+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
27 Февраль 2022, 14:15

Игеҙәк ҡыҙҙар һәм Остеопороз тигән сәйер йәнлек хаҡында әкиәт

Борон заманда түгел, беҙҙең көндәрҙә бер ҡалала татыу ғаилә йәшәгән, ти. Уларҙың игеҙәк ҡыҙҙары донъяға килгән. Көтөп алынған бәпестәргә Дилә һәм Зилә тип исем ҡушҡандар. Бәләкәй саҡтарында улар ике тамсы һыу кеүек оҡшаш булған, ти, бер иш кейенгән игеҙәктәрҙе ата-әсәһенән башҡа берәү ҙә айырмаған.

Игеҙәк ҡыҙҙар һәм Остеопороз тигән сәйер йәнлек хаҡында әкиәт
Игеҙәк ҡыҙҙар һәм Остеопороз тигән сәйер йәнлек хаҡында әкиәт

Әммә үҫә бара ҡыҙҙарҙың холоҡ-тотошо айырыла башлаған. Дилә гимнастика менән шөғөлләнгән, йәйен ата-әсәһенә эйәреп походҡа йөрөгән, һыу ингән, ҡышын саңғы шыуған. Компьютер артына дәрес әҙерләү өсөн генә ултырған. Татлы тәмлекәс түгел, эремсек, балыҡ, сәтләүек кеүек аҙыҡтар яратҡан үҙе.

Ә Зилә иртәләрен, игеҙәге менән зарядка яһайһы урынға, карауатында кирелеп-һуҙылып ятҡан, ти. Көнө буйы смартфондан, йә компьютерҙан айырыла алмаған. Урамға ла һирәк сыҡҡан, әхирәттәре шаулашып ихатала уйнағанда, ҡыҙ, бөкөрәйеп, телефондан күҙен алмайынса, бургер ашап, кола эсеп ултырған.

Йылдар үтеү менән Дилә таң ҡалырлыҡ һылыуға әүерелгән. Дизайнер һөнәре алыу өсөн институтҡа ингән. Гүзәл ҡыҙға үҙе матур, үҙе яҡшы егет ғашиҡ булған. Йәштәр, гөрләтеп туй үткәреп, бәхетле ғаилә ҡорған. Дилә спорт менән шөғөлләнергә лә, ғаиләһенә файҙалы һәм тәмле аштар әҙерләргә лә өлгөргән.

Зилә иһә, ялҡаулашып, мәктәпте саҡ тамамлаған, артабан уҡырға теләмәгән. Аҙ хәрәкәтләнгәс, гел зыянлы ризыҡ ашағас, йүнләп ҡояш төҫө күрмәгәс, бите күкһел төҫкә ингән. Көндәрҙән-бер көндө автобуста китеп барғанда кемдер яңылыш төрткән икән, ҡыҙ, йығыла яҙып, ҡулына таянған. Кисен ҡулы бүрәнәләй шешеп сыҡҡан. Ләкин Зилә табипҡа барырға иренгән, үтер әле, тигән. Дарыу эсә-эсә һыҙлауы яйлап баҫылған. Әммә бер кис көҙгөгә ҡараһа, сәстәре үрә торған: ҡулы ҡыйыш уңалған – һынған булған да баһа! Йыуынып кейенеү ҙә, хатта яратҡан колаһын стаканға ҡойоу ҙа ауыр эшкә әйләнгән.

Ләкин күрәсәге бының менән генә бөтмәгән. Зилә алдында һоро төҫтәге ҡурҡыныс йәнлек барлыҡҡа килгән! Арҡаһына «ОСТЕОПОРОЗ» тип яҙылған, ти. Үҙе көскә-көскә, шығыр-шығыр  атлай, имеш. Зиләнең тәне, быуындары һыҙлаһа, был йәнлек шунда уҡ пайҙә була икән. Ҡыҙ, ғәҙәтенсә, ҡәһүә йәки газлы һыу эсеп, бургер ашай башлаһа, сәйер зат, шатланып, ҡулдарын ыуа, ти.

Тиҙҙән Зиләнең арҡаһы Г хәрефе кеүек бөкөрәйеп ҡалған. Үҙен йәлләп илап ебәргән ҡыҙ сәй эсмәксе булған икән, ҡулынан сынаяғы төшөп ватылған. Теге йәнлек йәнә килеп сыҡҡан да, кеткелдәп көлөп, тағы юғалған.

Түҙерлеге ҡалмағас, Зилә игеҙәгенә шылтыратҡан. Дилә йүгереп килеп еткән: «Хәҙер үк табипҡа бараһың!» Зилә кәңәште ҡолағына ла элмәгән. Ләкин иртәгәһен, ауыртыу хәлен алғас, табипҡа юлланған.

Поликлиникала сират көткәндә ҡыҙ эргәһенән әсәһе менән бәләкәй малай үтеп бара икән. «Убырлы ҡарсыҡ!» – тип ҡурҡып илап ебәргән малай, уға күрһәтеп. Бик ҡыйын булған Зиләгә быны ишетеү...

Доктор, ҡыҙҙың зарын тыңлап, таныш һүҙҙе әйткән: «Һиндә – ОСТЕОПОРОЗ!» «Үҙеңде яратһаң, был көнгә төшмәҫ инең. Ләкин дөрөҫ туҡланһаң, спорт яратһаң, кәңәшемде тотһаң, йәнә сәләмәт булырһың!» – тигән ул.

Табип ҡушҡанса, Зилә кибеттән шифалы ризыҡтар – эремсек, балыҡ, ит, дарыухананан һауытына Д хәрефе яҙылған витаминдар һатып алған. Һаулығын һаҡламағанға, ялҡаулашҡанға ныҡ үкенгән.

Өйөндә уны тағы теге ҡурҡыныс йәнлек ҡаршы алған, ти. Ҡыҙҙың ҡулындағы аҙыҡтарҙы, витаминдарҙы күреп, бәләкәсәйә башлаған һәм ҡапыл юҡҡа сыҡҡан. Шул көндән Зиләнең тормошо үҙгәргән: ул зарядка яһарға тотонған, ваҡытын телефонда түгел, саф һауала уҙғарған. Коланан баш тартҡас, ашауы шәбәйгән, йоҡоһо яҡшырған. Ә сәйер зат бүтән күренмәгән.

Дилә иһә игеҙәгенең яңынан сәләмәт, шаян ҡыҙға әйләнеүенә шатланып бөтә алмай, ти.

Ҡәҙерле йәш дуҫым! Әкиәттә һәр ваҡыт хәҡиҡәт ята. Аҡһымға, кальцийға, Д витаминына бай ризыҡтар яратһағыҙ, спорт һөйһәгеҙ, киләсәктә һөйәктәрегеҙ һынмаҫ, ныҡ булыр.

Радик НУРЛЫҒАЯНОВ.

Автор:
Читайте нас: