+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
4 Октябрь 2022, 11:02

Файҙалы ҡабаҡ

Алтын төҫөндәге был йәшелсә, әйтерһең дә, йәй буйы ҡояштың йылыһын, көсөн үҙендә туплаған да шуны кешеләргә өләшергә әҙер. Тәмле генә түгел, бик күп файҙалы матдәләргә  бай ул. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, гипертония, бөйөр, бауыр, бәүел ҡыуығы ауырыуҙары, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда уңышлы ҡулланыла. Был саҡта ҡабаҡты тары, дөгө, манный бутҡаларына ҡушып ашарға кәңәш ителә. Аҙ ҡанлылыҡ булғанда, колиттан яфаланғанда ла рационда был йәшелсәне арттырырға кәрәк. Һары һыу ауырыуы, йөрәк ауыртып, шешенгәндә лә ҡабаҡ ашау файҙалы.

Файҙалы ҡабаҡ
Файҙалы ҡабаҡ

Цинк тоҙҙары иһә ир-егеттәр өсөн айырыуса файҙалы, ирлек дәртенә ыңғай йоғонто яһай. Ҡабаҡ организмдан холестеринды сығара.

Майҙар, аҡһым, витаминдар һәм минераль тоҙҙарға бай булған тосо ла бик файҙалы. Борон-борондан уларҙы бабасыр төшөрә торған сара булараҡ беләләр.

Күңел болғанғанда ауырлы ҡатындарға һәм диңгеҙ ауырыуы менән йонсоусыларға ҡабаҡтың яңы һығылған һутын эсергә кәңәш ителә. Шулай уҡ төнгөлөккә ҡабул ителгән бер нисә ҡалаҡ һут нервы системаһын тынысландыра, тәмле йоҡоға булышлыҡ итә.

Ҡырғыстанүткәрелгән ҡабаҡты тиренең шешкән, елһенгән еренә ҡуялар, шулай уҡ бешкән йә туңған осраҡта, экзема ваҡытында файҙаланалар.

Ҡабаҡты ҡулланыу бер кемгә лә зарар килтермәй, уны ашҡаҙан һәм эсәк ауырыуҙары мәлендә лә ашау тыйылмай. Йәш балаларҙы туҡландырыу өсөн иҙмә йә бутҡа бешереү уңайлы. Аҙ калориялы аҙыҡ булараҡ, диета тотоусылар өсөн дә ул тик файҙалы ғына.

Автор:
Читайте нас: