+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
21 Февраль 2022, 09:28

«Һөйәкте йәштән һаҡла!»

«Ҡартлыҡ остеопорозы – бала саҡ сире», – билдәле травматолог-ортопед Радик Нурлығаяновтың шулай тиеүе миндә башта ғәжәпләнеү уятты. «Был һүҙҙәрҙе мин түгел, 1973 йылда уҡ инглиз табибы, профессор Чарльз Энрике Дент әйткән», – ти, йылмайып, Радик Зөфәр улы. Ул – муртайыу, йоҡарыу, тығыҙлығы кәмеү арҡаһында һынған һөйәктәрҙе оҫта дауалаусы булараҡ республикала танылыу яулаған, ғилми эшен дә ошо йүнәлешкә арнаған табип. Балалар баҡсаларындағы бәләкәстәргә, мәктәп уҡыусыларына һәм уларҙың ата-әсәләренә һөйәкте йәштән һаҡлау һәм... «туплау»ҙың ни өсөн мөһимлеген еткерергә тырыша ул. Фекерҙәше, рухташы – күренекле педагог-ғалимә Вилә Искәндәр ҡыҙы Баймырҙина менән бергәләшеп Рәсәй мәктәптәрендә кластан тыш сараларҙа, балалар үҙәктәрендә ҡулланыу өсөн шул хаҡта бик файҙалы әсбап әҙерләгәндәр.

«Һөйәкте йәштән һаҡла!»
«Һөйәкте йәштән һаҡла!»

Өй ныҡлығы – нигеҙҙән, һаулыҡ – бала саҡтан

Өй ныҡлығын нигеҙ билдәләһә, һаулығыбыҙ шәплеге бала саҡтан һалына. Һөлдәһе яҡшы төҙөлгән йорт быуаттар буйы ҡаҡшамай торған һымаҡ, тәнебеҙ һөлдәһенең – һөйәктәрҙең сәләмәт булыуы үтә лә мөһим. Ә һеҙ һөйәк күләме, уның тығыҙлығы 25-30 йәшкә тиклем генә тупланыуын беләһегеҙме икән? Әҙәм балаһына зифа, һығылмалы, йылғыр булырға ярҙам иткән һөйәк, быуын-тарамыштар ошо йәшкә хәтлем үҫә, нығый. Артабан инде кеше шул ныҡлыҡты файҙаланып ғүмер итә.

«Ә 40 йәштән һуң һөйәк төҙөлөшө үҙгәреп, тығыҙлығын юғалта башлай. 50-не уҙғандан һуң һәр икенсе кешегә, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарға остеопороз ҡурҡынысы янай.

Остеопороз – һөйәк тығыҙлығы кәмеү сәбәпле, йыш ҡына уның һыныуы менән тамамланған бик етди сир. Һөйәге мурт кешенең йығылыу түгел, саҡ ҡына бәрелгәндә, тайпылғанда, хатта сөскөргәндә лә (!) берәй ере һынырға мөмкин. Ә һөйәк бер һына икән, ул йәнә һәм йәнә һынырға «әҙер тора». 70 процент осраҡта һөйәк һынып имгәнеүҙәргә остеопороз «ғәйепле». Аҙ хәрәкәтләнеү, тәмәке тартыу, хәмер-шарап эсеү, гормондар, антибиотиктар ҡаҙап үҫтерелгән мал итен ашау, һөтөн эсеү, ғөмүмән, химик матдәләр ҡушылған аҙыҡҡа күсеү һөйәккә үтә зыянлы. Ә бала саҡта һәм үҫмер ваҡытта һөйәге нығынып ҡалмаған кешеләргә былар икеләтә зарар килтерә», – ти Радик Зөфәр улы. Остеопороздың йылдан-йыл «йәшәреүенә», балалар араһында йыш осрауына бик борсола ул.

 

«Аҡ ниәттәр менән һуғарҙыҡ»

«Балаларҙың тән, йән, зиһен, рух сәләмәтлегенә халҡыбыҙ педагогикаһында ла ғәйәт ҙур әһәмиәт бирелә, революцияға тиклемге уҡыу йорттарында ла, совет осоро мәктәптәрендә лә был йүнә­лештә ҙур эш алып барылды. Ә бөгөн йәш быуындың һаулығын сыныҡтырыуға иғтибар икеләтә-өсләтә күберәк булырға тейеш: сөнки тормошобоҙға интернет, гаджеттар инеү сәбәпле, күп улты­рыуҙың зыяны иҫ киткес ҙур. Шуға күрә Радик Зөфәр улының остеопорозды йәштән иҫкәртеүгә арналған әсбап әҙерләү тураһын­дағы тәҡди­менә ҡыуанып ризалаштым», – ти Вилә Искәндәр ҡыҙы.

«Өнһөҙ эпидемия» тип йөрө­төлгән остеопороз касафатын кисергән кеше булараҡ та, был теманы яҡын ҡабул итә ул. Ун йыл самаһы элек ғалимә руль артында үҙе китеп барғанда машинаһы бәләкәй генә соҡорҙа һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә һелкенеүҙән билен һындыра. Ауыр операция үткәреп, яңынан атларға өйрәнергә тура килә. «Баҡһаң, үҙемдә был сир булыуын белмәй йөрөгәнмен – ауырт­мағас, иғтибар итмәйбеҙ шул», – ти ул, көлөмһөрәп.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: