+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
5 Май , 11:17

"Хәҙрәт үләне"

Мөжәүир хәҙрәт боланут сәскә атҡас, ҡырға сығып, үҙ ҡулы менән шул шифалы үләнде күп итеп йыйып ала ла, килгән һәр кешегә өшкөрөп биреп ултыра торған булған. Разия апай хәтерләй: — Бер Мөжәүир хәҙрәткә барғайным, — ти, — күренергә килгән һәр кем ҡулында боланут үләне. Кешеләр белеп, хәҙрәт үләнен үҙҙәре тотоп килгән, тип уйлай Разия апай. Шулай ҙа һорарға була: — Ниңә бөтәгеҙҙең ҡулында был үлән? — Юлда ултыра ине, алдыҡ, — тиҙәр күренергә килеүселәр. Шунда Разия апай бының хәҙрәт хикмәте икәнен аңлай. Кешеләрҙең, килгәндә осраған үләнде «Бисмилләһир- рахмәнир-рахим» тип өҙөп алырға кәрәк, сөнки уны олатай юлға үҙе сығарып ҡуя икән, тип әйтеүҙәре иҫенә төшә. Тимәк, был шифалы үлән бөгөн килеүселәрҙең юлында үҫеп ултырған. Боланут, айырыуса, эскелектән яфаланган ауырыуҙарға килешкән. Ул араҡыны эске килеү теләген туҡтатҡан, эсәк-ашҡаҙан эшмәкәрлеген яйға һалған. Ҡан тамыры, ҡан баҫымы кеүек сирҙәрҙе иҫкәрткән. Күҙ ауырыуы менән яфаланыусыларға бермә-бер килешкән.

"Хәҙрәт үләне"
"Хәҙрәт үләне"

 

«Хәҙрәт үләне» бүлеге Баймаҡ районы, Иҫке Сибай ауылы, Баймөхәмәтова Разия Хәйбулла ҡыҙы хәтирәләренә таянып яҙылды. Ғабдулла Сәиди мәҙрәсәһендә уҡыған сағында уҡ Мөжәүир хәҙрәт мөршиденән үләндәр менән дауалау серен ныҡлап өйрәнә. — Дауа беҙҙең аяҡ аҫтында, шифалы үләндәрҙе беҙ тапап йөрөйбөҙ, — тип әйтә торған булған ул. Үҙе лә күпләп артыш, йыуа, балан, боланут үләне, дегәнәк тамыры һәм башҡа бик күп шифалы үлән-тамырҙарҙы һәм емештәрҙе йыйыр булған. Ауырып килгәндәргә биреп ебәргән, үҙҙәренә лә ваҡытында йыйып алырға тәҡдим иткән. Йәйен уйһыулыҡта, урман ситтәрендә көлтәләй булып алһыу-ҡыҙыл сәскәле бер үлән күкрәп үҫә. Һәр ботағы сәскә атып, тирә-яҡҡа йәм биреп, балҡып ултыра ул. Варис Ғүмәровтың «Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре» тигән китабында был шифалы үләнде боланут тип атайҙар. Руссаһы Иван-чай, фәнни исеме — кипрей узколистый. Ә беҙҙең яҡта, Манһыр, Байыш, Ҡарамалы, Яңгаҙы, Кәрешкә, Татлыбай, Әбдрәхмән, Иҫке Сибай ауылдарында уны хәҙрәт үләне тип йөрөтәләр. Мөжәүир хәҙрәт боланут сәскә атҡас, ҡырға сығып, үҙ ҡулы менән шул шифалы үләнде күп итеп йыйып ала ла, килгән һәр кешегә өшкөрөп биреп ултыра торған булған. Разия апай хәтерләй: — Бер Мөжәүир хәҙрәткә барғайным, — ти, — күренергә килгән һәр кем ҡулында боланут үләне. Кешеләр белеп, хәҙрәт үләнен үҙҙәре тотоп килгән, тип уйлай Разия апай. Шулай ҙа һорарға була: — Ниңә бөтәгеҙҙең ҡулында был үлән? — Юлда ултыра ине, алдыҡ, — тиҙәр күренергә килеүселәр. Шунда Разия апай бының хәҙрәт хикмәте икәнен аңлай. Кешеләрҙең, килгәндә осраған үләнде «Бисмилләһир- рахмәнир-рахим» тип өҙөп алырға кәрәк, сөнки уны олатай юлға үҙе сығарып ҡуя икән, тип әйтеүҙәре иҫенә төшә. Тимәк, был шифалы үлән бөгөн килеүселәрҙең юлында үҫеп ултырған. Боланут, айырыуса, эскелектән яфаланган ауырыуҙарға килешкән. Ул араҡыны эске килеү теләген туҡтатҡан, эсәк-ашҡаҙан эшмәкәрлеген яйға һалған. Ҡан тамыры, ҡан баҫымы кеүек сирҙәрҙе иҫкәрткән. Күҙ ауырыуы менән яфаланыусыларға бермә-бер килешкән. Олатай болануттан сәй яһарға ла өйрәтер булған. Бының өсөн үләнде сәскә атҡан сағында япрағы-ние менән йыйып алып, ит турағыстан үткәрәһең, йәиһә балта менән ваҡ ҡына итеп сапҡылап турап, өс көн эмаль һауытҡа һалып баҫырып быҡтыраһың, шунан еләҫ ергә, йә йылы мейескә һалып киптерәһең. Боланут сәйе һинд сәйенә биргеһеҙ тәмле була, ҡып-ҡыҙыл булып сыға, өйгә хуш еҫе таралып китә, табынға ҡот ҡуна. Бындай сәйҙе эсеү үҙе бер ләззәт, аҙаҡ хәл инеп, кәйеф күтәрелеп китә. Башта уҡ Мөжәүир хәҙрәт боланут үләнен киң ҡулланған тигәйнек. Төрлө сирҙәрҙән, сихыр, боҙом, ҡара уй, һоҡ, күҙ тейеү, тел-тештән өй эсен төтәҫләп таҙалау өсөн дә ул боланут үләнен ҡулланырға ҡуша. Төтәҫләүҙең үҙенсә бер тәртибе бар. Башта тәһәрәтләнәбеҙ, доғалар уҡыйбыҙ. Еләҫ ерҙә генә киптерелгән артыш, мәтрүшкә, хәҙрәт үләнен самалап алабыҙ. Шунан үләндәрҙе бер-бер артлы тәрилкә һымағыраҡ һауытҡа һалып ут ҡабыҙабыҙ. Иң беренсе артыш, шунан мәтрүшкә, артабан хәҙрәт үләнен яндырабыҙ, аҙаҡ төтөнө менән өйҙө төтәҫләйбеҙ. Ишектең һул яғынан башлайбыҙ, сәғәт теле йөрөүе буйынса барабыҙ. Мөйөштө аҫтан өҫкә төтәҫләйбеҙ. Үлән ҡайһы ерҙә шытырлап яна, шул ерҙә төтөнлө һауытты оҙағыраҡ тоторға кәрәк. Изге әүлиәбеҙ ошолай итеп йылына бер нисә рәт өйҙө таҙалап торорға ҡушҡан. Шунан кешенең тормошо ыңгайланыр, һаулыҡ-сәләмәтлеге арыуланып, үҙ- ара мөнәсәбәттәре көйләнеп ките

Автор:ЛилияТакаева

“Һаҡмар”гәзитенән

Автор:
Читайте нас в