-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
9 Август 2022, 09:33

Йәшелсә менән дауалан

    Ғалимдар емеш-еләк һәм йәшелсәлә  сәләмәтлек өсөн файҙалы матдәләр табыуҙы дауам итә. Уларҙың химик составы дарыуҙарҙыҡына ныҡ оҡшаш.Ҡиммәтле сифаттары юғалмаһын өсөн емеш-еләк, йәшелсәләрҙе сей килеш йәки бешергәс үк ашау файҙалы. Юғары ҡан баҫымынан. Помидор, картуф, шпинат ҡан баҫымын төшөрә. Ҡан йөрөшө менән бәйләнешле проблемаларҙы хәл итеү өсөн калий бик мөһим. Шуға күрә калийға бай әлеге йәшелсәләр ҡан баҫымын нормалләштерергә ярҙам итә. Калий организмдағы һыу балансын көйләй, артыҡ һыу йыйылыуға юл ҡуймай.

Йәшелсә менән дауалан
Йәшелсә менән дауалан

 

Ябығырға теләһәң. Фасоль, ҡыяр ябығырға ярҙам итә. Аҙ калориялы был йәшелсәләр сәләмәтлек өсөн бик файҙалы. Фасоль матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Уның составындағы аҡһым иттәге аҡһымға тиң. Ҡыяр иһә ябығырға теләүселәрҙең ризығы һанала.

Холестеринды кәметә. Йәшел борсаҡ, кукуруз, сельдерей холестеринды кәметә. Был йәшелсәләр – холестерин менән көрәштә алыштырғыһыҙ сара. Мәҫәлән, йәшел борсаҡ, туҡлыҡлылығы менән  бер рәттән, организмға кәрәкле күп кенә мөһим минералдарға – кальцийға, фосфорға, А,В,С һәм Е витаминдарына бай. Кукуруз йөрәкте сыныҡтыра. Уның майы айырыуса файҙалы. Сельдерей организмды таҙарта.

Һалҡын тейһә. Һарымһаҡ, йәшел петрушка һәм һуған антибиотикты алмаштыра ала.  Уларҙан күп төрлө микстуралар, сироптар, компрестар яһарға мөмкин. Йәшел петрушка организмға кәрәкле  магний, тимер һәм С,Е,А витаминдарына бай.  Гриптан һуң тиҙерәк  аяҡҡа баҫырға  теләһәгеҙ, күберәк петрушка ашағыҙ. (Башҡортостан календарынан)

 

Автор:
Читайте нас: