+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
22 Март 2022, 15:47

Йөрәк һәм ковид

Ал-ял белмәйенсә, көнө-төнө тамырҙар буйлап ҡан ҡыуыусы уңған йөрәк тә шәфҡәтһеҙ ковид һөжүменә дусар булды. Эйе, беренсе сиратта тын юлдарын зарарлаусы сирҙәргә ҡараған коронавирус инфекцияһы йөрәк-ҡан тамырҙарына ла ифрат ҙур зыян һала. Вирус нисек итеп йөрәккә, ҡан тамырҙарына кире йоғонто яһай һәм ниндәй өҙлөгөүҙәргә килтерә? Республика кардиология үҙәгенең баш табибы, медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш кардиологы, Рәсәй Кардиология йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, Рәсәй Кардиология йәмғиәте идараһы ағзаһы Ирина Евгеньевна НИКОЛАЕВА мөһим һорауҙарға яуап бирә. 

Йөрәк һәм ковид
Йөрәк һәм ковид

– Эйе, ковид менән ауырыусыларҙы ике йылдан ашыу күҙәтеүҙәрҙән сығып, был сирҙең йөрәк-ҡан тамырҙарына кире йоғонтоһо бик ҙур булыуын күрәбеҙ. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, коронавирус йоҡтороп, стационарҙа дауаланыусы ауырыуҙарҙың яртыһынан күберәгенең күкрәк тәңгәле ауырта, ҡан баҫымы «һикерә», йөрәк тибеше боҙола. Бынан тыш, инфекция тәьҫирендә йөрәк һәм ҡан тамырҙарының хроник ауырыуҙары көсәйә.   
Һуңғы өс йылда яңы сырхауҙар асыҡланыу иҫәбенә һәм ковид инфекцияһының йөрәк-ҡан тамырҙарын зарарлауы арҡаһында йөрәк ишемияһы сире менән ауы­рыусылар 7 процентҡа артты.

– Коронавирус ни рәүешле йөрәкте зарарлай? Ул нисек итеп ҡан тамырҙарына зыян килтерә? 
– SARS-CoV-2, теләһә ниндәй башҡа вирус кеүек, тик күҙәнәктә генә үрсергә һәләтле. Күҙәнәктән тыш, вирус өлөшсәләре – ябай химик матдәләр. Вирус, күҙәнәккә эләгер өсөн, уның мембранаһында рецепторҙар, йәғни йәбешер «урын» эҙләй.
Коронавирус өсөн ундай рецепторҙар булып күпселек туҡымаларға үтеп инеүсе үҙенсәлекле аҡһым тора. Был аҡһым шул иҫәптән: 
– ҡан һәм лимфа тамырҙарының эндотелийҙарына – эске ҡатламына;
– йөрәк мускулдарына үтеп инергә һәләтле.
Шулай итеп, коронавирус тын юлдарына ғына түгел, йөрәк һәм тамырҙарға ла һөжүм итеп, ялҡынһыныу тыуҙырыуы, тамырҙарҙа ҡан төйөрҙәре барлыҡҡа килтереп, уларҙың эске ҡатламы торошон насарайтыуы мөмкин. 
Ковид менән ауырығанда, вирус йөрәк күҙәнәктәренә үтмәгән хәлдә лә, йөрәк һәм тамырҙар зарарланыуы ихтимал. Сир ауыр уҙа икән (пневмония, оҙайлы биҙгәк, көслө интоксикация менән), бөтә организмда системалы ялҡынһыныу башлана. 

– Коронавирустан һуң ниндәй өҙлөгөүҙәр булыуы мөмкин? 
– Зәһәр инфекциянан һуң йөрәк-ҡан тамырҙарындағы төп өҙлөгөүҙәрҙе атап үтәм:
–  артерияларҙа һәм веналарҙа тромбоздар – ҡан төйөрҙәре барлыҡҡа килеүе. Был йөрәккә ҡан килеүе кәмеү (киҫкен коронар синдром), инсульт, үпкә артерияһына ҡан төйөрө тығылыуы (тромбоэмболия) менән ҡурҡыныс; 
–  йөрәк тибеше боҙолоуы.  Һөҙөмтәлә йөрәк эшмәкәрлегендә өҙөклөктәр булыуы, йөрәк «туҡталған» һымаҡ тойғо тыуыуы мөмкин;
– йөрәктең ҡан ҡыуыу эшмәкәрлеге боҙолоуы. Шул сәбәпле уның мускулдары зарарланыуы (миокардит), тын ҡыҫылыуы, сираҡтар шешенеүе ихтимал;
– ҡанда липидтар, шәкәр кимәле күтәрелеүе. Был иһә шәкәр диабеты үҫешеүе менән хәүефле.
– Ковид кисергән кешеләрҙең байтағы, тулы дауалау курсын үтһә лә, өҙлөгөүҙәр булмаһа ла, әллә күпме ваҡыт үҙен насар тоя, элекке хәленә ҡайта алмай яфалана...

Альмира Кирәева
әңгәмәләште.

Александр ДАНИЛОВ фотоһы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: