Бронхит, ангина, грипп кеүек сирҙәр менән дауаланғанда сирень сәскәһенең майы бигерәк тә файҙалы. Уны ингаляция эшләгәндә лә ҡулланалар. Майҙың бер нисә тамсыһын үҙегеҙ ҡулланған крем, шампунь, лосьонға тамыҙып ебәргәндә, тирә-яғығыҙҙа хуш еҫтәр таралып китер. Уның менән һыҙланған урынды ыуыу ҙа ҙур ярҙам күрһәтәсәк.
Күптәр сирень сәскәһен йыйып, унан төнәтмә яһай. Өс литрлыҡ банканы ныҡлап тултырғансы атып өлгөрмәгән сәскәләрен тултырабыҙ. Аҙаҡ уның өҫтөнә спирт йәки араҡы ҡойоп, ҡараңғы урынға ултыртабыҙ. Был төнәтмә менән һыҙланған урынды ыуһағыҙ, бер нисә көндән һуң ауыртыуығыҙ баҫылыр.
Һыуыҡ тейгәндә, тамағығыҙ ауыртҡанда сирень сәскәһенән яһалған төнәтмәнән компресс ярҙамға килер. Әммә һәр нәмәлә сама белеү талап ителә, шул уҡ ваҡытта сирень сәскәһенең ағыулы икәнен дә онотмаҫҡа кәңәш итәбеҙ.
Бөйөр ауырыуҙарынан сәскәһенән төнәтмә әҙерләнә. Бер ҡалаҡ сәскәгә 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 4 сәғәт төнәтергә һәм һөҙөп алырға. Көнөнә 3-4 тапҡыр бер-ике ҡалаҡ эсергә. Һалҡын тейеүҙән шул уҡ төнәтмәне йүкә сәскәһе ҡушып әҙерләргә мөмкин. Бик яҡшы тирләтә һәм температураны төшөрә. (“Башҡортостан” календарынан)