+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
23 Май 2022, 15:15

Медицина полисы мөмкинлектәре

Мотлаҡ медицина страховкалауы буйынса Башҡортостан Республикаһы дәүләт гарантиялары программаһы йылдан-йыл киңәйтелә. Был тәңгәлдәге яңылыҡтар менән даими авторыбыҙ – Башҡортостан Республикаһы Мотлаҡ медицина страховкалау төбәк фондының бүлек етәксеһе урынбаҫары, табип-эксперт, медицина фәндәре кандидаты Светлана Рәйес ҡыҙы МИНҺАЖЕВА таныштыра бара. Сираттағы мәҡәләһендә ул 2022 йылда төбәк гарантиялары (йәғни республика бюджетынан финансланыусы) программаһына индерелгән социаль әһәмиәткә эйә медицина ярҙамы йүнәлештәре хаҡында бәйән итә.

Медицина полисы мөмкинлектәре
Медицина полисы мөмкинлектәре

Быйыл һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең мөһим йүнәлеше – паллиатив ярҙам тармағы төбәк гарантиялары программаһына индерелде. Ул дауалап булмаҫлыҡ сиргә дусар ололарҙың, балаларҙың хәлен еңеләйтеү, тормош сифатын мөмкин ҡәҙәр яҡшыртыу маҡсатында уҙғарылыусы медицина һәм психологик йүнәлештәге сараларҙы, тәрбиә-ҡарауҙы үҙ эсенә ала. Медицинабыҙҙың был тармағы һауыға алмаҫлыҡ ауырыуға тарыған кешегә ғүмеренең аҙағынаса лайыҡлы, һыҙланыуһыҙ йәшәргә булышлыҡ итә.
Паллиатив ярҙам ойоштороу тәртибе Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, шулай уҡ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының 2019 йылдың 31 майындағы 345н/372н ҡарары менән раҫланған. Уны тормошҡа ашырыусы медицина ойошмалары исемлеге һәм был ярҙамдың 2022 йылға күләме менән tfoms-rb.ru сайтында танышырға мөмкин.
Мотлаҡ медицина страховкалауы буйынса бушлай паллиатив ярҙамды амбулатор шарттарҙа, шул иҫәптән өйҙә (күсмә патронаж бригадалар өйгә килә), тәүлек әйләнәһенә эшләүсе стационар шарттарында алырға мөмкин. Уны пациент беркетелгән поликлиника ойоштора һәм махсус уҡыу үткән медицина хеҙмәткәрҙәре күрһәтә.
Ауырыуҙы сығарырға өс көн ҡала дауахана хеҙмәткәрҙәре ул беркетелгән поликлиникаға, фельдшер-акушерлыҡ пунктына йәки табиплыҡ амбулаторияһына паллиатив ярҙамға мохтаж кеше ҡайтасағы хаҡында хәбәр ебәрергә тейеш.
Пациент йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар һәм медицина изделиелары (уларҙың исемлеге Рәсәй Хөкүмәте тарафынан раҫланған), шулай уҡ өйҙә паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин ителә.
Был төр ярҙамды ғәмәлгә ашырыусы медицина ойошмалары сирленең туғандары, социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары, психологик һәм рухи яҡтан булышлыҡ итеүсе дини ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итә.
Төбәк гарантиялары программаһына быйыл индерелгән тағы бер йүнәлеш – дерматовенерология. Мотлаҡ медицина страховкалауы буйынса табип-дерматовенеролог хеҙмәттәренә ихтыяж ҙур. Йыл һайын меңдәрсә ауырыу, тире ауырыуҙарынан һәм енси юл менән күсеүсе инфекцияларҙан арынырға теләп, дауалау учреждениеларына мөрәжәғәт итә. Тире сирҙәренән, венерик ауырыуҙарҙан тулыһынса һауығыу өсөн оҙайлы ваҡыт дауаланырға, табипҡа ла йыш йөрөргә тура килә. Шуға ла медицина страховкаһы буйынса табипҡа бушлай күренеү байтаҡ аҡсаны янға ҡалдыра. Был сирҙәрҙе дауалауҙы кисектереүҙең, һуңлатыуҙың ауыр эҙемтәләргә килтереүен билдәләп китәм. Тире ауырыуҙарынан һәм венерологик инфекцияларҙан дәүләт поликлиникаларында һәм амбулаторияларҙа, шулай уҡ тәүлек әйләнәһенә эшләүсе һәм көндөҙгө стационарҙарҙа бушлай дауаланырға була (улар исемлеге һәм медицина ярҙамы күрһәтеү күләме tfoms-rb.ru сайтында бирелгән). Полисы булған һәр кемдең бушлай сифатлы медицина ярҙамына хоҡуғы бар – ошо хоҡуҡтарҙы белеп файҙаланыу ғына мөһим.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: