+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
12 Май 2022, 09:43

Дарыу үләндәрен йыйыу

Ҡайын бөрөләре төнәтмәһен тын алыу юлдары, үт ҡыуығы һәм үт юлдары, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы шешкәндә, ашҡаҙандың гастрит, сей яра (язва) ауырыуы булғанда, дөйөм шешенгәндә, ревматизм, подагра кеүек сирҙәр, экзема, нейродермит һымаҡ тире ауырыуы башланғанда ҡулланырға кәңәш ителә. * * * Үгәй инә үләне япрағынан әҙерләнгән төнәтмәне (йәки ҡайнатманы) тын алыу юлдары, үпкә шешкәндә, тын ҡурылғанда, ашҡаҙан-эсәк, бәүел юлдары сирләгәндә ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған үлән япрағын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 30-40 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 3-4 тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә.

Дарыу үләндәрен йыйыу
Дарыу үләндәрен йыйыу

 

ДАРЫУ ҮЛӘНДӘРЕН ЙЫЙЫУ

- Дауаланғанда сирле кешенең йәше, дөйөм һаулығы, ауырыуҙың төрө, барышы, уның осоро (яңы башланғанмы, аҙып киткәнме һ.б.), ҡулланған дауа килешәме, юҡмы — барыһы ла иҫәпкә алынырға тейеш. Әлбиттә, бөтә был нескәлектәрҙе дауалаусы врач ҡына билдәләй ала. Ул шифалы дауаны ҡулланыу миҡдарын да, нисә көн дауаланыу кәрәклеген дә билдәләй.
Шуға күрә ниндәй генә шифалы үҫемлек дауаһы булмаһын, иң яҡшыһы уны медик-белгес билдәләүе буйынса ҡулланыу хәйерле.

- Һары умырзая үләненән әҙерләнгән төнәтмә, нигеҙҙә, йөрәк ауырыуҙары (йөрәк порогы, йөрәк неврозы һ. б.) булғанда, йөрәк ауыртыуҙы, тын ҡурылыуҙы баҫыу, йөрәк эшсәнлеген яйға һалыу, йөрәктең һүлпән эшләүенән килгән шешенеүҙе юҡ итеү өсөн ҡулланыла. Был төнәтмә шулай уҡ нервылар ҡаҡшағанда ла, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы, тын алыу юлдары һәм үпкә шешкәндә лә файҙалы

- Андыҙ тамыры һәм тамырһабағынан әҙерләнгән ҡайнатманы тын алыу юлдары, үпкә, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, диабеттан, үт ҡыуығы шешеүҙән, бәүел ҡыуығының цистит сиренән, дөйөм шешенеүҙән, экзема, кесерткән биҙгәге, дерматит кеүек тире ауырыуҙарынан, өҙлөкһөҙ сиҡан-шеш сығып йонсотҡанда ҡулланырға кәңәш ителә

- Борон-борондан һоло ярмаһы яҡшы диетик аҙыҡ тип һанала. Унан әҙерләнгән ашамлыҡ ашҡаҙан-эсәктәр, бауыр һәм үт ҡыуығы, бөйөрҙәр сирләгәндә, дөйөм һаулыҡ ҡаҡшағанда бик файҙалы.
Һоло бөртөктәренән әҙерләнгән төнәтмәне йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирләгәндә, нервы системаһы ҡаҡшағанда, матдәләр алмашыныу процесын яҡшыртыу маҡсатында ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 2 аш ҡалағы һоло бөртөктәрен 2 стакан һалҡын һыуға һалып, 1 тәүлек ябыҡ килеш өй шарттарында тоторға кәрәк.

- Һуҡыр кесерткән сәскәһенән әҙерләнгән төнәтмәне халыҡ медицинаһында тын алыу юлдары шешкәндә (бронхит, трахеит һ.б.), берәй эске ағзанан (ашҡаҙан, үпкә, аналыҡтан һ.б.) ҡан килгәндә, бауыр, бөйөр, бәүел ҡыуығы сирләгәндә, ҡайһы бер гинекологик ауырыуҙарҙан, нервылар ҡаҡшағанда, йоҡоһоҙлоҡ йонсотҡанда, ҡан аҙайғанда ҡулланырға кәңәш ителә. Экзема, экссудатив диатез, сиҡан кеүек тире сирҙәре йонсотҡанда ла был төнәтмәне эсеү файҙалы.

* * *
Дарыуханаларҙа һуғандан алынған «аллилчеп» исемле препарат һатыла. Ул атеросклероздан, эс китеүҙән тәғәйенләнә. Сей һуған иҙмәһе ярҙамында тәндең туңған ерен, эренле яра-йәрәхәтте дауаларға мөмкин. Иҙмәне һалып, бәйләп ҡуйырға кәрәк. Һипкелле биткә кистәрен һөртөргә. Бешкән һуған өлөшөн сиҡанға һалып, бәйләп һалыу шешектең һытылыуын тиҙләтә. Уны һыҙлап йонсотҡан геморрой шешектәренә төнгә ҡаршы һалыу ҙа шифалы...

* * *
Ҡайын бөрөләре төнәтмәһен тын алыу юлдары, үт ҡыуығы һәм үт юлдары, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы шешкәндә, ашҡаҙандың гастрит, сей яра (язва) ауырыуы булғанда, дөйөм шешенгәндә, ревматизм, подагра кеүек сирҙәр, экзема, нейродермит һымаҡ тире ауырыуы башланғанда ҡулланырға кәңәш ителә.

* * *
Үгәй инә үләне япрағынан әҙерләнгән төнәтмәне (йәки ҡайнатманы) тын алыу юлдары, үпкә шешкәндә, тын ҡурылғанда, ашҡаҙан-эсәк, бәүел юлдары сирләгәндә ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған үлән япрағын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 30-40 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 3-4 тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә.

* * *
Дауалау өсөн уҫаҡтың ҡайыры, бөрөләре, япрағы һәм үҫентеләре ҡулланыла. Ҡайыры составында глюкоза, фруктоза, сахароза исемле углеводтар, хуш еҫ биреүсе кислоталар, фенол- гликозидтар һ.б. биологик актив матдәләр бар. Үҫемлектең япрағында С витамины, каротин, флавоноидтар, фенолглико- зидтар һ.б. биологик актив матдәләр табылған. Бөрөләрендә лә төрлө шифалы матдәләр күп ...
* * *
БӘПЕМБӘ. Дауалау өсөн, нигеҙҙә, тамыры ҡулланыла. Япрағын да файҙаланып була. Бәпембә тамыры составында инулин, гликозид, алма кислотаһы, минераль тоҙҙар һ.б. биологик актив матдәләр бар. Бәпембә тамыры август — сентябрҙә йә апрель — май айҙарында ҡаҙып алына. Һалҡын һыуҙа йыуғандан һуң ҡоро урында һәм күләгәлә киптерелә. Бәпембә тамырынан әҙерләнгән төнәтмәне аппетит юғалғанда, бауыр һәм үт ҡыуығы шешкәндә, нервылар ҡаҡшағанда...
* * *
ИМӘН . Имән ҡайырыһынан әҙерләнгән ҡайнатманы эс киткәндә, ашҡаҙан-эсәктәрҙең эшмәкәрлеге боҙолғанда, бәүел ҡыуығы шешкәндә ҡулланырға кәңәш ителә. Ҡайнатманы әҙерләү: 5-6 аш ҡалағы киптереп ваҡланған имән ҡайырыһын 1 литр һыуға һалып, 30 минут талғын утта ҡайнатырға кәрәк. Ҡайнатманы көнөнә 2—3 тапҡыр, ас ҡарынға, ярты стакан эсергә.

Халыҡ медицинаһында сирень сәскәһенән (йәки япрағынан) әҙерләнгән төнәтмәне бөйөр шешкәндә, бөйөр һәм бөйөр лаҡаны ташы барлыҡҡа килгәндә ҡулланыла. Дауаны әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған сәскәне (япраҡты) 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 4 сәғәт тоторға кәрәк.

* * *
Тал ҡайырынан әҙерләнгән ҡайнатманы ревматизм, подагра сирҙәренән, берәй эске ағзанан (ашҡаҙандан, аналыҡтан һ.б.) ҡан килгәндә, биҙгәк тотҡанда эсергә кәңәш ителә. Ҡайнатманы әҙерләү: 2 аш ҡалағы киптереп ваҡланған тал ҡайырын 1 стакан һыуға һалып, 10-15 минут ҡайнатып алырға кәрәк. Дауаны көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә.

("ЯРАТҠАНЫМ ТОРМОШ" ТӨРКӨМӨНӘН)

Автор:
Читайте нас: