-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
2 Май 2022, 10:15

Мәкерле хеликобактер

«Нисек итеп саң бөртөгөнән бәләкәй бактерияның әзмәүерҙе йыҡҡаны» – ул ашҡаҙан йәрәхәте асылыуҙан ҡанһыраған ауырыуҙарҙы ҡотҡарыу тарихтарын тасуирлаһа, шулай тип аталған китап сығара алыр ине. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш гастроэнтерологы, Өфө ҡалаһы 21-се дауаханаһының гастроэнтерология бүлеге мөдире, юғары категориялы табип-гастроэнтеролог Эльмира Мәрүән ҡыҙы ҠАҺАРМАНОВА хеликобактер пилори тигән бактерияның һәр икенсе кешелә булыуы һәм уның ниндәй ҡурҡыныс тыуҙырыуы хаҡында һөйләй.

Мәкерле  хеликобактер
Мәкерле хеликобактер

Әҙәм балаһы организмы йөҙҙәрсә төрлө мик­робтар менән тулы дөйөм ятаҡты хәтерләтә. Уларҙың күбеһе «тәртип боҙмай», эске ағзалар менән «хеҙмәттәшлек итә», ҡыҫҡаһы, кеше өсөн файҙалы. Шул уҡ ваҡытта йәшерен рәүештә ҡара эш алып барыусы микроорга­низмдар ҙа бар. Шуларҙың иң яһилы, организмыбыҙҙы эстән ҡаҡшатып, көсһөҙләндереүсе – хеликобактер пилори.
Ашҡаҙан йәрәхәтенең 80 процентына һәм бөйән йәрәхәтенең 60 процент осрағына хеликобактер пилори сәбәпсе булып тора. Хеликобактер пилори тыуҙырған ялҡынһыныу «әкрен» инфекцияларға ҡарай. Киҫкен инфекциялар ваҡытында тән темпера­тураһы күтәрелеп, тымау, йүтәл һәм башҡа билдәләр бар­лыҡҡа килһә, был осраҡта кеше үҙендә бакте­рияның «тамыр йәйеп» үрсеүен йылдар буйы һиҙмәйенсә йөрөргә мөмкин. Шуға күрә беҙ, гастроэнтерологтар, ул инфекцияны әүҙем асыҡлау маҡсатын ҡуйғанбыҙ. Пациент хатта әллә ни зарланмаған ваҡытта ла хеликобактер барлығын-юҡлығын аныҡлаусы тикшереүҙәр билдәләйбеҙ. Ә инде беҙгә аш­ҡаҙан йәки бөйән йәрәхә­тенән интегеүсе килә икән, тәү буры­сыбыҙ – хеликобактерҙы асыҡлау. Сөнки, әйтеп үтеүемсә, йәрәхәттең төп сәбәбе – әлеге бактерия.
Бөгөнгө медицина хеликобактерҙы тиҙ һәм теүәл асыҡлау алымдарына эйә. Шуларҙың айырыуса киң ҡулланылғандарын ғына атап үтәм: ФГС-тың бер нисә төрө, ошо бактерияға антиесемдәрҙе сирҙең киҫкен фазаһында билдәләүсе анализ, һанаулы минуттар эсендә һулыш ярҙамында диагностикалау. Хеликобактер арҡаһында үҫешкән ашҡаҙан йәки бөйән йәрәхәтен дауалау алымдары ла бик һөҙөмтәле. Сырхауҙы йылдар буйы «кимергән» сирҙән заманса дарыуҙар ярҙамында 14 көн эсендә һауыҡтыра алабыҙ.
Ашҡаҙан һәм бөйән йәрәхәтен ни өсөн һуҙмайынса дауалау мотлаҡ? Йәрәхәт ниндәй өҙлөгөүҙәргә килтерә? Һәр етди сир кеүек, ул сырхауҙың тормош сифатын насарайта, кәйефен төшөрә, йәшәү көсөн һура. Ләкин иң ҡурҡынысы – йәрәхәт асылып, ҡан аға башлауы. Ваҡытында дауаханаға килтермәһәләр, ҡан юғалтыуҙан ауырыуҙың ғүмере өҙөлөүе ихтимал.
Ашҡаҙан йәки бөйән йәрәхәтен дауаламаған кешеләрҙе тағы бер дәһшәтле хәүеф һағалай – йәрәхәттең яман шешкә әйләнеүе бар. Шуға күрә табиптар хеликобактерҙы беренсе һанлы, йәғни үтә мөһим онкомаркер тип атай. Һәм беҙ, ауырыуҙарҙы был сирҙән дауалап, уларҙа яман шеш үҫешеүен дә иҫкәртәбеҙ.
Яҡын туғаны ашҡаҙан яман шешенә дусар кешеләргә үҙ һаулығына ҡарата айырыуса иғтибарлы булырға кәңәш итер инем: хеликобактерға тикшерелеп тороу, ул асыҡлана ҡалһа, хатта зарланырлыҡ сәбәп юҡ сағында ла, дауаланыу зарур, сөнки сиргә әүәҫлек йыш ҡына нәҫелдән күсеүсән.
Ҡайһы бер табиптарҙың хеликобактерҙың ҡурҡынысын баһалап еткермәйенсә, уны зарарһыҙ бактерия тип атауҙары менән бер нисек тә килешә алмайым – уның арҡаһында өҙлөгөүҙәр һаулыҡ өсөн генә түгел, ғүмер өсөн дә хәүефле. Хатта дауаланып сыҡҡас та ауырыуҙарҙы, ашҡаҙан йәки бөйән йәрәхәте яңынан барлыҡҡа килмәнеме икән тип, бер айҙан йәнә тикшерергә тейешбеҙ.
Хеликобактер йөрөтөүсе кеше уны йоҡтороу сығанағы булып тора. Халыҡ бер-береһе менән күп аралашҡан хәҙерге заманда был бактериянан һаҡланыуы ла ауыр.
Бактерия, нигеҙҙә, көнкүреш әйберҙәре – таҫтамал, һауыт-һаба, бәҙрәфтәге ишек тотҡалары һәм башҡа нәмәләр аша йоға.
Ғәҙәттә, уны күптәр бәләкәй саҡта, мәктәпкәсә йәштә йоҡтора. Сабый уны балалар коллективында ла, ғаиләһендә лә эләктереүе мөмкин. Хеликобактер ашҡаҙанға эләгеү менән, әлбиттә, тиҙ арала йәрәхәт хасил булмай – был юл оҙон, хатта тиҫтәләрсә йылдарға һуҙылыуы мөмкин.
Организмға ингәс, мәкерле микроб, ашҡаҙан һутының зәһәрлегенән ҡасып, үҙен ферменттарҙан торған тышса менән ҡаплап ала. Спираль рәүешендәге мыйыҡтары менән ашҡаҙандың лайлалы тышсаһын быраулап инеп, шуның аҫтына йәшенә.
Лайлалы тышса аҫтында иркенләп урынлашҡан хеликобактер яйлап ҡына емергес эшен башҡарырға тотона – ашҡаҙан туҡымаһын «ашап», һиҙҙермәй генә үҙ эшмәкәрлегенең ағыулы ҡалдыҡтарын бүлә башлай. Белендермәй генә был ағзаларҙың туҡыма төҙөлөшөн үҙгәртә, башта гастрит барлыҡҡа килһә, унан – атрофиялы (туҡымалар, күҙәнәктәр бәләкәсәйеүе) гастрит, аҡрынлап ашҡаҙан йәки бөйән йәрәхәте хасил була.
Хеликобактер йоҡторған бөтә кешелә лә ашҡаҙан йәки бөйән йәрәхәте үҫешмәй, әлбиттә. Дошман-микроб организм хәлһеҙләнеп, һаҡлау көсө кәмегән саҡта яһил ғәскәр булып үрсеп ҡеүәтләнә. Етди сир кисергәндән, ауыр ваҡиғаларҙан, юғалтыуҙарҙан һуң кеше йонсоп ҡалыусан. Хәмер, тәмәке менән мауығыу ҙа көстө ала. Даими көсөргәнештә йәшәү ҙә, үтә күп эшләү ҙә хәлде кәметә. Бөгөнгө тормошобоҙҙа ҡаҡшатыусы сәбәптәр етерлек. Хеликобактер үҙе өсөн ана шундай уңайлы ваҡытты көтә.
Үҙебеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы зәһәр бактерия тыуҙырған сирҙән ҡурсалар өсөн ни эшләргә тейешбеҙ?

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: