡһа, аҙаҡ уның «ояһын» шул билдәгә ҡарап табабыҙ. Хирургҡа «оялағы» күҙәнәктәрҙе алып, гистологик тикшереүгә ебәрәһе генә ҡала. Әгәр рак күҙәнәктәре тулыһынса тарҡалып бөтһә, операциянан һуң химия терапияһы яңынан үткәрелмәй, бөтмәй икән, уны ҡабатларға тура килә. Мин тасуир иткән әлеге алым – беҙ ҡулланған бихисап яңы технологияларҙың береһе генә. Ул операцияны сәләмәт күҙәнәктәргә ҡағылмайынса, бик бәләкәй эҙ ҡалдырып үткәрергә, түш туҡымаларын мөмкин тиклем һаҡларға булышлыҡ итә. Ҡатын-ҡыҙҙың кәйефе, үҙбаһаһы, тормош сифаты өсөн бының ни тиклем әһәмиәтле икәнен әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй.

– Алынған түш биҙҙәрен тергеҙеү һеҙҙең бүлек эшенең айырым йүнәлеше булып тора. Шул турала ла һөйләп үтһәгеҙ ине.


– Түш биҙҙәрен тергеҙеү алымдары индерелгән тәүге йылдарҙа был операцияға бик аҙ ғына ауырыуҙар теләк белдерһә, әле ундайҙар йылдан-йыл күбәйә. Юғары технологиялы был медицина ярҙамы йыш ҡына ике этаптан тора, ҡайһы берҙә икенсе операцияны ярты йылдан эшләргә тура килә. Ләкин дауаланыусылар араһында ошо аҙымға тәүәккәл барыусыларҙың артыуына ҡыуанабыҙ. Араларында ҡалала йәшәүселәр генә түгел, ауыл ҡатындары ла күп. Түш биҙҙәрен тергеҙеү операцияларының Мотлаҡ медицина страховкалауы фонды иҫәбенә, бушлай яһалыуын билдәләп китәм.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2022) һанында уҡығыҙ.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: