-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
31 Май 2022, 08:31

Һаулыҡ һағында

Һаулыҡты нығытыу һәм витаминдар запасын байытыу өсөн тәмле һәм файҙалы эсемлектәр тәҡдим итәбеҙ. Компот 1 аш ҡалағы киптерелгән гөлйемеш, 1 балғалаҡ йөҙөм һәм 1 балғалаҡ кесерткән япрағын термосҡа һалырға. Өҫтөнә 2 стакан ҡайнар һыу ҡойорға. 4 сәғәт төнәтергә һәм көнөнә 3 тапҡыр яртышар стакан эсергә.   Витаминдар сығанағы   Шыршы ылыҫынан да организмдың вирус һәм бактерияларға ҡаршы тороусанлығын арттырған витаминлы эсемлек яһап була.

Һаулыҡ һағында
Һаулыҡ һағында

Эсемлек яһар өсөн 2 аш ҡалағы ылыҫты һалҡын һыуҙа сайып эмалле һауытҡа һалырға, 1 стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм ҡапҡасын ябып 20 минут ҡайнатырға кәрәк. 30 минут төнәткәндән һуң һөҙөргә. Шәкәр йәки бал ҡушып көнөнә 2 тапҡыр яртышар стакан эсергә.

 

Бал менән миләш

Эсемлек яһар өсөн 2 аш ҡалағы (киптерелгән йәки  туңдырылған) миләш емешен термосҡа һалып 0.5 л ҡайнар һыу ҡойорға.1 сәғәт төнәтергә. 1 стакан төнәтмәгә 1 балғалаҡ бал ҡушып эсергә. Бындай сәй витамин һәм микроэлементтарға бай, шулай уҡ ҡан тамырҙарын нығыта. Балан емешенән дә шундай уҡ сәй яһарға була.

 

 

Автор:
Читайте нас: