– Әлеге ваҡытта беҙгә мөрәжәғәт итеүселәрҙең яртыһынан ашыуы – коронавирус кисереп хәлһеҙләнеп ҡалыуҙан даими арып йөрөүселәр. Байтағы ошо хәлдән айҙар буйы сыға алмай интегә.
Ковидтан һуңғы синдромдың төп дөйөм билдәләрен атап үтәм:
- Астения (хәлһеҙлек) – был осраҡтарҙа иң йыш осрай торған күренеш. Күптәрҙә хеҙмәткә һәләтлелек кәмей, аҙ ғына көсөргәнеш талап иткән эште лә башҡарыу ҡыйынлаша. «Бер сирҙән һуң да был хәтлем хәлһеҙлек тойғаным юҡ ине – йәшәү көсөм һурып алынған кеүек», – ти улар.
- Тәндең төрлө урыны, мускулдар, быуындар һыҙлай. Был әүҙемлекте кәметә, хәрәкәт йылдамлығын һүлпәнәйтә, хатта бер ере һыҙламаған саҡта ла кешенең, ауыртыу яңынан ҡайтыр, тип хәүефләнеп көтөүе ғәҙәткә әйләнеүе мөмкин.
- Киҫкен ковид билдәләре, улай уҡ көслө булмаһа ла, даими рәүештә ҡабатланып яфалай. Мәҫәлән, йүткереү, күкрәк тәңгәле сәнсеүе, тирләү, баш ауыртыу, эс китеү, тәнгә сабыртма сығыуы бар. Йөрәк йә «тулап», йә артыҡ аҡрын тибеп, ҡан баҫымы бер төшөп, бер күтәрелеп, тын ҡыҫылып йонсотоусан. Быларҙың сәбәптәрен билдәләү зарур. Мәҫәлән, тын етмәү сәбәбе миокардит, пневмония, һулыш үҙәге зарарланыуы, артыҡ хәүефләнеү ҙә булыуы ихтимал – һәр осраҡ айырым асыҡлана һәм үҙенсә дауалана. Әйтәйек, хәүеф арҡаһында иркен һулыш ала алмау «ысынлап» тын етмәүҙән пульсоксиметрия ярҙамында билдәләнә.
- Күптәрҙә нервы системаһы ҡаҡшауы күҙәтелә – уларҙың хис-тойғолары тотороҡһоҙға әйләнә, тиҙ генә ярһып, асыуланып китәләр, сәбәп юҡта ла бәхәс тыуҙыралар, бушҡа ғына кәйефтәре төшөп, хәүефләнеп, ҡурҡып баралар.
- Шулай уҡ зиһен эшмәкәрлеге һүлпәнәйеүе – хәтер тарҡауланыу, иғтибар боҙолоу, баш «томанланыу», мәғлүмәтте ҡабул итеп, эшкәртеү ауырлашыуы, хәл-ваҡиғаларҙы анализлау, һығымта яһау, абстракт фекерләү насарайыуы ихтимал.
Бынан тыш, ихтыяр көсө кәмеп, йәнде битарафлыҡ яулаған осраҡтар ҙа байтаҡ. Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен эшкә тотонорға мәжбүр итә алмай, уның һөҙөмтәһе менән ҡыҙыҡһыныуҙан туҡтай, ҡуйған маҡсаттарынан йәһәт кенә тайпыла башлай.
Коронавирус инфекцияһының ғәйрәтле һөжүме тән-ағзаларыбыҙ өсөн генә түгел, күңел өсөн дә етди һынау булды. Тест һөҙөмтәләрен көтөү, сирҙең көстө алыуы, кире мәғлүмәт солғанышында йәшәү – былар барыһы ла өҫтәмә психологик көсөргәнеш тыуҙырыуын иҫтән сығарырға түгел.
Яҡшылап ял иткәндән һуң да кеше үҙенең элекке хәленә ҡайтмай, әлеге торош аҙналарға түгел, айҙарға һуҙыла икән, кисекмәҫтән мотлаҡ рәүештә табипҡа – терапевҡа, неврологка йәки психотерапевҡа мөрәжәғәт итеү мөһим. Бөгөн медицина был хәлдән һөҙөмтәле дауалау мөмкинлектәренә эйә. Кәрәк осраҡтарҙа өҫтәмә тикшереүҙәр үткәрелә, баш мейеһе, ҡан йөрөшө эшмәкәрлеген һәйбәтләүсе, күңел торошон тотороҡландырырға ярҙам итеүсе дарыуҙар тәғәйенләнә.
Үҙеңә был хәлдән сығырға нисек ярҙам итергә?
- Даими хәлһеҙлектән арыныу өсөн эш һәм ял режимын яйға һалыу үтә мөһим. Йонсоу йәнгә, тәнгә сифатлы ял – үҙе дауа.
- Ҙур көсөргәнеш һалып эшләүҙән һаҡланығыҙ, үҙегеҙҙе хеҙмәт ҡаҙаныштарына ҡыуаламағыҙ – был аҡыл эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүселәргә лә, физик эш менән мәшғүлдәргә лә ҡағыла.
- Саф һауала йөрөү, йөҙөү, дауалау физкультураһы файҙалы. Һәйбәт йоҡоноң да ҙур шифа икәнен иҫтә тотоғоҙ: тәүлегенә 8 сәғәт йоҡларға тырышығыҙ, көндөҙ серем итеп алһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ.
- Бынан тыш, өҫтәлегеҙҙә йәшелсә-емеш, йомортҡа, организмға көс биреүсе триптофан тигән аминокислотаға бай ризыҡтар: банан, сыр, күркә ите, балыҡ, һөт ризыҡтары, кунжут, кедр сәтләүеге булыуы ла тиҙерәк көс тупларға ярҙам итер.
- Үҙегеҙҙе ҡурсаларға, аярға өйрәнегеҙ – зәһәр ковид ҡаҡшатҡан организмығыҙ тик шул осраҡта ғына йәшәү ҡөҙрәтен алған хәлһеҙлектән ҡотолор.