-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
28 Сентябрь 2022, 13:44

Ғилемдең ике төрө

Ғилемдең ике төрө   Әҙәм балаһы өсөн йәненең дә, тәненең дә таҙалығы мөһим. “Ғилемдең ике төрө бар: динде белеү һәм тәнде өйрәнеү”, – тигән Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләм. Икеһе лә кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлауға йүнәлтелгән. Тәненең үҙенсәлектәрен белгән кеше, һис шикһеҙ, һаулығына, туҡланыуға тейешле иғтибар бүләсәк. Пәйғәмбәребеҙ төрлө аҙыҡ-түлектең, тәмләткестәрҙең ҡиммәте хаҡында йыш һөйләгән. Заманында ул әйткән һүҙҙәр әле лә медицина тарафынан раҫлана бара. Пәйғәмбәребеҙҙең ҡайһы бер ризыҡтарға ҡарата фекере.   Бал “Бал ҡортоноң эсенән сыҡҡан төрдө төҫтәге эсемлек бар, һинең дауаң – шунда”тиелә  “Ҡөрьән Кәримдә. Мөхәммәттең, ғәләйһис-сәләм, хәҙистәрендә лә был ризыҡ хаҡында байтаҡ әйтелә: “Фәрештәләр Аллаһ Тәғәләнән бал ҡулланылған йортто  яҡлауын, бәрәкәт килтереүен һорай, –тигән пәйғәмбәребеҙ

Ғилемдең ике төрө
Ғилемдең ике төрө

Әгәр ҙә ки әҙәм балаһы был ризыҡты ашаһа, ашҡаҙанына меңләгән дарыу инә һәм миллионлаған сир сығып китә. Баҡыйлыҡҡа күскәндең эсендә бал булһа, уға ут теймәҫ, йәғни тамуҡта янмаҫ”.

Мөхәммәттең, ғәләйһис-сәләм, шундай ғәҙәте булған: ас ҡарынға бал һалынған һыу эскән. Был алым ашҡаҙанды нығытыу, аппетитты күтәреү, тыныслыҡ өсөн һәйбәт.

 

Ит

 

“Кемдер ҡырҡ көн буйы итһеҙ йәшәһә, хәлдән тайыр, шул уҡ ваҡытта бәғзе берәү ошондай уҡ ваҡытта иттән һис айырылмаһа, йөрәге ҡырыҫланыр”, - тигән пәйғәмбәребеҙ. Тимәк, был ризыҡты тейешле күләмдә ҡулланыу мөһим.

Иң яҡшы ит – ҡуйҙыҡы. Айырыуса бер йәшлек иркәк бәрәстеке һәйбәт. Пәйғәмбәребеҙ һарыҡты күпләп аҫрарға әйҙәгән.

 

Финик

 

“Финикһыҙ өй – аҙыҡһыҙ өй”,- тигән Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләм. Уны үҙе лә үҫтергән. Баҙамлы финик төрлө насар йоғонто, тәьҫир көсөн бөтөрә. Пәйғәмбәребеҙ әйткәнсә, был емеш һыу кеүек: икеһендә лә – сафлыҡ, таҙалыҡ. (Мәғлүмәт "Башҡортостан календары"нан)

Автор:
Читайте нас: