+24 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
5 Апрель 2022, 12:19

Бәпембә

Бәпембәнең сәскәһе лә файҙалы. Һигеҙ ус сәскәһен йыйып 1,5 л ҡайнар һыуға һалығыҙ. Тәмлерәк булһын өсөн ҡара ҡарағат, сейә япраҡтары өҫтәгеҙ. Эсемлек 12-18 сәғәт ҡапҡас аҫтында ултырырға тейеш. Аҙаҡ ваҡ һөҙгөс аша һыуын түгегеҙ, 0,5-0,75 кг шәкәр өҫтәгеҙ һәм яй ғына  утҡа ҡуйығыҙ. Ике сәғәттән килеп сыҡҡан сиропты банкаларға һалығыҙ. Һыуыҡ урында һаҡларға. Ашар алдынан бер-ике аш ҡалағы эсергә.

Бәпембә
Бәпембә

Бәпембә тән температураһын төшөрә, тир һәм үтте ҡыуа, тынысландыра, йоҡоһоҙлоҡтан ярҙам итә, аппетитты күтәрә. Бәпембәнең тамырын ҡаҙып алып ҡыҙҙырырға һәм ҡәһүә урынына эсергә була, ул организмды нығыта. Тамырҙарҙы көҙ йәки яҙ  ҡаҙып алығыҙ, йәй көнө бик файҙалы түгел. Яҙғы салатҡа ҡушып эшләнгән йәш япраҡтары матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Япраҡтары әсе тәм бирмәһен өсөн уны ярты сәғәткә тоҙло һалҡын  һыуға һалып  торорға кәрәк. Бәпембәнең сәскәһе лә файҙалы. Һигеҙ ус сәскәһен йыйып 1,5 л ҡайнар һыуға һалығыҙ. Тәмлерәк булһын өсөн ҡара ҡарағат, сейә япраҡтары өҫтәгеҙ. Эсемлек 12-18 сәғәт ҡапҡас аҫтында ултырырға тейеш. Аҙаҡ ваҡ һөҙгөс аша һыуын түгегеҙ, 0,5-0,75 кг шәкәр өҫтәгеҙ һәм яй ғына  утҡа ҡуйығыҙ. Ике сәғәттән килеп сыҡҡан сиропты банкаларға һалығыҙ. Һыуыҡ урында һаҡларға. Ашар алдынан бер-ике аш ҡалағы эсергә.

Һаулыҡ өсөн витаминлы эсемлек. Бер литр эҫе һыуға ҡара ҡарағаттың бер ботағын һындырып һалығыҙ, уға бер аш ҡалағы сирень бөрөһө, йәш шыршының 3-4 шытымын һәм ҡайын бөрөләре өҫтәгеҙ. Йылы урында кәм тигәндә 15 минут ултырһын. Аҙаҡ бер аҙна дауамында көнөнә берәр стакан эсергә. (Башҡортостан календарынан)

Автор:
Читайте нас: